Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 16:15

Һандар нимә һөйләй...

Математик иҫәпләүҙәр менән киләсәктә нимә булырын һанап сығарыу һәләтенә эйә булған Сидиҡ Афған Украинала махсус хәрби операцияның ҡасан тамамланасағын иҫәпләп сығарған

Һандар нимә һөйләй...
Һандар нимә һөйләй...

НТВ каналында математик иҫәпләүҙәр менән киләсәктә нимә булырын һанап сығарыу һәләтенә эйә булған Сидиҡ Афған менән интервью күрһәттеләр. Әйткәндәй, ул, Советтар Союзының тарҡалыуын, 2001 йылдың 11 сентябрендә АҠШ-та ике игеҙәк сауҙа үҙәгенең емерелеп төшөүен теүәл әйткән кеше. Әле ул 2058-2065 йылға тиклем нимәләр көтөләсәген иҫәпләп сығарған. 

Бөгөн барыһын да Украина тирәләй барған ваҡиғалар борсой. Һуғыш ҡасан бөтәсәк? Сидиҡ Афғанға ла һуңғы арала шул һорауҙы бирәләр.   

Сидиҡ Афған 1958 йылда Афғанстанда бай ғаиләлә тыуып үҫә. Уның ата-әсәһенең улдарын Советтар Союзында уҡытырға мөмкинлеге була, шуға ул Липецк менән Ленинградта ике институт тамамлай.

Бөтә донъя һуғышы. Уның иҫәптәре буйынса яңы бөтә донъя һуғышы 2055 йылда башланасаҡ. Әлеге ваҡытта мәғлүмәт һуғышы бара.

Рәсәйҙе ул икенсе тыуған иле тип һанай һәм күп фараздары уның Рәсәйгә ҡағыла. 30 йыл элек ул илебеҙ өсөн яңы тормош ҡапҡалары 2025 йылда асыла, тип фаразлаған ине. 2023 йылда Рәсәй сәскә атасаҡ.    

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң уның ҡабаттан терелеүе 2025 йылға тура килә. НӘҡ ошо йылдарҙа БДБ илдәре Рәсәй тирәһендә берләшәсәк.

Украина. Украинала махсус хәрби операция оҙаҡламай бөтәсәк. Быға ышаныуы ауыр, әммә Украина беренсе булып берләшеүгә аҙым яһаясаҡ. Быға Чернигов ҡалаһы янында булған ваҡиға сәбәпсе буласаҡ, ти ул. Рәсәй Ураинаны еңәсәк. 2025-2065 йылдарҙа Украина менән Рәсәй араһында һуғыш булмаясаҡ.

2025 йылда АҠШ-ты Советтар Союзы яҙмышы көтә: ул тарҡаласаҡ. Илдә граждандар һуғышы башлана, штаттар тарҡалып бөтә һәм 2027 йылда ул супердержава булыуҙан туҡтай.

Евросоюз 2027-2032 йылдар араһында тарҡалып бөтә.

РФ Президенты Владимир Путиндан һуң әлеге ваҡытта бер кем дә белмәгән етәксе киләсәк. Уныны барыһы ла ярата, ул харизматик шәхес. Яңы президент 1972 йылда тыуған, буласаҡ ти ул.

Был фараздарға ышанырғамы-юҡмы, һәр кемдең үҙ эше.

Әммә уның бер ҡасан да яңылышҡаны юҡ, тиҙәр белгестәр.

https://omet-rb.com/articles/d-nyada-nil-r-bar/2023-01-23/matematik-sannar-kil-ch-kne-s-yli-3115471?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35371039

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: