Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2022, 14:18

Яңы йыл алды: маскарад, йырлайҙар, бейешәләр....

Рамай Ҡаһирҙың әрнеүле лә, фәлсәфәүи лә шиғыры.

Яңы йыл алды: маскарад, йырлайҙар, бейешәләр....
Яңы йыл алды: маскарад, йырлайҙар, бейешәләр....

Яңы йыл алды: маскарад,
Йырлайҙар, бейешәләр.
Тыпырҙатып алдарыма
Килеп, баш эйешәләр.
Кеме генә юҡ арала:
Ҡуян, маймыл, күк бүре.
Дуҫтарҙы ла танып булмай,
Битлек кейгән һәр бере.
Уйға сумып, ситтән генә
Ултырам мәжлес ҡарап.
Барыһы ла уйын ғына,
Был бит, дуҫтар, маскарад.

Тормош үҙе бал - маскарад,
Күптәр йөҙөндә битлек.
Яуызлыҡҡа, мәкерлеккә
Был донъяла юҡ сиклек.
Кемдер йәшәй юлбарыҫтай,
Берәүҙәр - емтек эттәй.
Йылан йәндәр ағыу сәсә,
Ҡуян йөрәктәр тертләй.
Тормош - маскарад, бейейбеҙ,
Һәр кем үҙ урынында.
...Бар дәрәжә тигеҙләнә,
Аҙаҡ, ер ҡуйынында.

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: