Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2023, 13:32

УАЗ-“буханкалар” кәрәк!

Тепловизорҙар бер осраҡта ла артыҡ түгелдер: Украинала төндәр ныҡ ҡараңғы, бер-ике аҙымдан кешене күрерлек түгел, ә был ҡоролма аша йәшерен килгән дошманды йыраҡтан абайларға мөмкин.  Һәм УАЗ-“буханка” бик тә кәрәк булыр ине. Яралыларҙы госпиталгә алып барырға  “ГАЗель” бирелеүен бирелгән, әммә насар юлдарҙа бата ла ултыра, “буханка” иһә бик тә килешер ине, тип хыяллана яҡташтарыбыҙ.

УАЗ-“буханкалар” кәрәк!
УАЗ-“буханкалар” кәрәк!

Мобилизацияланған егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үткәндә, байтаҡ кешеләр хәлдәрен белергә, күсәтәнәс тапшырырға яндарына барып ҡайтты. Урал Ғиззәтуллин иһә, быйыл ғинуар айында хәрби операцияға индерелгән яҡташтарыбыҙ янына сәфәр ҡылырға тәүәкәлләне.

Урал Хәбир улына 44 йәш,  сығышы менән Ишмәкәйҙән, әле Учалы ауылында төпләнгән. Вахта менән Яҡутстанда карьер водителе булып эшләй,  шәфҡәт туташы Зилиә ханым менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, өлкән улдары Таһир әле сроклы хәрби  хеҙмәт үтә.

-Туған тейеш кешеләр  махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Форсат сыҡҡанда телефондан шылтыраталар. Берҙе, йылы кейемдәр етешмәй ҙә китә, тигәнде ишеткәс, алып барырға ҡарар иттем. Туғандарға, ҡалған яҡташтарға ла күстәнәстәр йүнәтә башланым. Бер сыҡҡанда, ҡалған яҡташтарҙың туғандарына ла социаль селтәрҙәрҙәге махсус төркөмдәр аша хәбәр итергә булдым. Тик шуныһы күңелде тырнап ҡуйҙы инде, бәғзе кешеләр мине алдаҡсы, тип тә ҡабул итте... Ярар, тап интернет аша алыҫ юлға икенсе водитель дә табып булды – Рысай ауылынан Вадим Ғәлин, әле Сәфәрҙә йәшәй, дауаханала водитель булып эшләй. Шөкөр, бик ышаныслы, яуаплы кеше булып сыҡты. Ә күстәнәстәр  бик тиҙ арала йыйылды, учалылар туғандарына инселәнгән посылкаллар ҙа,  барыһына уртаҡ тәғәйен күстәнәстәр ҙә килтерә башланылар. Әйтәйек, Учалы ауылында хужалыҡ тауарҙары магазины тотҡан Фәрит Илһамов ни йомош менән йөрөүемде белгәс, шундуҡ  талап ителгән көпләү материалдарын, ҡаҙаҡ-инструменттарҙы бушлай тотторҙо, ә “Рябинушка” хужабикәһе Лидиә-апай ҙа (фамилияһын белмәйем) үтә йомарт булып сыҡты. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль шығырым тулыу түгел, тағылмала ла урын етерлек түгел. Хәйер, күршемдең автоприцебы ҙурыраҡ, ул биреп торҙо.

Шулай итеп, 12 ғинуар юлға сығалар. Пропуск-фәлән кәрәкме-юҡмы икәнлегенә аныҡ яуап таба алмайҙар, Рәсәй биләмәләре буйынса хәрәкәт итеү өсөн РФ гражданы паспорты ла етә икән.  Һамар, Тольятти, Волгоград, Ростов өлкәһе аша Урал менән Вадим бер-берен руль артында алыштырып, туҡтауһыҙ хәрәкәт итәләр. Северодонецк ҡалаһына ла барып етәләр. Тап бында тәүге яҡташтарҙы  осраталар, посылкаларын тапшыралар. Улар иһә, ҡунырға урын хәстәрләйҙәр, каска-бронежилет менән тәьмин итәләр... Алғы һыҙатҡа ҡарай артабан баралар, тик бер ҡасабала автомобилдәрен ҡалырырға тура килә, ә Урал, учалылар оҙатыуында, алға, яҡташтар дислокацияланған ергә үтә. Тегеләр, бында нисек  килә алдың, тип ныҡ аптырайҙар һәм бик тә шатланалар. УАЗ менән ҡасабаға кире килеп, күстәнәстәрҙе лә тейәп алалар.

 -Юлға йыйына башлағас, һалдаттарҙың туғандары ла бензинға аҡса йыя ине. Юлда бензинға үҙебеҙҙең дә аҡсаны тотоп, ҡалғанын  түкмәй-сәсмәй егеттәргә тапшырҙым, - тип отчет бирә  һәр эштә теүәллекте яратҡан Урал Хәбир улы, - Бәғзе кешеләрҙең “...улар былай ҙа күп аҡса ала”, - тигән ләститтәре йәнде ҡарайта! Фронтта банк карталары эшләмәй бит, ҡулаҡса ғына йөрөй. Ә егеттәребеҙҙең сығымдары апаруҡ, әрме ҙур бит, матди тәьминәттең айырым төрҙәре ваҡытында килеп етмәүе лә мөмкин. Мәҫәлән, яҡташтарыбыҙ 16 мең һумға “буржуйка”-мейес алғандар, бер газ баллоны ла 6900 һум тора унда.  Посылкаларҙың төп өлөшөн шәхсән тапшырҙым, кемдер заданиела  йә ситтә икән, яҡташтар мотлаҡ тапшырасаҡбыҙ, тип алып ҡалдылар.  Ә етешмәгән ҡиммәтле  әйберҙәр тураһында үҙем белеп ҡайтҡанды әйткәндә, тепловизорҙар бер осраҡта ла артыҡ түгелдер: Украинала төндәр ныҡ ҡараңғы, бер-ике аҙымдан кешене күрерлек түгел, ә был ҡоролма аша йәшерен килгән дошманды йыраҡтан абайларға мөмкин.  Һәм УАЗ-“буханка” бик тә кәрәк булыр ине. Яралыларҙы госпиталгә алып барырға  “ГАЗель” бирелеүен бирелгән, әммә насар юлдарҙа бата ла ултыра, “буханка” иһә бик тә килешер ине, тип хыялланалар.

 ....Быныһы инде үҙебеҙҙең исемдән – хәрмәтле предприятие етәкселәре, зинһар, был  әйткәнде ишетегеҙ, нисектер ярҙам итеү  форсатын табығыҙ!   Халыҡтан аҡса йыйып ҡына был эште башҡарырлыҡ түгелдер, сөнки  һәр кем тәү  сиратта үҙ туғандарын хәстәрләй.  Ошо сауаплы эште башҡара алһағыҙ, бөтә район һеҙгә рәхмәтле буласаҡ!

-Егеттәребеҙҙең көр кәйефтә булыуҙары күңелгә май булып ятты, бар Учалы, Башҡортостанға ҡайнар сәләм һәм рәхмәт әйттеләр, -тип һүҙен тамамланы әңгәмәсебеҙ, -Һәм ныҡ ғорурланып та ҡайттым, сөнки батальон командиры менән һөйләшкән инек,  учалыларҙы айырым билдәләне – ҡыйыуҙар, тәртиплеләр, ҡалған һалдаттар өсөн өлгө. Еңеүҙәренә, иҫән-һау ҡайтасаҡтарына  шөбһәләре юҡ, бирһен Хоҙай!

 Фронт янына ҡурҡмайынса барып,Учалынан сәләм һәм ярҙам тапшырған Урал менән Вадимға бөтә халыҡ исеменән рәхмәт әйтке килә!

 

Илфат ЯНБАЕВ

П.С. Поста торғанда егеттәребеҙ калушлы ауыл быймаларын йыш иҫкә төшөргән, хәҙер иһә, йылыта башлаған, ти.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: