Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 13:11

Хызыр Ильяс юлдаш булһын!

Руслан Ғәлийән улы үҙе лә шәхсән рәүештә алыҫ һәм хәүефле сәфәргә сыға. Северодонецк ҡалаһына, үткәрәләр икән – көнбайышҡа арыраҡ та барырға йыйыналар. Көн кеүек асыҡ – районыбыҙҙың етәксеһе менән осрашыу яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙ өсөн икеләтә ҡыуаныслы ла, файҙалы ла буласаҡ. Хызяр Ильяс юлдаш булһын, тип бар йөрәктән теләп ҡалабыҙ!

Хызыр Ильяс юлдаш  булһын!
Хызыр Ильяс юлдаш булһын!

Үткән йәкшәмбе сираттағы гуманитар конвой автомобиле шығырым  тейәлде. Яҡын арала  юлға сығалар.

Яу ҡырындағы егеттәребеҙгә төп күстәнәс – алты дана тепловизорҙар. Башҡа кәрәк-яраҡ та байтаҡ йыйылған – бензин бысҡылары,  ҡаҙаҡ-инструменттар, газ менән баллондар, полиэтилен япмалар (блиндаждарҙы ямғырҙан һаҡлау өсөн), тәмәке, йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа күп.  Учалы балаларының яҙған хаттары ла яугирҙәребеҙҙең күңелдәренә хуш киләсәк.

“Аҡса йыйып булышлыҡ иткәндәре өсөн Ураҙ, Вознесенка, Көсөк-Маяҡ ауылдары халҡына, “Технониколь”, Санғалыҡ диорит карьеры, “Стройзаказчик”, “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиелары, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, мәктәп – балалар баҡсалары,”Монтажник” йәмғиәте, “Уралсиб” банкы, “Фаворит” магазины, “Яйыҡ”, “Учалинская газета” гәзиттәре коллективтары,    “Чернобыль” союзы ағзаларына рәхмәт белдерәм! Үҙ өлөштәрен индергән барыһын  телгә алып та   булмаҫ,  был кәрәк тә түгелдер – барыбыҙҙың да маҡсатыбыҙ уртаҡ, эскерһеҙ һәм изге!”- ти  район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Руслан Ғәлийән улы үҙе лә шәхсән рәүештә алыҫ һәм хәүефле сәфәргә сыға. Көн кеүек асыҡ – районыбыҙҙың етәксеһе менән осрашыу яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙ өсөн икеләтә ҡыуаныслы ла, файҙалы ла буласаҡ. Хызяр Ильяс юлдаш булһын, тип бар йөрәктән теләп ҡалабыҙ!

-Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән учалылар дүрт батальон  составында торалар. Командирҙары менән тәү сиратта нәмә кәрәк, тип алдан һөйләшкәйнек, тепловизорҙар һәм бензин бысҡылары – тап уларҙың үтенесе.  Полиэтилен япма кәрәклеге тураһында егеттәребеҙ үҙҙәре әйтте. Пензала әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙ ҙа ошо тирәләрҙә, уларға ла мотлаҡ өлөш сығарырға тырышырбыҙ, - ти район хакимиәтенең эштәре менән идара итеүсеһе Рөстәм Сәләймәнов.

Был конвой китте лә, эш шуның менән тамам тип яңылышып ҡуймағыҙ.

Ил төкөрһә күл була. Фөҡәт ил, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ғүмерҙәрен фиҙа ҡылырға әҙер уландарыбыҙҙың көнкүреш ихтыяждары артығы менән ҡәнәғәтләндерелһен ине!  Аңлашыла, дәүләт һалдаттарын үҙе лә тәьмин итә, әммә  һуғышҡа тиң хәрби операция бара бит (фронт оҙонлоғо 800-ҙән ашыу километр!), ҡайҙалыр, ниндәйҙер кәрәк-яраҡ буйынса ваҡытлыса  өҙөклөктәр булыуы ла ихтимал. Ә иң мөһиме – уландарыбыҙ беҙҙең күстәнәстәр менән йөрәк йылыбыҙҙы, уларҙы һағыныу, улар өсөн борсолоу хистәрен дә  тоясаҡ. Ҡалған тарафтан яуҙаштары  алдында ла: “ Беҙ – Учалылар, беҙ – Башҡортостан, беҙ – һәр саҡ бергә!”- тип ғорур әйтә аласаҡтар.

 Волонтерҙар штабы адресы:-Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6”Б” (“Ветеран” клубы).

Эш графигы: 9-16.00 сәғәттәр, төшкө тәнәфес – 13.00-14.00 сәғәттәрҙә.

Белешмәләр алыу өсөн телефон: +7(937)846-03-21

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: