Яйыҡ
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март , 15:14

Бер кем дә онотолмаҫ

Афғанстан яуында һәләк булған Илгиз Ғилман улы Бирғәлиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған сара  Озерный мәктәбендә хәҙер инде 10-сы тапҡыр үткәрелде.

Бер кем дә онотолмаҫ
Бер кем дә онотолмаҫ

Ҙурмы ул, бәләкәйме, йәнең өҙөлөп һөйәңме,  әллә  дәғүәләр ҙә йыйылып киткәнме, нисек кенә булмаһын, тыуған төйәгеңде һаҡлау борон-борондан һәр кемдең изге бурысы. Һәр замандың үҙ заңы, ошо бурысты быуындан быуынға тапшырыу, йәштәрҙе был рухта тәрбиәләү ысулдары ғына үҙгәреүе мөмкин, ә  хәҡиҡәт төп асылында үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Кире осраҡта ил ил булыуҙан, халыҡ халыҡ булыуҙан туҡтай.

Афғанстан яуында һәләк булған Илгиз Ғилман улы Бирғәлиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған сара  Озерный мәктәбендә хәҙер инде 10-сы тапҡыр үткәрелде.  Спорттың хәрби-ҡулланма төрҙәрен пропагандалауға, йәшәтрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән  сара был тапҡырҙа ла юғары кимәлдә ойошторолдо.

Тантанала яугир-интернационалистың атаһы Ғилман Ғайнан улы,  Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметова, район ДОСААФ-ы етәксеһе Алексей Вәлиев, Афған һуғышы ветерандары Сөнәғәт Ҡаһарманов, Наил Әхмәтйәнов, Ирек Рамаҙанов, Рәшит Фәйзуллин, мичман Муса Бирғәлин һәм башҡалар ҡатнашты.  Ҡунаҡтар, уҡытыусылар башта Илгиз Бирғәлин, Урал Шәмиғолов, Илнар Байегетовтың мемориаль таҡтаташтарына сәскә гөлләмәләре һалды, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Ярыштарҙа иһә Озерный, Ураҙ, Миндәк, Килмәк, Мәҫкәү, Уральск мәктәптәре һәм Озерный йәштәре командалары ҡатнашты.

Командалар араһында Ураҙ вәкилдәре беренсе булды. 2-се һәм 3-сө урындарҙа Миндәк менән Озерный мәктәптәре командалары.

Шәхси беренселектә  ҡыҙҙар араһында абсолют чемпион – Ләйсән Ғарипова (Озерный мәктәбе), Лилиә Баязитова (Миндәк) – “көмөш”, Лилиана Ҡунафина (Ураҙ) – “бронза” миҙалдарға лайыҡ булдылар.

Егеттәр араһында абсолют чемпион – Радмир Исхаҡов (Ураҙ), 2-се һәм 3-сө урындарҙа Юнир Әхтәмов (Ураҙ) менән Рафиҡ Ишмөхәмәтов (Озерный).

Ололар араһында  пневматик винтовканан атышта 1-се   урынды Мәҫкәү мәктәбенең  имен йәшәйеш  нигеҙҙәре уҡытыусыһы  Булат Бүләков яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙа яугир-интернационалистар  Ирек Рамаҙанов менән Сөнәғәт Ҡаһармановтар.

Еңеүселәр миҙалдар, почет грамоталары менән, аҡсалата бүләкләнде. ДОСААФ етәксеһе  Алексей Вәлиев автомәктәптә водителгә уҡығанда түләгә ташламалар менән сертификаттар ҙа тапшырҙы.

Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметова, ошо сара үткәрелеүгә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән,башҡаса булышлыҡ иткәндәре өсөн Ғилман ағай Бирғәлинға, Илфат Бирғәлинға, Озерный мәктәбе коллективына ҙур рәхмәт белдерҙе.Ҡунаҡтар ҙа Озерный мәктәбе уҡытыусыларына һәм ашнаҡсыларына (улар бешергән тәмлекәстәр бик оҡшаны) рәхмәт әйттеләр. Баттал мәктәбе уҡыусылары күрһәткән концерт номерҙары сараға йәм һәм мәртәбә өҫтәне.

Шуны әйтке килә, Озерный урта мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә бик яҡшы ҡуйылған. Шул иҫәптән Украинала хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Илнар Байегетовтың әсәһе менән осрашыу  февраль урталарында үтте.  Ғәмүмән, Илгиздең дә, Илнарҙың да  яҡты хәтерҙәре йөрәктәребеҙҙә  мәңге һаҡланыр, быуындан-быуынға күсә барыр!  Бының өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалырбыҙ, был беҙҙең изге бурыс. Бына был сараны юғары кимәлдә ойошторған өсөн мәктәп директоры Раян Сөләймәновҡа, уҡытыусы Раят Ишмөхәмәтовҡа  команда етәкселәре һәм үҙемдең исемдән айырым рәхмәт әйтке килә.

Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в