Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 08:18

"Күмһә күмһен,әйҙә ,ап -аҡ ҡарҙар, ҡара ҡайғы ғына күммәһен".

Төркөмдәшебеҙ Гүзәл Сиражетдинованың матур шиғыры

"Күмһә күмһен,әйҙә ,ап -аҡ ҡарҙар, ҡара ҡайғы ғына күммәһен".
"Күмһә күмһен,әйҙә ,ап -аҡ ҡарҙар, ҡара ҡайғы ғына күммәһен".

Быйылғы ҡыш үтә йомарт булып
Йомшаҡ ҡарҙан һалған күбәһен.
Күмһә күмһен,әйҙә ,ап -аҡ ҡарҙар,
Ҡара ҡайғы ғына күммәһен.

Йән биргәнгә йүн бирермен,тигән
Иҫкә алып тапҡыр әйтемде,
Ҡарап торам ҡышҡы алмағастан
Емеш тиргән йылғыр тейенде.

Ҡыҙылтүш тә бында,һарытүш тә,
Һайыҫҡан һәм ябай турғай ҙа.
Ҡышҡы көндөң ошо күренеше
Күңелдәрҙе моңға сорнай ҙа.

Тормош матур,
Шундай матур икән,
Йөрәгеңә ятҡан көйҙәрҙән.
Күҙ асҡыһыҙ ҡаты буранда ла
Икмәк еҫе сыҡҡан өйҙәрҙән.

************
Гүзәл Сиражетдинова, https://vk.com/id236499416

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в