Ошо көндәрҙә Мәүлит ағайыбыҙға рәсми рәүештә 76 йәш тулған булыр ине. "Рәсми" тиеү осраҡлы түгел, биографияла түбәндәге мәғлүмәт бирелә: "
Мәүлит Ямалетдин, Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (5 март 1947 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977). Муса Мортазин исемендәге (1991), Фәтих Кәрим исемендәге (2007), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2009) һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты. Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 мартында ([3][4]) Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы 5 март менән алынған.Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында хеҙмәт һала, артабан тағы ла Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе булып эшләй. Мәүлит Ямалетдинов 2020 йылдың 8 ноябрендә вафат булды".
Ысынбарлыҡта иһә 5 фераль донъяға килгән була. Бына нимә тип үҙе интернет аша аралашҡанда белдергәйне" ...был тыуған көн тик документта ғына. Мин тыуғас ҡот осҡос бурандар башланып китеп, ауыл Советы урынлашҡан Ҡаҙаҡҡол ауылына юл бер нисә көнгә (бәлки аҙналар буйылыр) өҙөлә. Шуға күрә, мине унда 5 март көнө алып барып яҙҙырталар (штрафтан ҡурҡып, 5 февраль тип яҙҙырмайҙар. сөнки Сталин һуғыштан һуң демографияға бик ҙур талаптар ҡуя - көнөндәген көнөндә яҙҙыртырға тейеш булалар тыуған балаларҙы)".
.....нисек кенә булмаһын, хәҙер бынан әллә ни айырма юҡ инде. Алыштырғыһыҙ кешеләр булмай тиһәләр ҙә, була икән шул! Һаман юҡһынабыҙ һеҙҙе, Мәүлит ағай, гел генә дәрт-дарманығыҙ ташып торғас, аҡыллы, киң күңелле һәм эскерһеҙ кәңәшсе, илһамландырыусы, талап ителгёндә - ҡанатты һындырмайынса ғына тәнҡитләүсе мәңге яныбыҙҙа булыр тип төптән яңылышҡанбыҙ..... Хәҙер ни, йәне йәннәттә булһын тип теләргә генә ҡала һәм рухи аманаттары тораһында онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Туған телде күҙ ҡараһы кеүек
Һаҡлайыҡсы, ҡыҙҙар, егеттәр.
Ҡарғалар күп, ә беҙ һирәкбеҙ, тип
Ҡарҡылдауға күсмәй бөркөттәр!
Ерҙә һәр тел — ғүмер буйы йыйған
Хазинаһы бит ул халыҡтың.
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең юғалтырға
Бөртөгөн дә ошо байлыҡтың!
*****
Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Рухыңа тат өҫтәйәсәк телдә күрәм;
Ниндәй генә ауыр көндәр тыуғанда ла
Үҙ балаһын үгәйһетмәҫ илдә күрәм.
Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Йән-тәнеңә ҡеүәт өҫтәр диндә күрәм;
Башҡорт торған һәр бер өйҙөң
тәҙрәһендә
Иман нуры балҡып торған көндә күрәм.
Халҡыбыҙҙың киләсәген һиндә күрәм,
Һин тигәс тә, унар, йөҙәр меңдә күрәм.
Әгәр үрҙә әйткәндәргә ғәмһеҙ булһаң,
Тормошоңдо дөм-ҡараңғы төндә күрәм.
Шаңдау
Бәғзе берәү теле менән ҡуша
Динен һатҡан саҡта, көнөм, тип,
Илкәйем, тип илауланы күңел,
Телгеләнде йәнем, телем, тип.
Тыуған илем әгәр йәйә булһа,
Атам-әсәм теле – осҡор уҡ.
Янһыҙ уҡтан файҙа булмағандай,
Уҡһыҙ йәйәнән дә толҡа юҡ.
Әлмисаҡтан бында милләтемдең
Барыр ере, батыр күлдәре;
Урал таштарына һеңгән хатта
Башҡорт моңо, башҡорт телмәре.
Илкәйем, тип илаулаһа күңел,
Телгеләнһә йәнем, телем, тип,
Урал ҡаяһынан шаңдау килә:
“Илдән, телдән ҡалыу – үлем!..” – тип.
Виртуаль шиғыр
Айҡалғанда Ваҡыт тигән
Ҡәҙимге даръяларҙа,
Аңғармаҫтан килеп индек
Виртуаль донъяларға.
Барыһы виртуаль хәҙер –
Уйыбыҙ, хыялыбыҙ.
Әллә донъя һантый, әллә
Үҙебеҙ хыялыйбыҙ?
Ысын тормош тәҙрәһенә
Элеп ҡараңғы пәрҙә,
Йөҙөп сәйәхәт итәбеҙ
Виртуаль киңлектәрҙә.
Ә унда көллөһө о,кей:
Бүре туҡ, һарыҡ теүәл.
Был уйҙырма донъяларҙа
Хатта дуҫтар виртуаль.
Ул ғынамы һуң?
Вәһемгә
Ҡоролған был донъяла
Виртуаль йәштәр үҙ-ара
Виртуаль ғашиҡ була.
Инһәң, сыҡҡы килмәй торған
Уйындары – әкәмәт.
Мәғлүмәт күп – бер ысынға
Ҡушылған йөҙ әкиәт.
Бына бер ролик: урыҫҡа
Туптан ата украин.
Был виртуаль уйындарҙың
Береһелер, моғайын.
Доллар үҫә, һум тәгәрәй...
Был да ысын түгелдер –
Әлеге шул, кемдер уйлап
Сығарған бер уйындыр.
Һум тәгәрәй, хаҡтар үҫә...
Шул булдымы шаярыу?
Уйын тигәс тә, унда ла
Сама белеүең арыу...
Их, был уйҙырма донъяла
Йәшәүҙәре күңелле! –
Ултыраһың, айыҡ көйө
Бер иҫерек шикелле.
Ҡыҫылыш юҡ Тормош тигән
Ҡәҙимге даръяларҙа –
Ҡыуанып йөрөп ятабыҙ
Виртуаль донъяларҙа...
* * *
Август һуңы.
Сентябрҙең башы.
Йән тулыҡһый ошо миҙгел етһә;
Гүйә, мине мәктәп тупһаһында
Мин уҡытҡан уҡыусылар көтә.
Ишетәмен саф ҡыңғырау сыңын...
Был бит Белем көнө!
Хәҙер – дәрес!..
Күңел елкенеүен көскә тыйып,
Мин класҡа инәм – йәш мөдәрис...
Ай-һай, ғүмер! –
Үтте-китте барҙы,
Тотторманы хатта ҡойроғон да.
“Өн булдымы, әллә төшмө?” – тигән
Уй ҡалдырҙы үҙе тураһында.
Мин уҡытып киткән мәктәптәрҙә
Белем алған малайҙар һәм ҡыҙҙар,
Иҫегеҙҙә һеҙҙең ҡалды микән
Дәрестәрҙә мин өйрәткән йырҙар?
Ә мин хәтерләйем.
Ул йырҙарҙа
Шат балалыҡ, данлы Ватан ине;
Көйҙәренең рухы күтәренке,
Моңдарының төҫө аҡтан ине.
И, ҡәҙерле ҡыҙҙар, малайҙар!
Һеҙ
Ер шарының ҡайһы нөктәһендә?
Мин ҡартайҙым.
Һеҙҙе лә был тормош
Йөрөтмәгәндер гел елкәһендә.
Ғүмер үткән һайын йәш ваҡыттар
Иҫкә төшә.
Тынғыһыҙлай уйҙар:
Тормош көткән саҡта һеҙгә юлдаш
Булды микән мин өйрәткән йырҙар?
И, балалар!
Инде мәңге кире
Бороп булмаһа ла бөгөнгөнө,
Онотмағыҙ шуны: ул йырҙарҙа
Шат балалыҡ, данлы Ватан ине...
Доға ҡылдым
(Үҙ-үҙемә әйтелгән һүҙ)
Заманында йәшәнең һин уйнап,
Был ғүмерҙе мәңгелек, тип уйлап,
Донъя – фани, тиһә, йөҙөң сирып,
Дөрөҫлөктән башың ситкә бороп.
Йыл артынан йылдар үтте һеүләп,
Торманылар һис тә һинән һорап.
Улар, һинең ҡеүәтеңде һурып,
Ҡыу таяҡҡа китте таяндырып.
Инде хәҙер йөрөйһөң һин ҡаръяп,
Аяныслы хәл-әхүәлгә тарып –
Берәй ергә килмәк булһаң барып,
Урыныңдан тормаҫ борон арып.
Тәнтерәкләп атлауыңдан һынап,
Уйлайҙарҙыр, эскәндер, тип шарап.
Эйе, шулайтырһың!
Эсмәй ҡарап,
Был тормошҡа булмай әле ярап.
Эй, елдертә беҙҙе, тулҡын ярып,
Ике атамалы бер үк карап:
Бер исеме – “Ҡартлыҡ”, береһе– “Харап”.
Ғүмеремдең ҡиссаларын барлап,
Киләсәкте хәйерлегә юрап,
Доға ҡылдым, сабырлыҡтар һорап.