Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2023, 13:10

“Тере һәйкәл” ҡорола

Булат Имашев. Бындай көсөргәнеште, бындай дәрт-дарманды беҙгә күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын хәҙер! Булған шул бөйөк замананың бөйөк шәхестәре.

“Тере һәйкәл” ҡорола
“Тере һәйкәл” ҡорола

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнап ойошторолған үҙешмәкәр ауыл театрҙарының “Театр. Ижад. Талант” зона фестиваленең йомғаҡлау этабы тамамланды һәм финалға сығыусылар асыҡланды. Был исемлектә беҙҙең Ҡорама ауылының “Ҡорама” халыҡ театры ла бар (етәксеһе Гөлшат  Хәлиуллина ) тип хәбәр иткәйнек.  62 заявканан видеояҙма буйынса һайлап  алынған унау исемлегенә эләгеү үҙе үк ғорурлыҡ!

-Имашевты, әлбиттә, ныҡ ихтирам итәм. Талант, эшмәкәрлеге барыбыҙ өсөн дә сағыу өлгө һәм миҫал, -ти  Сәйет Шәкүрҙең «Тол ҡатындар, тол ҡыҙҙар» драмаһын ҡуйыусы-режиссер Ғаяз  Ибраһимов. Был әҫәрҙе  ҡорамалар  2002 йыл тәүләп  сәхнәгә ҡуя,  хәҙер  постановкалары тағы ла камиллашҡан, тип өмөт итергә урын бар. Һәм Имашевтың эшен дауам итеүселәр,  ҡан буйынса булмаһа ла, рух буйынса яҡташыбыҙ, Учалының  да сағыу улының исемен мәңгеләштереүгә лайыҡлы өлөш индерерҙәр.

Был “Театр. Ижад. Талант” зона фестивале проектының авторы – Бишбүләк Мәҙәниәт һарайы методисы  Зүлиә Такутдинова.  Изге ниәте РФ Президенты гранттары конкурсында хупланыу  сәбәпле ошондай масштаблы мәҙәни сара мөмкин булды ла инде.

Зүлиә Мәрүәр ҡыҙы беҙҙең гәзиткә биргән интервьюла билдәләне:проекттың төп маҡсаттары бер яҡтан ауыл ерлегендә театр сәнәғәтен популярлаштырыу,  артист һәм етәкселәрҙең профессиональ кимәлен күтәреү, талантлы коллектив һәм артистарҙы асыҡлау булһа, икенсе яҡтан - Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү. Бындай ижади конкурстар – яҡтылыҡ һәм рух бөрккән тере һәйкәл бит ул, бронза йә таштан яһалғандарынан, хатта, өҫтөн дә тиерлектер! Бар конкурсанттарға, айырыуса, әлбиттә, Учалы вәкилдәренә уңыш теләп ҡалабыҙ.

Әйткәндәй,    Тимербулат (беҙ уны Булат тип беләбеҙ) Имашевтың тыуыуына 115 йыл айҡанлы   БР Мәҙәниәт министрлығы Башҡорт опера һәм балет театрында Хәтер тантанаһы үткәрергә йыйына, ти, әлегә теүәл ваҡыты ғына билдәле түгел Афарин!

 

Актив хәбәрсебеҙ Фәриҙә Ситдиҡова  “Сәнғәтебеҙҙең сағыу йондоҙо” исемле бик йылы һәм мәғлүиәтле мәҡәлә баҫтырғайны инде гәзитебеҙҙә. Шулай ҙа, телгә алынған мәҡәлә һәм  З,М. Такутдинова ебәргән мәғлүмәттәр нигеҙендә  биографияһы тураһында хәтер яңартыу бер ҙә артыҡ булмаҫ.

Булат Имашев 1908 йылдың 27 февралендә Бишбүләк районы Аҙнай ауылында донъяға килә. 1924 йылда Имашевтар ғаиләһе Бишйәйләү еренә күсенә. Елдәр ауылы мәктәбенә уҡырға йөрөй. Булат бик зирәк, отҡор  була. Бәләкәйҙән ижадҡа ынтыла, төрлө таҡмаҡтар уйлап сығара. Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡығанда уҡ тәүге ролде –Гамлетты башҡара. Бәғзе артистар  ошо культ  кимәлендәге роль тураһында ғүмер буйы хыялланып та, маҡсаттарына ирешә алмай, булыр бала биләүҙән инде! 1926 йыл Өфөлә театр техникумына уҡырға инә. Һәләте сәсрәп торғас, студент мәлендә үк  Башҡорт дәүләт драма театры штатына алына, улай ғына ла түгел, күпмелер ваҡыттан режисеер итеп тә тәғәйенләйҙәр!

Ижад, ойоштороу эштәре менән йәнәшә үҙ белемен камиллаштырыу тураһында бер ваҡыт онотмай. 1935-1939 йылдарҙа Мәскәү институт-театрының режиссер факультетын (данлыҡлы ГИТИС) ситән тороп   уңышлы тамамлай.

  Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры,  Башҡорт театр сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы булыу менән рәттән,  1939 йылдан Башҡорт опера һәм балет театрының баш режиссеры һәм беренсе директоры вазифаһын башҡара. 1942 йылда “Башҡорт АССР -ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, 1944 йылда “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исемдәренә лайыҡ була һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Юғары награда тиккә генә бирелмәй инде, бына, мәҫәлән, ҡорал һәм снаряд менән бер рәттән агитация һәм пропаганда, фашистарға ҡаршы торорлоҡ рух һәм мәҙәниәт талап ителгән дәүерҙә бер юлы 5 театр менән етәкселек иткән мәлдәр була: Опера, Драма, Рус, Ҡурсаҡ һәм баш ҡалабыҙға ваҡытлыса эвакуацияланған Киев дәүләт опера һәм балет театрҙары.

Бындай көсөргәнеште, бындай дәрт-дарманды беҙгә күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын хәҙер! Булған шул бөйөк замананың бөйөк шәхестәре.

Төп сәбәп нимәлә булғандыр, әммә беҙҙең бәхеттән тип уйлайбыҙ, 1944 йылдың аҙағындараҡ   Учалы районында колхоз-совхоз театрын ойоштороу эшен тәҡдим итәләр. Ысын ижад кешеһе булғас, ихлас риза булла, ең һыҙғанып эшкә тотона. Район етәкселеге лә һәр яҡлап булышлыҡ итә. “Ике ай самаһы ваҡыт эсендә Булат Имашев иҫке клубты сәхнәһе, биҙәнеү, кейенеү бүлмәләре, төрлө яҡтыртҡыс ҡорамалдары булған театр бинаһына әйләндерә. Шул уҡ ваҡытта артист була алырлыҡ кешеләрҙе туплай башлай. Башта улар менән концерт ҡуйып, һәр ҡайһыһын һынай, Һуңынан ғына ролдәргә бүлә. Оҙаҡламай район үҙәгендә беренсе тапҡыр театр сезоны асыла. Яңы театр тәүге йылында уҡ республика сәхнәләрендә алдынғылыҡты бирмәй. Тормош иптәше, билдәле театр рәссамы Ғәлиә Имашева менән талантлы үҙешмәкәр артистарҙан торған театраль труппа төҙөйҙәр. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға ҡарамайынса, тәбиғәт шарттарының төрлө мәлендә лә Учалы театры бәләкәй генә ауылдарға ла барып тамашалар күрһәтә. Өс-дүрт йыл эсендә сәхнәләрҙә ете ҙур спектакль ҡуйыла. Учалы артистарының шул осорҙа күрһәткән әҫәрҙәре сәнғәт оҫталығының иң юғары нөктәһе булып халыҡ күңелендә һаҡлана. Бәләкәй ауылдарҙа ла театр ойоштора Булат Имашев. Үгеҙҙәр егелгән ридуанға декорациялар тейәп, ауылдан-ауылға йөрөйҙәр. Артистары арба артынан йәйәү атлай. Ат һарайҙары - тамаша залына, ҡара мунсалар грим бүлмәһенә әйләнә. Ә ауылдарға оло байрам килә. Аслы-туҡлы йәшәгән кешеләрҙең рухы күтәрелә. “Имаш емештәре” тип атайҙар уларҙы. ...Булат Имашев Учалы ерендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Шундай талантлы режиссерҙың беҙҙең төбәккә килеп төшөүе район өсөн генә түгел, бөтә Урал аръяғында оло ваҡиға була. Ул бында музыкаль комедия театрын асыу хыялы менән дә янып йөрөй. Шул маҡсатта композитор һәм драматургтарға ете опера яҙырға заказ бирә. Хатта Өфөгә ҡайт, мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләйбеҙ, тигән тәҡдимдән дә баш тарта: “Учалыла опера һәм балет театрының филиалын асмайынса, урынымдан ҡуҙғалмайым”, - тип яуаплай”, -тип яҙа Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы.

...ныҡ дөрләп яна шул Булат ағайыбыҙ, ғүмере ҡыҫҡа була.  1946 йылда Златоустан Өфөгә барған тауар поезына ултырғас, енәйәтселәр ҡулынан һәләк була. Ҡасандыр тарихтың был “аҡ табы” –ҡара бите лә асылыр, барыһы ла теүәл билдәле булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: