Яйыҡ
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2022, 14:41

“...Һин заманды күтәрәһең, күтәрә һине заман!”

Ҡобағыш ауылында йәшәүсе, билдәле эшҡыуар  Рәшит Ғабдулхаҡ улыҠауыевты белмәгән кеше юҡтыр. Киң күңелле, изге уйлы, үҙ халҡын, илен һөйгән ихтирамлы ил ағаһы ул.

“...Һин заманды күтәрәһең, күтәрә һине заман!”
“...Һин заманды күтәрәһең, күтәрә һине заман!”

Учалы районының, Ҡобағыш ауылында йәшәүсе, билдәле эшҡыуар  Рәшит Ғабдулхаҡ улыҠауыевты белмәгән кеше юҡтыр. Киң күңелле, изге уйлы, үҙ халҡын, илен һөйгән ихтирамлы ил ағаһы ул.
Халыҡты имләп дауалаған, бик диндар булған оләсәһе Фәхрибанаттың изге рухына арнап, үҙ эшселәре менән ауылда бик матур мәсет төҙөп, халыҡты ҡыуандырҙы. Шөкөр, пилорама, ял йорто асты, эш урындары булдырҙы.
Районда үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа спонсорлоҡ ярҙамы күрһәтеүселәрҙең береһе ул - Рәшит ағай. Хәтеремдә, яҡташ яҙыусылар Вил Ғүмәров һәм Марат Минжаһитдиновтарҙың хәтер кисәләрен үткәргәндә, үҙ йортонда ҡорбан салып, мәрхүмдәр рухына аят уҡытты. Сауаплы эштәре, изге ғәмәлдәре өсөн мең рәхмәттәр яуһын Ҡауыевтар ғаиләһенә.
Һөйөклө ҡатыны Зөлфиә Шаһабал ҡыҙы Ғилманова менән бик матур, татыу донъя көтөп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, Аллаһҡа шөкөр, бөгөн ейән - ейәнсәрҙәрен һөйөп, ҡыуанып йәшәйҙәр.
Ошо өлгөлө, хөрмәткә лайыҡ, матур ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстар теләп ҡалам.

Рәшит ағай, һин - дан кеше,
Әйтәм бары дуҫтарса.
Киң күңелле, ярҙамсылһың,
Нәҡ тә, ҡобағыштарса!
Кешелекле эшҡыуар һин,
Затлы илдең башҡорто.
Халҡың өсөн ойошторҙоң
Шундай шәп бер ял йорто!
Рәхмәт изге эштәреңә,
Ял итә күпме халыҡ.
Тылсымлы, матур быуала
Йылдан - йыл үрсей балыҡ!
Нурҙар сәсә һеҙ төҙөгән
Дан мәсет – “Фәхрибанат”.
Шөкөр, иманлы халыҡҡа
Бирҙең ышаныс, ҡанат!
Ауыл һайын кибеттәрең,
Иртәнән бешә икмәк.
Шул эштәрҙе ойоштороп,
Өлгөрәһең, ни хикмәт?!
Ҡылған изге ғәмәлдәрең
Бар халыҡҡа билдәле.
Аллаһ бирһә, хөрмәт тойоп,
Оҙаҡ йәшәрһең әле!
Бар булмышың йәшәү бөркә,
Күңелеңдә дәрт-дарман.
...Һин заманды күтәрәһең,
Күтәрә һине заман!

Рамай Ҡаһир,https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в