Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 08:58

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

Дөйөм тырышлыҡ менән ике автомобиль былтыр көҙ һәм быйыл  ғинуарҙа ебәрелде лә инде – бер пикап һәм бер “буханка” . Хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ видеояҙма аша рәхмәт белдерҙеләр, үҙҙәренә кәрәгенсә үҙгәртеп ҡороп та алғандар бөгөнгө көндә. 

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”
“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

2022 йылдың 26 сентябренән Учалы ҡалаһында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе нигеҙендә    Миңлеғәле  Шайморатов исемендә волонтерҙар  штабы эшкә егелде. Етәксеһе – Светлана Ткаченко.

-Маҡсатыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  посылкалар, хәйриә ылауҙары ебәргәндә булышлыҡ итеү, ғаиләләренә төрлөсә  ярҙам ойоштороу. Адреслы социаль ярҙам –аҙыҡ-түлек, медикаменттар килтереү, йорт буйынса булышлыҡ, медицина, хоҡуҡ һәм психология өлкәләренә ҡағыла.

-Штаб эшендә  нисә кеше мәшғүл?

-Рәсми рәүештә ҡала-районда 56 ирекмәнебеҙ иҫәпләнә, ысынбарлыҡта ярҙам ҡулы һуҙыусылар, әлбиттә, байтаҡҡа күберәк. Шуныһы ғына үкенесле – арабыҙҙа ир-ат аҙыраҡ, күп эштә, мәҫәлән, утын килтергәндә-бысҡанда көслө зат күберәк талап ителер ине. Кемдең теләге бар, рәхим итеп, миңә мөрәжәғәт итһендәр. 

-Эшегеҙҙе һан-факттар аша күрһәтә алаһығыҙмы?

- Операцияла ҡатаншыусы егеттәргә туғандарынан барлығы 500-ҙән ашыу инселәнгән посылкалар йыйып  ебәрелде, 700-ҙән ашыу посылка – барыһына ла тәғәйен дөйөм күстәнәстәр. Ошондай күләмле эш башҡарылғаны өсөн район хакимиәтенә, урындағы власть структураларына, предприятие-учреждение етәкселәренә һәм коллективтарына, бар битараф булмаған кешеләргә бар йөрәктән рәхмәт әйтке килә!

 Икенсе мөһим йүнәлеш – махсус операциялағы егеттәрҙең ғаиләләре, яҡындары менән эш.  Беҙҙең аша һикһәндән ашыу мөрәжәғәт хәл итеү, хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү өсөн “Ғаилә” үҙәгенә йүнәлтелде. Бөтә мөрәжәғәттәрҙе иҫәптә тотоп та булмай инде, бәғзеләре башта  Өфөләге “ҡыҙыу линия”ға ебәрелгән була ла, унан беҙгә йүнәлтелә, беҙ иһә  һүҙ барған учреждениелар, власть структуралары  менән бәйләнеш булдырабыҙ. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – мохтаж булған һәр кешегә хәлдән килгәнсә ярҙам итәбеҙ, яугирҙәрҙең бер яҡыны ла яңғыҙ ҡалдырылмай.

-Ә ниндәй һорауҙар йышыраҡ яңғырай?

-Башта операцияла ҡатнашыусыларға аҡса күсереү буйынса ниндәйҙер аңлашылмаусынлыҡтар булманы түгел, исем-шәриф дөрөҫ күрһәтелмәү, башҡа техник хаталар арҡаһында. Хәҙер барыһы ла хәл ителде. Консультатив, юридик, психологик ярҙамға күптәрҙең мохтажлығы төшө. Яңғыҙ кешеләргә, миҙгеленә ҡарап, ҡар таҙартыуҙа, утын алыуҙа булышлыҡ ойоштороу кеүек эштәр ҙә булғылай. Хәйер, Учалы урман хужалығы булған-булмаған мөмкинлектәрҙе табырға тырыша, ауылдарҙа ихлас ярҙам итергә торған изге күңелле  кешеләр ҙә юҡ түгел.

Балалар ижады йортонда мобилизацияланған граждандарҙың яҡындары менән дөйөм йыйылыш ныҡ файҙалы булды, күп дөйөм проблемалар әйтелде, төрлө учреждение вәкилдәре лә ҡатнашҡас, байтағы урында уҡ хәл ителде. Бындай йыйылыштарҙы даими үткәрер кәрәк тигән ҡарарға килдек.

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына тәғәйен льготаларҙы теүәл әйтеп китмәҫһегеҙме?

-Бер ярым йәштән сираттан тыш балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителеү; балалар баҡсаһы тулыһынса бушлай;  йәшәү урыны буйынса иң уңайлы мәктәп һайлау хоҡуғы; мәктәпкә әҙерлек, оҙайтылған группа һәм кружоктар, мәктәптә туҡланыу, ҡаланан ситтәге сәләмәтләнеү лагерҙарында ял итеү – бушлай; колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына  дөйөм ятаҡтарҙа урын гарарантиялана;  “Алға” картаһы буйынса айына 60 тапҡыр  йәмәғәт автотранспортында  йөрөү (тимер юлы транспорты тәңгәлендә лә ҡарала, ләкин уныһы әлегә хәл ителеп бөтмәгән);  медицина күрһәткестәре булғандарға – “Һөт кухняһы” продукцияһы түләүһеҙ бирелә.

-Посылкаларға әйләнеп ҡайтайыҡ. Уларҙың барып етеүен контроль аҫтында тотағыҙмы?

-Беҙ, район штабындағылар, посылкаларҙы Өфөгә тиклем илтеүгә яуаплы, унан, “Сельхозтехника” предприятиеһындағы Берҙәм логистика үҙәгенән,  бөтә республиканан тупланған ылау артабан йүнәлә.  Һуңынан посылкаларҙы алыу тураһында хәбәрҙәр килгеләп тора. Кемгәлер инселәнгән посылка ваҡытында барып етмәгән икән, хәрби операция үҙенсәлектәре менән генә  аңлатылалыр, тип уйлайым. Сөнки бар этаптарҙа тәртип булдырылған. Әйткәндәй, үткән йылдың ноябрь айынан Рәсәй почтаһы ла хәрби операция зонаһына посылкалар ташыу менән шөғөлләнә, уларҙың түләүле хеҙмәте менән файҙаланғандар бөтә маршрутты үҙҙәре ситтән  күҙәтә ала.

 

-Сираттағы ылау ҡасан ебәреләсәк?

-Февраль айы башында. Теләгәндәр посылкаларын килтерә ала, инселәп тә, дөйөм күстәнәс  итеп тә. Бер генә үтенес – ҡумталар йәбештереп ябылмаған булһын, нимә һалынғанына мотлаҡ күҙ һалыр тейешбеҙ.  Аңлашыла, хужабикәләр яҡындарын яңы ғына бешерелгән тәмлекәстәр менән һыйлайһы килә, әммә барып еткәнсе боҙолоп, һалдаттарҙың ағыуланыу ихтиалы юҡ түгел бит!  Әйткәндәй, Украина яҡтарында беҙҙән күпкә йылыраҡ, айырым төр аҙыҡ-түлек (заман терминологияһы буйынса – “скоропорт”)  юҡҡа сығасағы көн кеүек асыҡ.   Консервала ит, ҡуйыртылған һөт, тиҙ әҙерләнгән туҡмас-пюре, сәй-кофе, шоколад бер ваҡытта ла артыҡ түгел инде. Спиртлы эсемлектәр бер ни рәүештә лә кәрәкмәй!

 Асыҡ ҡумтаны бында килгәс  үҙегеҙҙең күҙ алдында бергәләп  йәбештерербеҙ. Ә кемдер таур көйөнсә, мәҫәлән, сигарет блоктарын килтерә икән, ғәҙәттә дөйөм тәғәйенләнештәге ҡумталарға тигеҙерәк итеп өләшеп һалабыҙ.

 Тағын да бер үтенес – йәшниккә һалынғандың исемлеге , адресаттың мәғлүмәттәре менән  ( һуңғыһы -посылка инселәнгән осраҡта)   принтерҙар сығарылған ҡағыҙҙы алдан хәстәрләү зарур. Кемдеңдер ҡалаға килергә форсаты юҡ, ә егеттәрҙе шатландырырға теләге бар икән, ауыл Советтары хакимиәттәре аша эш итә ала – беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ.

- Ә предприятиелар хәйриә ярҙамын тейешле кимәлдә күрһәтәме? Мәҫәлән, фронт һыҙығында насар юлдан үтемле автомобилдәр кәрәк, тип ишетелә. Гәзиттең был һанында был хаҡта мәҡәлә лә әҙерләнек (7-се бит, “УАЗ-буханкалар кәрәк!”)

-Төрлө нескәлектәр булғас, барыһын да асыҡтан-асыҡ тәфсирләп яҙып булмай. Ошолай ғына әйтәйек – предприятие етәкселәре дөйөм халыҡ, бөтә Ватаныбыҙ эшенән  һис тә ситтә ҡалмай.  Дөйөм тырышлыҡ менән ике автомобиль былтыр көҙ һәм быйыл  ғинуарҙа ебәрелде лә инде – бер пикап һәм бер “буханка” . Яҡташтарыбыҙ видеояҙма аша рәхмәт белдерҙеләр, үҙҙәренә кәрәгенсә үҙгәртеп ҡороп та алғандар бөгөнгө көндә.  Ҡыҫҡаһы, был мәсьәлә лә  иғтибарҙа тора.

-Ә һеҙ нәмә килтерәләр йә предприятиелар бүләләр, шуны ғына ебәрәгеҙме, әллә фронттағы ихтяждан сығып та эш итеп буламы? Беҙ ишетеүебеҙсә, тепловизорҙар талап ителә. Ҡайһы-бер һалдаттарыбыҙ  үҙ аҡсаларына һатып ала тип ишетергә лә тура килде, эшкә яраҡлы иң осһоҙо 70 мең һум, ти, ә сифатлылары 100 меңдән дә ашаҡлай....

-Әлбиттә, ихтыяж күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, квадрокоптерҙар тураһында башта телевидениела күп һүҙ сығарылһа ла, һуңғы араларҙа яҡташтарыбыҙҙың был хаҡта әллә ни әйтмәйҙәр. Күрәһең, үҙәкләштерелгән рәүештә етерлек тәьмин ителәләр. Ә тепловизорҙар – тап бөгөнгө көндә был проблема ла хёл ителё башланы. Ғөмүмән, кәрәк-яраҡ исемлеге төрлө ваҡыта төрлөсә үҙгәреп тә тора инде: “ночник” (ҡараңғыла күреү приборы), рациялар, көрәктәр, башҡа инструменттар, фонарь-батарейкалар, бинокль, “буржуйка”-мейстәр,  газ плиталары, карематтар (турист  келәмсектәре), йылы һәм эске кейем һәм башҡа.

-Украина яҡтарында апаруҡ йылыта ла башлаған, ти, барып еткәнсе кейемдең  кәрәге ҡалыр микән?

-Дала яҡ булғас, бары һалҡын елдәр оҙаҡ  туҡтамаҫ инде унда. Йәнә бер момент – алғы һыҙаттағы айырым подразделениеларҙа  өҫ алмашырырға ла  оҙаҡ ваҡыт форсат табылмауы ихтимал. Ветерандар әйтеүенсә, эске кейемде оҙаҡ сисмәй кейергә лә, керләнгәс яңыға алмаштырырға тура килә, тип ишеттек.  Шулай икән, кейем-һалым бер ҙә артыҡ түгел.

-Әңгәмәнең аҙағында ни әйтер инегеҙ, ниндәй теләктәр?

-Барыбыҙҙың да бер генә теләк инде: махсус хәрби операция тамамланып, бар егеттәребеҙ ҙә тиҙерәк һәм иҫән-һау тыуған яҡтарына, яҡындары янына ҡайтһын!

 

   Ҡәҙерле яҡташтар, барыбыҙ ҙа белеп ҡуяйыҡ:  Волонтерҙар штабы адресы:-Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6”Б” (“Ветеран” клубы).

Эш графигы: 9-16.00 сәғәттәр, төшкө тәнәфес – 13.00-14.00 сәғәттәрҙә.

Белешмәләр алыу өсөн телефон: +7(937)846-03-21

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: