Йәшермәйбеҙ, руль артында иҫерек водителдәр тотолоу тураһында хәбәрҙерҙе ҡәнәғәтлек, хатта, үсәп ҡабул итә торғанбыҙ. Тамағыңа баш була алмайһың икән, йә такси яллап, йә йәйү йөрө, юғиһә, һис ғәйепһеҙ, күпселек осраҡта бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә ауыр зыян, хатта, үлем менән янайҙар бит!.
Бына был осраҡ тураһында ишеткәс тә, башта шатландыҡ. Бына бит, сит илдәрҙә иҫерек водителдәрҙең автомобилдәрен конфискациялау алымы тураһында көнләшеп гәзиткә яҙған булабыҙ, суд органдары ныҡлап тотонһа, беҙҙә лә ундай законды табырға мөмкин икән. Бар икән ундай закон– РФ енәйәт кодексының 104.1-се статьяһы - конфискация, йәғни хосуси милекте дәүләт файҙаһына тартып алыу. Шул иҫәптән ғәйепләнеүсенең милкендәге һәм яңы енәйәт башҡарғанда ҡулланылған автомобилде конфискациялау тураһында ла айырым пункт ҡаралған. Ниңә һирәк ҡулланыла, йүнләп ишеткәнебеҙ ҙә юҡ – уныһы икенсе, башҡа һорау.
Яҡташтарҙы шаҡшы ҡылмыштарҙан киҫәтеү маҡсатында эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова беҙгә бәйән иткән түбәндәгенән ғибәрәт.
Ҡыҫҡаһы, оло түгел, әммә пенсия йәшендәге бер ҡатын 2021 йыл Силәбе өлкәһенең бер район суды тарафынан РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса хөкөм ителгән була - быға тиклем административ язаға тарттырылған кешенең ҡайтанан эскән килеш автомобиль менән идара итеүе. 300 сәғәт мәжбүри эштәргә, 2 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеү тыйылыуға хөкөм ителә. Мәжбүри эштәрҙе башҡарып өлгөрә, ә бына йәнә оҡшаш ваҡиғаға тарығанында тыйыу ваҡыты сыҡмаған була әле. Башта сағыштырмаса еңел (административ яза -30 мең һум штраф, 1 йыл 6 айға транспорт менән идара итеү тыйылыу), һуңынан ҡатыраҡ (үрҙә яҙғанса - 300 сәғәт мәжбүүри эштәр, 2 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеү тыйылыу) һабаҡ алмағас, был тапҡырында автомобиленән дә ҡолаҡ ҡаҡтырылып, ҡалай шәп булған, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Тамағына баш була алмағандың үҙе өсөн дә хәйерлерәк – иҫерек килеш юл-транспорт һәләкәтендә кеше башына етһә, башҡаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтерһә, үҙе иҫән ҡалған осраҡта ла, матди сығым-юғалтыуҙар менән генә бер нисек тә ҡотола алмаясағы көн кеүек асыҡ!
Тик бына, яҡындан эш менән таныша башлаһаң, уйға һалған хәл-ваҡиғалар ҙа гел ҡалҡа. Бына был гражданка наркологта, психиатрҙа иҫәптә тормай, йәшәү урыны буйынса ыңғай ҡылыҡһырлана. Силәбе өлкәһендәге бер ҡасабала көн күргә. Былтыр август айында Оҙонгүлгә туғанына ҡунаҡҡа килә. Был мәлгә автомобиль менән идара итергә хоҡуғы булмағас, уның милкендәге булһа ла, «Дэу Матиз» руле артында үҙенең гражданлыҡ иптәше йөрөтә. Ул, әйткәндәй, автомобилдең страховка документтарына индерелгән, йәғни, был яҡтан хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың дәғүәһе юҡ. Ошо иптәш идаралығындағы автомобилгә ултырып күл буйына ял итергә юллланалар: йәнә судҡа ҡалған ҡатын, иптәше, ҡоҙағыйы менән туғаны, һәм уның улы. Һыу инәләр, күпмелер хәмер ҙә эсәләр (барыһы ла түгел!) Күпмелер ваҡыттан ирҙәр урманға бәшмәк эҙләргә йүнәлә. Шул саҡ судҡа ҡалған ҡатындың туғанына ҡыйын булып китә, “шәкәр” ауырыуы менән ҡаңғырғанлыҡтан, ашығыс рәүештә укол талап ителә. Ирҙәргә ҡысҡырып ҡарайҙар ҙа, улар йырағыраҡ китеп өлгөргән булаларҙыр - ишетмәйҙәр. Бер-нисә генә рюмка эстем, иҫерек түелмен, ауылға ни бары бер саҡрым, ә ваҡыт юғалтырға һис тә ярамай, тип автомобиль хужабикәһе үҙе руль артында, сырхаған туғанын артҡы урындыҡҡа ултырта ла, ашығыс ҡуҙғалалар.. Юл ыңғайы ирҙәрҙе лә осраталар, әммә ваҡыт сарыф итмәҫкә тип, тиҙ генә ултырталар ҙа, артабан елдерәләр. Эх, шунда хужабикәнең иптәше йәнә руль артына ултырһасы икән! Юҡ шул, кеше ҡотҡарыу тураһында һүҙ барғанда “ваҡ мәсьәлә” булып күренгәндер йә иҫтә лә булмағандыр. Ә ауыл буйынса барғанда ҡаршыларына ЮХХДИ автомобиле сыға, туҡтарға бойоралар. Тәбиғи, руль артында ултырған ҡатындың правалары юҡ икәнлеге, берҙе иҫерек көйөнсә автомобиль менән идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булыуы тиҙ асыҡлана (үҙе үк хәбәр итә). Тап әле лә эскән булыуы асыҡлана - алкотектор аша тикшерелеүгә ризалашып, алкоголь миҡдары һулап сығарған һауала 0,828 мг/л. икәнлеген күрһәтә. Автомобиль штраф туҡталҡаһына алып кителә.
Суд үтә, ҡатын 6 айға иркенән мәхрүм ителде (шартлы рәүештә, һынау ваҡыты – 1 йыл)., 3 йыл транспопрт менән идара итеү тыйылды. Һәм үрҙә әйткәнсә, автомобиле конфискацияланды.
-Ғәйебен танымаһа, тикшереүгә булышлыҡ итмәһә, яза тағын да ҡатыраҡ булыуы ихтимал ине, сөнки РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған. Тәбиғи, эсеп автомобиль менән идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған водитель йәнә юл-транспорт һәләкәте башҡарһа, ауыр эҙемтәләргә килтерһә, яуаплылыҡ тамам ҡатылана, - тип билдәләне әңгәмә аҙағында Динара Фәнил ҡыҙы.
....ниндәй һығымта урынлы булыр? Тормошта хәлдәр төрлөсә булғылай, ҡай саҡ бер нәмәгә ҡарамаҫтан ярҙамға ташланырға тура килеүе лә мөмкин. Шуға ла беренсе тапҡыр руль артына ҡыҙмаса ултырыуҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡыу зарур, ә яза алғандан һуң икенсе, хатта, өсөнсө тапҡыр -был хаҡта һүҙ ҙә юҡ! Ҡайҙа барһаң дә ҡара һаҡалың артыңдан эйәреп йөрөй, тиҙәр. Был осраҡта “һаҡал” ҡайҙалыр тороп ҡалыу түгел, ҙурая ғына бара! Һәм тормоштоң бик тә киҫкен мәлендә һис көтмәгәндә бәкәлгә килтереп һуғыуы бар. Был мәҡәлә - аҡыллыға ишара.