Яйыҡ
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль , 09:54

"Офицерҙар күп кәрәк булыр"

Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Сергей Симонов менән әңгәмә.

РФ Президенты В.В.Путин  ҡул ҡуйған указға ярашлы, быйыл РФ Ҡораллы көстәренең дөйөм  һаны 2 миллион 39 мең кешенән ашасаҡ, шул иҫәптән -1 миллион 150 мең хәрби хеҙмәткәр .

Сағыштырыу өсөн: 2017 йыл 1 902 758 кеше билдәләнгән ине, шул иҫәптән 1 013 628  хәрби хеҙмәткәр (контрактсылар, сроклы хеҙмәт үтеүселәр, офицерҙар).

Аңлашыла, киләсәктә офицерҙар, прапорщик-мичмандар элеккенән күберәк кәрәк булыр.

-Ошо сәбәпле хәрби уҡыу йорттарына инеү быйыл бер аҙ  еңелләшәсәктер, -тип самалай Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары Сергей Симонов. – Талаптар элеккесә ҡалһа ла, уҡыу урындары арттырыласаҡ, тимәк, конкуренция ул тиклем киҫкен бармаҫ. Башҡаһынан тыш, яңы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург хәрби округтары булдырыу тураһында һүҙ сыға, штаттарҙы тултырыу өсөн квалификациялы кадрҙар байтаҡ талап ителер.

 

-Ҡәҙимге абитуриенттарҙан айырмалы рәүештә, хәрби уҡыу йорто курсанты булырға теләүселәр алданыраҡ ҡыбырлай башларға тейешме?

-Тейешле документация әҙерләү әленән бара, март айы урталарына тиклем дауам итәсәк. Бөтә нескәлектәрҙе мәктәптәге ОБЖ уҡытыусылары аша йә хәрби комиссариатҡа 6-12-41 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин.
-Учалылар ниндәй уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирә?

-Төрлө-төрлө – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Силәбелә, Ҡазанда һәм башҡа  күп.  Ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерә – медицина академияһы, авиация училишелары, физик әҙерлек буйынса офицерға уҡыу мөмкинлеге – варианттар етерлек.  Талаптар элеккесә инде – Берҙәм Дәүләт Имтиханы буйынса ярайһы күрһәткестәр (рус теле, математика, профилгә ҡараған фәндәр), ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы физик әҙерлек. Алдан медицина тикшереүе Учалыла, апрель айында үтәсәк.  Урта хәрби белгес әҙерлеге биргән уҡытыу йорттарына  инеү һынауҙары өсөн БДИ һөҙөмтәләре лә талап ителмәй. 

  Хәрбиҙәргә төрлө льготалар тураһында һәр кем интернеттан да ҡарай ала, бында ла төшөндөрөрбөҙ. Курсант булғанда уҡ дәүләт ҡарамағында йәшәп тә, каникулға бушлай ҡайтыу, 12-20 мең һум аҡсалата тәьминәт алыу мөмкинлеге үҙе тураһында үҙе һөйләй инде. 27 йәшкә тиклем кешеләрҙең мәржәғәт итеүҙәрен көтәбеҙ.

-Байтаҡ ата-әсәләр, улым  училищега инһә, шундуҡ махсус хәрби операцияға алып китерҙәр, тип ҡурҡалар...

-Тейешле квалификациялы хәрби белгесте әҙерләү – күп ваҡыт һәм сығым талап иткән оҙайлы процесс, тип әйтеү менән генә сикләнәйек.

 -Сроклы призывты 21 йәштән башларға, әммә 30-ға тиклем тигән тәҡдимдәр ишетелә. Яҙғы призыв яңыса үтмәйҙер?

-Улай хәл ителгән осраҡта ла, закондар менән рәсмиләштереү байтаҡ ваҡыт талап итәсәк, әлегә төҡдим кимәлендә генә бит. Шуға ла бөгөнгө көндә  барыһы ла элеккесә ҡала. Нисә кешене Ҡораллы Көстәргә саҡырыу буйынса әлегә план да билдәле түгел, 1 апрелгә тиклем ваҡыт бар  әле.

-Былтырғы призыв, мобилизация арҡаһында бер айға күсерелгәйне. Нисек үтте? Яңы өлөшләтә мобилизация көтөлмәйме?

-Көҙгө призывта 83 егетебеҙ саҡырылды, Рәсәй эсендәге часть-подразделениеларға йүнәлтелделәр.  Ә мобилизация дауам ителеү тураһында  хәбәрҙар түгелмен.  Төрлө имеш-мимештәргә ышанырға ярамай, РФ Президентының пресс-секретары  Дмитрий Песков яңыраҡ сығыш яһаны бит инде: Рәсәйҙә икенсе тулҡын өлөшләтә мобилизация планлаштырылмай,  был йәһәттә тик рәсми дәүләт органдарының белдереүҙәренә генә таянырға мөмкин.

-Хәрби комиссариаттар бөтә мәғлүмәттәрҙе “цифраға күсереүе”, аныҡлауы ысынлы-юҡлы хәбәрҙәр пәйҙә булыуға булышлыҡ итте. Эш тамамландымы?

-Эйе, был эш уңышлы тамамланды. Комиссариатта  иҫәптә торған бөтә граждандар  электрон мәғлүмәт базаларында ла  теркәлде. Шәхси иҫәп карточкалары тураһында һүҙ  бара. Заманғя ярашлы ҡәҙимге техник эш был.  Тик күпме кеше икәнлеген әйтә алмауымды үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр.

-Йәнә өлөшләтә мобилизация тураһында һорау. Йыш ишетергә тура килде – ниңә аҙып-туҙып йөрөгән ауылдашымды саҡыртманылар, эшләгән, ғаилә аҫраған күршемде мобилизацияланылар?

-Яуап бер инде – тулыһынса һәм һис тайпылышһыҙ “Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында” Указ сиктәрендә эш иттек.  Унда теүәл яҙылған –  әрмелә хеҙмәт иткән, хәрби-иҫәп специалность булған, хәрби тәжрибәгә эйә запастағы граждандар тәү сиратта саҡырылырға тейеш ине. Әйткәндәй,  тәртип үҙгәртелгән ине, шундуҡ конкрет хәрәкәттәр ҙә булды – беҙҙең Учалынан да 16 йәшкә тиклем 3 бала аталары кире ҡайтартылды.

-Ә ундағы, алғы һыҙыҡтағы егеттәр тураһында ҡәҙимге граждандарҙан күберәк  ишетеп-белеп торағыҙҙыр бит инде. Ни әйтерһегеҙ?

 -Ялыуҙар ишеткән юҡ, киреһенсә, тик маҡтау һүҙҙәре генә килә. Ҡайһы-бер учалылар юғары дәүләт наградалары тапшырылыуға тәҡдим ителеүҙәре тураһында ла мәғлүм. Әммә был хаҡта алдан ҡысҡырырға ярамай, һорау тамам  хәл ителмәгән бит әле. Ҡулдарын ҡыҫып шәхсән рәүештә ҡотларға насип булыр тигән өмөттә ҡалам.

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в