Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2022, 14:48

Матур хәйриә концерты

..Теүәл әйткәндә, Абдулла Солтанов та  “физик мөмкинлеге сикләнгән кеше”, тип иҫәпләнә !  Һәм был уға мәшүр йырсы булып танылыуға кәртә ҡуя алмаған. Ошондай хәстәрлекле тәрбиә булғанда, “Мәрхәмәтлек ҡыл” сабыйҙары араһында  таланттар асыҡланыр, үҫешер, сәскә атыр тип көтөргә мөмкин. Әммә быныһы төп маҡсат түгел, иң мөһиме  - һәр сабый (һәләтлеләр генә түгел) рәхәтләнеп күңел аса, үҙен сәхнәлә иркен тоторға өйрәнә,  фекерҙәш яңы тиҫтерҙәре менән таныша, мәҙәни тәрбиә ала. Һәм сәләмәтлеген нығыта!  Быныһы бәхәсһеҙ, кинәнеп  йыр башҡарыу  сихәт көсәнә эйә икәнлеге борондан билдәле булһа, хәҙер  быны рәсми медицина ла таный. Бер. Һүҙ менән, афарин, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Матур хәйриә концерты
Матур хәйриә концерты

Регина Данил ҡыҙы Абзалова етәкләгән   “Мәрхәмәтлек ҡыл” (АНО “Дари Добро”) исемле автоном коммерцияға ҡоролмаған ойошма тураһында күп яҙған булды.  Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың ата-әсәләре берләшеп, йәмәғәт тормошонда әүҙем  ҡатнашыуҙары, аңлатыу-мәғрифәтселек  эшмәкәрлеге йәйелдереүҙәре ихтирам  уятмауы мөмкин түгел!

Бик әүҙем һәм  грамоталы бит әле үҙҙәре, өс йыл рәттән төрлө-төрлө грант конкурстарында ҡатнашып,  балаларға күңелле тормош менән йәшәү, үҫешеү мөмкинлектәрен  апаруҡ киңәйтәләр.

Хәбәр иткәйнек инде, РФ Президенты гранттары конкурсында сираттағы еңеүҙәре һөҙөмтәһендә, башҡаһынан тыш, музыка ҡоралдары һәм аппаратураһы  ла алынғайны. Һәм был йыһаз һис тә “үле йөк” булып ятмайсы!

“Мәрхәмәтлек ҡыл” ошо көндәрҙә Учалы филармонияһында ҙур хәйриә концерты ойошторҙо. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар, “Росинка” реабилитация үҙәге һәм 8-се  мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре  ихлас сығыш яһайҙар.  Ижад юлында тәүге аҙымдар яһаған йәш артистарға был йәһәттә танылып өлгөргән йәштәштәре лә килә – өлгөлө “Алтынай” бейеү ансамбле, 1-се мухыка мәктәбе өйрәнсектәре, чир-спорт буйынса “Лучики” командаһы һәм башҡалар. Бик күңелле булды, ти тамашасылар.

Ә филармония залында  балалар яһаған ҡул эштәре йәрминкәһе йәйелдерелә, ижади мастер-класстар ойошторола. Билет, ҡул эштәрен һатыуҙан  килгән аҡса, әлбиттә,  хәйриә маҡсатында тотоласаҡ.

....Теүәл әйткәндә, Абдулла Солтанов та  “физик мөмкинлеге сикләнгән кеше”, тип иҫәпләнә !  Һәм был уға мәшүр йырсы булып танылыуға кәртә ҡуя алмаған. Ошондай хәстәрлекле тәрбиә булғанда, “Мәрхәмәтлек ҡыл” сабыйҙары араһында  таланттар асыҡланыр, үҫешер, сәскә атыр тип көтөргә мөмкин. Әммә быныһы төп маҡсат түгел, иң мөһиме  - һәр сабый (һәләтлеләр генә түгел) рәхәтләнеп күңел аса, үҙен сәхнәлә иркен тоторға өйрәнә,  фекерҙәш яңы тиҫтерҙәре менән таныша, мәҙәни тәрбиә ала. Һәм сәләмәтлеген нығыта!  Быныһы бәхәсһеҙ, кинәнеп  йыр башҡарыу  сихәт көсәнә эйә икәнлеге борондан билдәле булһа, хәҙер  быны рәсми медицина ла таный. Бер. Һүҙ менән, афарин, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в