Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар , 13:07

Ут бәләләре

..Көндәр ныҡ һыуыҡ тора, ҡышҡы селләнең ҡыҙған мәле. Мейестәр ҡыҙғансы яғыла, электр ҡоролмалары көсөргәнеш менән эшләй торған, зинһар, саманы үтеп китмәгеҙ!  Бындай көндә ҡола яланда тороп ҡалыу мөмкинлеген күҙ алдына килтерегеҙ ҙә (әстәғәфируллаһ!),   бар йылытыу, яҡтыртыу системаларына иғтибарҙы бермә-бер арттырығыҙ.

Ут бәләләре
Ут бәләләре

Учалы район-ара надзор эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлегенең белгес-эксперты Нәзифә Шаһиева бәйән итеүенсә, 2022 йыл районыбыҙ биләмәләрендә барлығы 245 янғын теркәлгән. Ут бәләләрендә 7 кеше имгәнде, ә 4 кеше һәләк булды.

Йорт ҡаралтыларында – 17, торлаҡ өйҙәрҙә -37, фатирҙарҙа – 10, баҡса өйҙәрендә – 7, транспорт сараларында - -11, мунсаларҙа -24 осраҡ теркәлгән. Шулай уҡ 125 тапҡыр сүп-сар яныу ғауға ҡуптара.

Бәләгә килтергән төп сәбәптәр: ут менән һаҡһҡыҙ эш итеү – 136, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ -5, мейестәрҙе ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү -31, электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү -37,  транспорт сараһының төҙөкһөҙлөгө -12 тапҡыр янғынға килтерә. Шуныһы ла үтә аяныс – 11 осраҡта кемдер яуыз ниәттә ут үртәгән була.

Нәзифә Илдар ҡыҙы иҫкәртә – быйылғы йыл да үтә тынғыһыҙ башланды.

1 ғинуар. Учалы ауылында мунса яна. Сәбәбе – мейестең ҡағиҙәләр талап иткәнсә һалынмауы һәм файҙаланылмауы, тип фараз ителә.

3 ғинуар. Миндәк ауылында утта торлаҡ өй зыян күрә. Был өйҙә күп балалы ғаилә йәшәгән була. Шөкөр,  янғын ҡупҡас йорттан сығып өлгөрәләр, сәләмәтлектәренә зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр ителде. Сәбәбе -

электр ҡоролмалары ҡағиҙәләр талап иткәнсә һалынмауы һәм файҙаланылмауы, тип фараз ителә.

6 ғинуар. Ҡорама ауылында торлаҡ йорт уттан юҡҡа сыҡты. Янғында өй хужаһы – 1949 йыл тыуған ир һәләк булған. Тәфтиш бара. Фараз ителгән версия – мейес  ҡағиҙәләр талап иткәнсә һалынмауы һәм файҙаланылмауы. Әйткәндәй, был йортҡа 2021 йыл “Һуғыш балалары” программаһы буйынса “извещатель” приборы ҡуйылған була. (24-се янғын һүндереү часы Тунғатар ауыл ултырағы башлығы Алмас Ғизәтуллинға рәхмәт белдерҙе - ут һүндереүселәргә оператив рәүештә булышлыҡ итеүҙе ойошторған өсөн.)

   Үткән йылдың аҙағында, 29 декабрь көнө лә Вознесенкаға ут бәләһе килгән була –торлаҡ йорт һәм мунса тәләф булалар. Йорт хужабикәһенең ҡыҙы быялаға ҡулын киҫә, тип тә хәбәр ителде, шөкөр, урында уҡ ярҙам күрһәтелә, медицина учреждениеһына илтеү талап ителмәгән.

...Көндәр ныҡ һыуыҡ тора, ҡышҡы селләнең ҡыҙған мәле. Мейестәр ҡыҙғансы яғыла, электр ҡоролмалары көсөргәнеш менән эшләй торған, зинһар, саманы үтеп китмәгеҙ!  Бындай көндә ҡола яланда тороп ҡалыу мөмкинлеген күҙ алдына килтерегеҙ ҙә (әстәғәфируллаһ!),   бар йылытыу, яҡтыртыу системаларына иғтибарҙы бермә-бер арттырығыҙ. Әлбиттә, яғылған мейесте, ҡабыҙылған электр приборҙарын бер осраҡта ла ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Балалар, оло кешеләр (айырыуса янғыҙ йәшәгәндәр) һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.  Тәмәке менән дә айырыуса һаҡ булыр кәрәк, был айырыуса эскән кешеләргә ҡағыла.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в