Яйыҡ
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март , 09:42

Хәләлдән ауыҙ итегеҙ

Билмән (һимеҙерәге йә  арыҡрағы айырым партияларҙа), голубцы, тефтели, манты, кәтлит, тултырма,  ыҫлатылған йылҡы ялы, ҡаҙы – тәү күреүҙән үк һеләгәй аға башлай.  Юҡҡа түгел, ашап ҡараныҡ – бик тә тәмле! Бер ниндәй соя-крахмал кеүек осһоҙ эрзац-ризыҡ әҫәре һалынмауға  ҡарамаҫтан, хаҡтары ла ҡәҙимгенән юғары түгел бит әле. Сәбәп ябай -ысын мосолман  сауҙагәре килемде тормош мәғәнәһенә һәм маҡсатына әйләндермәй бит ул.

Хәләлдән ауыҙ итегеҙ
Хәләлдән ауыҙ итегеҙ

Вәзир Йәноҙаҡ улы Камалов  Наурыҙ ауылынан, Октябрьск ҡасабаһында үҫә, әле Учалы ауылында йәшәй.  Һөнәрселек училищеһында мастер, төрлө урындарҙа токарь, слесарь, иретеп йәбештереүсе булып хеҙмәт итә, төҙөлөш оҫтаһы, эшҡыуар – ҡулынан килмәгән эш һирәк.. Ә ун йыллап элек  5 тапҡыр намаҙға баҫып, тамам хаҡ мосолман юлына торҙо.  Рудниктағы “Юныс” мәсетенең имам-хатибы ул бөгөнгө көндә.

Теүәл әйткәндә, байтаҡ йылдар төҙөлөш, ремонт  өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән алдан да уңышлы шөғөлләнә. Аҙағынан, балаларҙы аяҡҡа баҫтырғас, көнө-төнө йүгерекләүҙең кәрәге ҡалмай, күберәген мәсеттәрҙә ремонт менән генә булыша башлай.  Ә берҙе Учалы баҙарына килгәндә, ит прилавкаһы өҫтөнә “Хәләл” тип яҙылғанды абайлай. Йәһәт яҡыныраҡ килеп ҡараһа, һыйыр, йылҡы ите менән бергә сусҡа ла тәҡдим ителеүен күреп таң ҡала. Һатыусы ҡатын, ауыҙын да ҡыйшайтмай “Шартына килтереп тәрбиәләнгән мал булғас, беҙҙең сусҡаны ла хәләл тиергә мөмкин”, - тип тытылдарға тотона. Ошо мәл ысын хәләл ит ризыҡтары менән сауҙа итеү теләге пәйҙә була ла инде.

-Ислам – сафлыҡ, паҡлыҡ дине! –ти Вәзир Йәноҙаҡ улы. – Кейем-һалым, ҡул йә йөҙ бысраһа, шундуҡ күҙгә ташлана.  Күңелдәребеҙҙе яһиллыҡ, көнләшеүсәнлек, тәкәбберлек, иманһыҙлыҡ бысратһа ла, һөйләгән һүҙҙән, ҡылған ғәмәлдәрҙән был аныҡ абайлана.  Ә бына   харам ризыҡ менән кешенең  тәне эстән бысратыла икән,   һиҙелмәй ҡалыуы мөмкин.  Һиҙелмәүҙән генә зарары кәмемәй!   Кешенең доғалары, Аллаһы Тәғәләгә ялбарыуҙары ҡабул ителмәй, йә баһаһы кәметелә, ул үҙе сирҙәргә һалыша. Әле телгә алған өс төр  таҙалыҡ  бер-беренә өҙөлгөһөҙ бәйле . Иманым камил -береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай.

....үҙебеҙҙең исемдән өҫтәйек, сер түгел инде –халыҡ иманға тартыла башлағас,  байтаҡ аҙыҡ-түлек етештереүселәр, аныҡ шарттар үтәләме-юҡмы, тауарҙарына “Хәләл” мөһөрө баҫа башланы. Эйе, алдайҙар икән, ғонаһы үҙҙәренә, әммә  бындай ҡылмыштарҙың хәҙрәт әйткән өс төр таҙалыҡҡа булышлыҡ итмәйәсәге көн кеүек асыҡ! 

Вәзир Йәноҙаҡ улы иһә,  былтыр “Камалов” шәхси эшҡыуарлығын теркәй ҙә,  ысын хәләл ризыҡ менән сауҙаға тотондо.  Белореттағы, Силәбе өлкәһендәге партнерҙар менән эшлекле бәйләнеш булдырғанда, тәүге һорауы гел  бер була: “Ә үҙегеҙ  намаҙға баҫҡанһығыҙмы?”   Йә, айырым кешеләрҙән ит алһа, мотлаҡ кем һәм нисек боғаҙлауын  теүәл асыҡлай. Ә хәләл ефете менән  йорттарындағы автоклав ҡоролмаһында ит  быҡтырғанда, мулла, әлбиттә, бөтә дин талаптарын  теүәл башҡара

Ойоштороу йәһәтенән,  район мәшғүллек үҙәге тос ныҡ булышлыҡ итә. “Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам” программаһы буйынса 350 мең һум дәүләт ярҙамы  алып бирешәләр. “Шундай игелекле, асыҡ, эштәрен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр, һоҡланмау мөмкин түгел уларға, бик тё рәхмәтлемен!” – тип тә өҫтәне хәҙрәт.  Әллә ни күп аҡса ла түгел инде, әммә иш янына ҡуш булып, һыуытҡыс, автотрейлер (тәгәрмәсле сауҙа киоскы) ҡайтартыуға етә.

Бөгөнгө көндә хәҙрәт Учалы  филармония артындағы “Бәләкәй баҙарҙа” сауҙа алып бара. Билмән (һимеҙерәге йә  арыҡрағы айырым партияларҙа), голубцы, тефтели, манты, кәтлит, тултырма,  ыҫлатылған йылҡы ялы, ҡаҙы – тәү күреүҙән үк һеләгәй аға башлай.  Юҡҡа түгел, ашап ҡараныҡ – бик тә тәмле! Бер ниндәй соя-крахмал кеүек осһоҙ эрзац-ризыҡ әҫәре һалынмауға  ҡарамаҫтан, хаҡтары ла ҡәҙимгенән юғары түгел бит әле. Сәбәп ябай -ысын мосолман  сауҙагәре килемде тормош мәғәнәһенә һәм маҡсатына әйләндермәй бит ул.

Әммә барыһы ла ал да гөл тип әйтергә  ашыҡмайыҡ.  Төп проблема – “Бәләкәй баҙар”ға кеше аҙ йөрөй (ө ҡала властары ҡарары менән, стационар булмаған сауҙа  пункттарын ҡуйыу урындары бик самалы) Күптәр, хатта,  был заманса сауҙа майҙансығы тураһында белмәй ҙә!  Яҡында ғына, ҡаланың үҙәк майҙаны ваҡ сауҙагәрҙәр менән туп-тулы.  Улар барыһы ла тап “Бәләкәй баҙар”ҙа булырға тейеш ине лә, төрлө сәбәптәр менән әлегә был яҡшы ниәт тормошҡа аша алманы. Асыу ҙа килерлек, билдәләнгән тәртипте боҙоп кәсеп итеүселәр баҡсаһында үҫтергән емеш-еләкте һатыу менән сикләнмәй, алыпһатарлыҡ менән дә шөғөлләнә, тигәндәре ҡолаҡҡа йыш сағыла.  “Бәләкәй баҙар” ниәте иҫәптән төшөрөлмәһен ине. Тәү сиратта, йыраҡтан янып күренеп торған алтаҡта ҡуйылһа, бәҙрәф сафҡа индерелһә, ошо йүнәлештә социаль реклама башҡарылһа, моғайын да таҙа, заманса шарттарҙа,  сифатлы ризыҡ алырға теләүселәр ҙә күбәйер. Ә әлегә  мулла-эшҡыуар  башлыса социаль селтәрҙәр аша (“ВатсАпп”, “Бәйләнештә”) клиенттар менән эш итә, заказды килтереп тә бирәләр. Шуныһы ла ҡыҙыҡ булып күренде:   ир клиенттар менән  ирҙәр, гүзәл заттан һатып алыусылар менән  ҡатын-ҡыҙҙар килешһен өсөн айырым контакт телефондарын күрһәткәндәр.

Илшат ӘҒЛӘМОВ

 

П.С.

Тыйылған ризыҡтар исемлеге  Ҡөрьәндә бик аныҡ итеп яҙылған (“Әл-Мәидә” сүрәһенең 3-сө аяты).  Шул иҫәптән  Аллаһтың исеме әйтелмәйенсә салынған,  быуып,  бәреп йә башҡаса  үлтерелгән мал, ҡош-ҡорт ите,  ҡан һәм, әлбиттә, сусҡа ите.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в