Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 13:49

Илаһи көс бар ул, һис шикһеҙ бар!

Бына тап әле, барыбыҙ ҙа, эстән генә булһа ла, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып йөрөйөк – яу ҡырындағы бар егеттәребеҙҙе иҫән-һау, еңеү менән ҡайтарһын. Бар ул Илаһи Көс, һис шикһеҙ бар!

Илаһи көс бар ул, һис шикһеҙ бар!
Илаһи көс бар ул, һис шикһеҙ бар!

Виртуаль даръя киңлектәрендә тап булған бер тарихты бәйән итеүҙән башлайым был яҙмамды, тетрәнеп уҡыным.

“1947 йыл. Воркутанан йыраҡ түгел яңы шахта төҙөргә ебәрҙеләр. Беҙҙең бригадала  ағалы-ҡустылы ике мулла ла бар. Йома көндәрендә намаҙ уҡыйҙар,  шуның өсөн, лагерь хужаһы ҡушыуы буйынса, һаҡсылар хәлдәре бөткәнсе туҡмай. Бында эләккәнсе төрлө лагерҙарҙа булғандар. Намаҙ уҡығандары өсөн бер ерҙә  үҙҙәрендә тоторға теләмәйҙәр. Беҙҙең начальник та уларҙан ҡотолорға уйлаған. Бер йома көнө, теге ике бер туған йәнә йома намаҙына бүленгәс, һаҡсылар алты эт алып килделәр. Ас эттәрҙең олоуы ҡот алырлыҡ ине. Лагерь хужаһы намаҙ уҡыусыларҙы килтерергә бойорҙо. Тотҡондар тын ҡалдылар, бының нимә аңлатҡанын белә инек беҙ. Алты ас эт уларҙы ботарлап ашап бөтәсәк. Бына эттәрҙе бәйҙән ысҡындырып ебәрҙеләр. Үҙҙәренә ташланған йыртҡыстарҙы күреп, тегеләр уларға ҡаршы боролоп баҫты. Икеһе лә ҡулдарын өҫкә күтәреп, ирендәрен ҡыймылдаталар.  Быны күҙәткән тотҡондарҙың ҡайһы берәүҙәре ҡулдары менән күҙҙәрен ҡапланы, ҡайһылары, был вәхшилекте күрмәҫ өсөн боролоп баҫты. Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Теге икәү янына килеп еткән эттәр улар тирәһендә әйләнеп өйөрөлә  башланы. Ажғырып  өргән тауыштары тынды, эттәр, хужаларын күргәс, һөйөнөстән сыйылдап тауыш сығара  бит, былар ҙа  ошолай шатланып ҡойроҡ болғарға тотондо. Бына улар ике мулланың аяөтарын да ялай башланы. Эттәрҙең тауыштары тынғас ҡына, тегеләрҙең  ниндәйҙер көйгә доға  уҡыуҙарын ишеттек. Уларҙың:” Аллаһу әкбәр!”-тигән ауаздары барыһының да  йөрәктәрен телде. Тотҡондар ғына түгел, һаҡсылар ҙа ҡысҡырып илай балай. Лагерь начальнигының да йөҙө үҙгәргән ине. Ул бер кемгә бер һүҙ өндәшмәйенсә  китеп барҙы. Бер ҡарауылсы эттәрҙе һыҙғырып кире   саҡырып алды,  теге икәүгә башҡалар янына баҫырға ҡушты. Мин аңланым: Бөйөк Көс бар! Тырыша-тырыша уның юҡлығын  иҫбатларға интекһәләр ҙә, Ул бар! Ер йөҙөндәге  барлыҡ көстәрҙе  бергә ҡушһаң да, еңеп булмаҫлыҡ Көс бар!”

....Ошоны уҡығас, үҙемдең ишеткән-күргәндәрҙе яҙырға теләк ҡабынды ла инде. 1976-78 йылдарҙа  Төркмәнстан хәрби округында хеҙмәт итергә насип булды. Шул саҡ ниндәй генә ҡалаларҙа булырға тура килмәне -  Ашхабад, Нукус, Бохара, Сәмәрҡанд...   Был ҡалаларҙа мәсеттәргә инмәү мөмкин түгел, гүзәллектәре менән үҙҙәре үк саҡырып торған төҫлө.  Эске күркәмлектәре, тауыш акустикаһы ла ғәжәп ине. Әйткәндәй, Троицк ҡалаһындағы Зәйнулла ишан мәсете лә бик оҫта ҡоролған – мулланың уҡыған намаҙҙары тирә-йүнгә  матур, яңғырауыҡлы итеп ишетелә. Атеизм заманалары булһа ла, мәсет эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә эшләй ине. Һуңынан ғына үкенеп ҡуйылды: Лира Яҡшыбаеваның бөйөк зыялыларыбыҙ Зәйнулла Рәсүл, Мөжәүир хәҙрәт, Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Сәйди тураһында китаптары алдараҡ яҙылған булһа йәки уларҙың тормош юлдары тураһында алдан белһәң ине! Ниңә тигәндә, байтаҡ башҡорт дин әһелдәре үрҙә әйткән мәсеттәрҙә белемдәрен камиллаштырыуҙары мәғлүм булды бит. Урта Азия мәсеттәрендә  бик төплө ғилем бирелә. Дин тәғлимәттәренән тыш, арифметика, физика, география, астрономия фәндәре лә ситтә ҡалмай. Үрҙә телгә алған башҡорт зыялылары  фарси, төрки, ғәрәп телдәрендә лә иркен аралашҡандар, уҡый-яҙа белгәндәр, әммә туған башҡорт теленә лә тоғро ҡалғандар.

Ошо мәсеттәрҙә уҡыған һәләтле шәкерттәр традицион булмаған дауалау, алдан күреү, илаһи көстө ярҙамға саҡырыу серҙәренә төшөнгәндәр. Мәҫәлән, тәрән йылға аша өҫтөнән атлап сыға, сабып барған атты кинәт туҡтата белгәндәр.

Минең Хәкимйән олатайым, Йосоп, Әхмәтхан олатайҙар  Зәйнулла ишан  мәсетендә белем алғандар. Дин тәғлимәттәренән тыш,  Әхмәтхан олатай математика, физика фәненән төплө белем алған. Юҡҡамы ни,  Ғәлиәхмәр, Ҡаҙаҡҡол, Оҙонгүл ауылдарында һыу тирмәндәре  төҙөгән. Ә Хәкимйән олатайым биология, медицина серҙәренә төшөнгән.. 1905 йылдағы Япон һуғышында  полк муллаһы булып,  дини эшмәкәрлегенән тыш,  яралы һалдаттарҙы ла дауалаған. Һуғыштан ҡайтҡас та традицион булмаған дауалау менән ныҡлап шөғөлләнә. Эс түбәнләү, йөрәк ауырыуҙарын дауалау, ҡара йылан итен ашатып һуҡырҙарға күреү һәләтен ҡайтарыу һәм башҡа күп. Хоҙай Тәғәлә тарафынан үҙенә  мөғжизәле ҡөҙрәт бирелеүендә шик юҡ. Берҙе ҡәрҙәштәр Зәйнәкәйҙә ҡунаҡҡа йыйыла. Хәкимйән олатай һәр ҡорҙа  ҡәҙерле ҡунаҡ була. Тик нишләптер был тапҡырҙа үҙенең туғанының улы олатайҙы кәмһеткән бортаҡ һүҙ ташлаған. Олатай бик сабыр холоҡло була, бер нисек тә яуап ҡайтармай, киреһенсә, ҡунаҡты  бер ни булмағандай  үткәреп, насар телле егетте кәләше менән атҡа ултыртып, оҙатып ҡалған. Әммә һабаҡ биреүҙе лә кәрәк тип тапҡан. Теге егеттең аты зыяратҡа яҡынлашыу менән ҡыпа туҡтаған да ҡуйған, малҡай аҡ күбеккә батҡансы  тирләгән, ләкин арбаны  урынынан да ҡуҙғалта алмай, ти. Таң һыҙыла башлағас ҡына олатай күҙгә күренмәгән тышауҙарҙы алып ташлай, ат  бәйҙән ысҡынғандай күрше ауылға тиклем сапҡан. Барыһын да аңлай хужаһы, икенсе көнөнә олатайға килеп, тубыҡланып тупаҫлығы өсөн ғәфү үтенгән.

 Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә – бар Ислам тылсымсылары фәҡәт Аллаһы Тәғәлә исеме, изге доғалары менән генә эш иткән, үҙҙәре йәндәре-тәндәре менән хаҡ мосолман булғандар.  Илһөйәр булыуҙары ла көн кеүек асыҡ. Төрлө,  әллә ысын, әллә ялған  экстрасенс шәрәмәттәре менән  сағыштырғанда Ер менән Күк араһы! Иманым камил, ниндәй мөғжизәләр ҡылырға һәләтле булғандар тип хайран ҡалыу менән сикләнмәй, рухи мираҫтарын, бар өгөт-нәсихәттәрен, шул иҫәптән үҙҙәренең йәшәйеш миҫал-өлгөләрен өйрәнеү тик файҙаға ғына булыр!  Бына тап әле, барыбыҙ ҙа, эстән генә булһа ла, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып йөрөйөк – яу ҡырындағы бар егеттәребеҙҙе иҫән-һау, еңеү менән ҡайтарһын. Бар ул Илаһи Көс, һис шикһеҙ бар!

Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: