Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 11:06

"Һәйбәт, ярҙамсыл кешеләр Һәр саҡ фәрештәгә тиң".

Рамай Ҡаһир. Яҡшы кешеләр тураһында яҡшы шиғыр.

"Һәйбәт, ярҙамсыл кешеләр Һәр саҡ фәрештәгә тиң".
"Һәйбәт, ярҙамсыл кешеләр Һәр саҡ фәрештәгә тиң".
Ауыл ерендә ауыр эштәрҙе өмәләп үткәрәләр. Йорт төҙөгәнемдә, ауылдашым, Бакиев Надим Ғәли улы тракторы менән нигеҙ өсөн таш килтереште. Эштән ҡурҡмаған, егәрле, тыңлаусан егет ул.
Кәләше, Рысай ауылы һылыуы, Даутова Айгөл Айрат ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтереп, Аллаға шөкөр, бик матур донъя көтәләр. Улдары Надир әле мәктәп йәшендә үк, атаһының "Белорусь"ы менән күбәләрҙе күтәреп, кәбәндәр һалып һоҡландырҙы! Атаһынан күргән - уҡ юнған, тиҙәр. Ошо татыу, өлгөлө ғаиләгә ҙур рәхмәтемде еткереп, шатлыҡ - ҡыуаныстар теләйем!

Дөрөҫ һүҙгә юҡ яуап.

Бакиев Надим Ғәли улына.

Йорт һалғанда һәр саҡ кәрәк
Нигеҙгә тигән таштар.
Өмәләп йорттар күтәрҙек,
Шөкөр тим, ауылдаштар!
Күмәкләп таштар тейәнек
"Беларусь" арбаһына.
Ваҡыт табып ярҙамлаштың,
Ҙур рәхмәт барыһына!
Һин - оҫта, дан тракторист ул,
Улдарың һиңә тартҡан.
Эшкә булған дәрт күскәндер, -
Легендар Ғәли ҡарттан!
Уны бик күп халыҡ белә,
Данлы ферма мөдирен.
Кеше хөрмәттәр яулай ул,
Түгеп хәләл көс - тирен.
Һәйбәт, ярҙамсыл кешеләр
Һәр саҡ фәрештәгә тиң.
Ҡылған изге ғәмәлдәрең
Үҙеңә ҡайтһын, Надим!
Шатлыҡ - бәхеттә йәшәгеҙ,
Надим дуҫ, Айгөл килен.
Донъяғыҙҙың ҡото артһын,
Илебеҙ торһон имен.
Кешеләргә ярҙам итеү,
Изге эш һәм ҙур сауап.
...Бөтә көс ул - дөрөҫлөктә,
Дөрөҫ һүҙгә юҡ яуап!
 
Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619
 
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: