Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2022, 22:35

Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ

Резеда Хәйруллинанан теленде йоторлоҡ өйрәк бәлеше рецепты тәҡдим итәбеҙ.

Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ
Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ

Резеда Хәйруллинанан теленде йоторлоҡ өйрәк бәлеше бешереү рецепты тәҡдим итәбеҙ. Өйрәк ите булмаһа, һыйыр, һарыҡ, ҡаҙ ите менән дә бешерергә була, бик тәмле килеп сыға.

Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк. Ҡамыр баҫҡандан һуң уны 20 минут  самаһы ял иттерергә һалып торабыҙ.

Эслек өсөн өйрәк итен, бәрәңгене ваҡлап турайбыҙ, һуған, тоҙ һәм борос һалып болғатабыҙ.

Ҡамырҙы йәйеп майланған табаға һалабыҙ. Өҫтөнә эслек һалабыҙ. Бәлеште ябып, ҡамырҙы бөгәбеҙ.

Ҡыҙҙырылған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерәбеҙ.

Табындарығыҙ мул булһын!

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас в