Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 09:43

"Бишәүҙәр ҡыҙы Миңлегөл, Өргөн егете - Тайфур."

Яҡташыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

"Бишәүҙәр ҡыҙы Миңлегөл, Өргөн егете - Тайфур."
"Бишәүҙәр ҡыҙы Миңлегөл, Өргөн егете - Тайфур."

Бөгөн, 16 ғинуар, Малаяҙ башҡорт гимназияһында оҙаҡ йылдар директор, уҡытыусы булып эшләүсе Абдуллин Тайфур Алмас улы үҙенең 65 йәшлек юбилейен билдәләй.
Мәғариф өлкәһендә күп көс һалған, арҙаҡлы ир - уҙамандарҙың береһе ул. Уңышлы хеҙмәт итеүе, хөкүмәт тарафынан да юғары баһаланды: Тайфур Алмас улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеме тапшырылды.
Сығышы менән Учалы районының, Өргөн ауылынан булған билдәле был шәхестең, оҫта ҡуллы рәссам булараҡ, халыҡ араһында танылыуы, хөрмәт яулауы һоҡландыра.
Салауат районы, Бишәүҙәр ауылы һылыуы, Абдуллина Миңлегөл Нәғим ҡыҙы менән матур, өлгөлө ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Миңлегөл еңгә оҙаҡ йылдар Малаяҙ почта бүлексәһендә баш бухгалтер булып эшләне. Әлеге көндә лә хәстәрлекле олатай - оләсәй булып, тормош һуҡмағынан ышаныслы атлай улар.
Гел шулай изгелеккә ҡойоноп, ҡәҙер - хөрмәттә йәшәгеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле, оҙон ғүмер теләйем!

Нурҙар иле, Малаяҙ!

Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа
Йөрөйһөгөҙ бергә гел.
Уҡытыусы Тайфур ағай,
Һылыу еңгә - Миңлегөл!
Тайфур ағай - оҫта рәссам,
Иһ, шәп һинең һүрәттәр.
Ник ҡунаҡҡа килмәйһегеҙ, -
Әҙерләнек бүләктәр?!
Еңгә, һеҙҙең хәлдәр нисек,
Әле өйҙә нишләүҙәр?
Малаяҙдар имен - һаумы,
Ни хәлдәрҙә Бишәүҙәр?!
Ағай, еңгә! Һеҙ - дан халыҡ,
Эшһөйәр, изге йәндәр.
Һеҙҙең тормоштоң дауамы, -
Ейәндәр - ейәнсәрҙәр!
Аллаһ бирһә, осрашырбыҙ,
Килер бер саҡ йылы яҙ.
Көндә төштәремә керә -
Нурҙар иле, Малаяҙ!
Бишәүҙәр ҡыҙы Миңлегөл,
Өргөн егете - Тайфур.
...Мәңге бөтмәҫ моңло йыр һеҙ,
Мәңге һүнмәҫ яҡты нур!

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: