Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2023, 14:26

420 вакансия иҫәпләнә

Сираттағы Эш урындары йәрминкәһе үтте

420 вакансия иҫәпләнә
420 вакансия иҫәпләнә

Сираттағы Эш урындары йәрмнкәһе үтте. 23 эш биреүсе (“Урал таштары”, “Байрамғол” агрофирмаһы, тегеү фабрикаһы, “Санғалыҡ диорит карьеры, “БашРЭС”, Учалы телевидениеһы, район хакимиәте һәм башҡа предприятие-учреждениелар) ике йөҙҙән ашыу вакансия тәҡдим итте. Ә барлығы әлеге ваҡыт районда 420 вакансия иҫәпләнә. Шул иҫәптән  төрлө категориялағы водителдәр, автогрейдер машинистары, бульдозерсылар, быраулаусылар, экскваторсылар, тракторсылар, монтажсылар, иретеп йәбештереүселәр, тегенселәр, слесарҙар  талап ителә.

Йәрминкәгә килеүселәрҙең кемелер  шундуҡ  үҙенә эш тапты, кемелер  эшкә урынлашыу өсөн һөнәри әҙерлек алыу мөмкинлектәрен белеп ҡайтты. Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы квалификация алыу  буйынса ла, резюме төҙөү тәртибе тураһында ла, йүнселлеккә тотоноу хаҡында ла ентекле аңлаттылар.

Учалы районындағы вакансиялар тураһында  https://trudvsem.ru/ сайтында танышырға йә  8 (34791) 6-25-95 номеры буйынса телефондан шылтыратып белешергә мөмкин.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: