Ошо көндәрҙә филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР журналистар, яҙыусылар союздары ағзаһы Рәүеф Вәли улы Шаһиевтың сираттағы “Атайсалым – Ташҡыя” тигән публицистик китабы донъя күрҙе. Авторҙың “Ауылымдың ғаилә хәлдәренән ҡыҫҡаса иҫтәлектәр” бүлегенән: “ Хәтирәләр йомғағы тәгәрәй-тәгәрәй үҙем бала саҡтағы, иҫ белгәндән алып бергә йәшәгән ауылдаштарым хаҡында ине әйтер һүҙем. Был турала күптән ҡәләм тирбәтергә уйым булһа ла аңлы рәүештә һуҙа килдем – йәшем үтә биреп, олоғая башлағас был уйымды тормошҡа ашырырмын тигәйнем. Ваҡыт етте шикелле, киләр быуынға бер уйым булһа ла изге хәтер, тарихи хәтер ҡалһын тип, ҡәләмем үҙ юлынан йүгерһен әле”, - тигән юлдарҙан башлайыҡ әле.
Төптән ҡараһаң, йәнтәйәк өсөн иң файҙалы, иң ышаныслы һәм иң оҙаҡ хеҙмәт итәсәк эштәрҙең береһе – фәҡәт ауылдың йылъяҙмаһын булдырыу. Танылған, был өлкәлә нисәмә йыл фиҙаҡәр хеҙмәт иткән төбәгебеҙ тарихсыһы Рәүеф Вәли улына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ инде!
-Минән эш ҡалмаҫ та ул, ғәйәт күп материал туплағанмын, бар бәлә – китап итеп баҫтырыу өсөн бағыусылар табыу мәсьәләһе, - тип билдәләне ул. – Бына, мәҫәлән, “Учалы ырыуҙары тарихы” китабын сығарырға күптән хыялланам. Муса Мортазин тураһында энциклопедиям күптән үҙ сиратын көтә. Алик Байғарин менән икәүләп Наурыҙ мәктәбе тарихына ҡағылышлы китап та әҙерләйбеҙ. Мәҫкәү ауылы тураһында айырым китап сығарырға ине – иҫәпләй башлаһаң күп, нәшер итеү өсөн аҡса табыу ғына тотҡарлыҡтар ҡуя. Ярар, яҙғаны булыр әле.
....Барыбыҙ ҙа был донъяға ваҡытлыса ғына килгәнбеҙ. Тарих биттәре ябыла бара, үткәндәрҙе яҡшы белеүселәр баҡыйлыҡҡа китә, бик күп лайыҡлынан-лайыҡлы кешеләр эҙһеҙ онотола, хатта, ултыраҡтар үҙҙәре лә ҡороп ҡуйғылай. Һәр ауыл тураһында йыйынтыҡтар булдырылһа, ҡалай яҡшы булыр ине!