Яйыҡ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 14:37

“"Мин һәр саҡ улар яҡлы!"

Камил Бузыкаевтың рөхсәте менән бер коимкс өлгөһөн гәзиттә сығарабыҙ. Гәзитебеҙҙе уҡып барғандар һис шикһеҙ таныясаҡ уны – дошман аңламаһын өсөн ут аҫтында  хеҙмәт һөйләшеүҙәрен  башҡортса һәм татарса алып барған ҡаһарман райондашыбыҙ тураһында былтыр  “Яйыҡ”та мәҡәлә баҫтырғайныҡ.

“"Мин һәр саҡ  улар яҡлы!"
“"Мин һәр саҡ улар яҡлы!"

29 ғинуарҙа Мәскәүҙә Кино йортонда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы. Аншлаг менән.

Тамашасыларҙы Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе, Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов һәм Кино йорто директоры, танылған режиссер-документалист Екатерина Головня сәләмләй.

— Мин Башҡортостанға һәр ваҡыт беҙгә премьера күрһәткәне, тамашасыларҙың, етәкселектең һәм Башҡортостан өсөн әһәмиәтле кешеләрҙең әүҙем килгәне өсөн бик рәхмәтлемен, — ти Екатерина Головня. — «Төньяҡ амурҙары» — үҙенсәлекле анимация фильмы, унда башҡорт халҡының фольклор традициялары һәм героик эпосы сағылдырылған. Бөгөн балаларға илебеҙҙең тарихи милли ваҡиғалары тураһында аңлайышлы итеп һөйләү үтә мөһим. Башҡорт кинематографистарының илебеҙ һәм сит илдәрҙең барлыҡ кинотеатрҙарында уңыш яуларына ышанам!

Йәнһүрәтте республика етәксеһе булышлығында Өфөнөң «Муха» студияһы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөргән.

60 минутлыҡ фильм тамашасылар өсөн бер тынала үтеп китте,ти,зал көслө алҡыштарға күмелә. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалия тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

- Бөгөн илебеҙҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға – «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы, күреүегеҙсә, ул ҙур уңыш ҡаҙанды. Беренсенән, тулы зал. Икенсенән, төп баһа – кескәй тамашасыларыбыҙҙың баһаһы. Улар тын да алмайынса ҡараны, финал йыры башланғас, ҡул сабып, йырлап ултырҙы, быны күреү бик ҡыуаныслы, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте – илһөйәрлек рухында тәрбиләү өсөн шәп ҡулланма. Беҙгә бер нәмә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй, тарихҡа мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Бик сифатлы фильм. Балалар өсөн ошондай ысын фильмдар күберәк булһын ине!

 Ике телдә яңғыраған «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенә Өфөлә  премьера  май аҙағына планлаштырыла, һуңынан федераль прокатҡа ебәреләсәк.

 

 Шуныһы ла ҡыҙыҡ – персонаждарға өн биреүселәр билдәле кешеләр: Элвин Грей, Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Айҙар Ғәлимов, Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Юнир Әминев һәм Камил Бузыкаев. Эйе, данлыҡлы яҡташыбыҙ Камил Радик улы персонажға тауыш бирә тип кенә әйтеү сәйер булыр, сөнки ул  «Төньяҡ амурҙары» проектының  продюсеры. Йәғни фильм постановкаһына идея-сәнғәт һәм ойоштору-финанс контроле алып барыусы.

-1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы темаһы минең өсөн бик яҡын, - тип билдәләне ул “Яйыҡ” гәзитенә махсус  рәүештә биргән интервьюһында. – Ҡарт олатайымдың атаһы Мәхәмәтйән Ярымбай улы Бузыкаев йәшләй генә Ватан һағына баҫа, 18-се Башҡорт полкының йөҙбашы дәрәжәһендә (әлеге рота командирына бәрәбәр.-Авт.)  Парижға тиклем барып етә. Һуңынан кантон начальнигы итеп тәғәйенләнә, уға Малай-Муйнаҡта буласаҡ Рәсәй императоры Александр Икенсе  инеп сыға,  аҙағынан был батшаның коронация тантанаһында ҡатнаша һәм башҡа. Ғәүмүмән, әлеге Учалы районы биләмәләренән байтаҡ яугирҙәр Беренсе Ватан һуғышында ҡыйыу алышыуҙары билдәле факт. Шуға ла уларҙың хәтерҙәрен мәңгеләштереү, иҫтәлектәрҙе заманса сара аша яңыртыу эшенә ихлас тотондом. Үкенес, һис тә ваҡыт етмәй, рәссам булараҡ ҡатнашырға форсат сыҡманы.  Ниндәй пландар тип һорайһығыҙмы?  “ Төньяҡ амурҙарының” дауамын төшөрөү,  Наполеондан һуң бар Европаны  туплап Рәсәйгә йәнә Гитлер ябырылғанда  “амурҙарҙың” вариҫтары – Шайморатовтың етәкселегендә Башҡорт атлы дивизияһының батырлыҡтарын һүрәтләү.

...Тәбиғи, ниңә яҡташыбыҙ һис тә ваҡыт етмәй,  тип әйтеп һалды, нимә менән шул тиклем  мәшғүл, тигән һорау пәйҙә була. Камил Радик улының ижадын интернет аша күҙәтеп барған кешеләргә яуап билдәле. Баш-көллө комикстар төшөрөүгә сумған. Комикс – башлыса һүрәттәр аша сағылдырылған хикәйә, ниндәйҙер тарих. Украиналағы махсус хәрби операцияға бағышланған тәүге  “Йоҡабаш Фәнис” тип аталған әҫәре былтыр ноябрь аҙағында донъя күрҙе. Дошман  бронетранспортерын ҡыуған, милләтселәрҙе әсирлеккә төшөргән, һуңынан яралы генералды үлемдән ҡотҡарған Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов тураһында хәҙер барыбыҙ ҙа хәбәрҙар инде (шул иҫәптән  яҡташыбыҙҙың ижады этәргес көс бирә),  үҙе комиксты күреп өлгөрҙөмө-юҡмы – билдәһеҙ.... Ә унан алда Камил Бузыкаев (“Муха” студияһs) түбәндәне  комикстар сығара: “Ҡыҙыл паша” Кәрим Хәкимов,  Салауат Юлаев, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары  Миңлеғәле Шайморатов,   Даян Мурзин һәм Вафа Әхмәҙуллин тураһында.

-Бөтә ил үҙ геройҙарын белергә тейеш, - тип иҫәпләй рәссам, -Бына, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар яңы ғына ҡәҙимге кешеләр ине,  һеҙҙең менән беҙҙең кеүек ҡәҙимге тормош алып барҙылар һәм кинәттән  үтә киҫкен, хәүефле шарттарға эләктеләр. Улар менән һоҡланыуымды, туғанлыҡ һәм берҙәмлек хистәрен  һүрәттәр аша сағылдырырға тырышам.  Кемдәренеңдер  комикстарыбыҙҙан күңеле көрләнә икән  - маҡсатыбыҙға тулыһынса ирештек тигән һүҙ. Йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эш был. Комикстар аша йәш быуынға ла ысын, тап бөгөнгө көндә яу ҡырында ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына  яугирҙәр менән танышыу еңелерәк, заманы шул бит.   “Муха” студияһына даими рәүештә төрлө хәрби  тарихтар йыш ебәрелеп  тора. Ижадсы булараҡ, әлбиттә, художество уйҙырмаларына, дөйөмләштереп һүрәтләүгә  лә хаҡым бар, әммә бындай мохтажлыҡ  булғаны юҡ әле – ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙан уйҙырмаларың ары торһон! Карикатурасы булараҡ, интернеттағы төрлө яла яғыуҙарға, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүҙәргә күптән күнеккәнмен.  Властарҙың пропагандисына әйләнде, тигән һүҙҙәргә  иғтибар итмәҫкә тырышам,. Яуабым бер - мин  үҙ Ватанымдың патриоты.  Эйе, илебеҙҙәге байтаҡ хәл-ваҡиғалар миңә оҡшамай, һүрәттәр аша тәнҡитләнем һәм тәнҡитләйем. Әммә мәгәр егеттәребеҙ фронт һыҙығында, окоптарҙа торғанда – мин һәр саҡ улар яҡлы, нимә һәм нисек кенә булмаһын – мин уларға бер саҡ  хыянат итмәйәсәкмен!

....Авторҙың рөхсәте менән бер коимкс өлгөһөн гәзиттә сығарабыҙ. Гәзитебеҙҙе уҡып барғандар һис шикһеҙ таныясаҡ уны – дошман аңламаһын өсөн ут аҫтында  хеҙмәт һөйләшеүҙәрен  башҡортса һәм татарса алып барған ҡаһарман райондашыбыҙ тураһында былтыр  “Яйыҡ”та мәҡәлә баҫтырғайныҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: