Яйыҡ
+3 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март , 14:03

Йәнлектәр ярайһы үрсей

Туристар Ирәмәлгә ҡышын да бара икән, сөнки йәйәү аҙыраҡ атларға мөмкин.

Йәнлектәр ярайһы үрсей
Йәнлектәр ярайһы үрсей

Ике ай дауам итеп, “Ҡышҡы маршрут иҫәбе” кампанияһы ошо көндәрҙә тамамланды.

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияровтан һөҙөмтәләре тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

-Кәмендә 10 километр оҙонлоҡта 10 маршрут  һалынды.  Буйынан-буйына сығып, ҡырағай йәнлектәр эҙҙәре теркәлә  бара. Ҡар яуғандың икенсе көнөнә, яуым-төшөм юҡ саҡта, 4-5 маршрутта башта  иҫке эҙҙәрҙе  тигеҙләргә лә тура килде. Айырыуса һаҡланған биләмәлә фауна байый һәм төрлөләнә генә бара. Быйыл, мәҫәлән, ҡыр кәзәләре апаруҡ ишәйҙе, был тәү сиратта бүреләр һаны кәмеүгә бәйлелер. Ҡыр ҡабандары, мышылар, ҡуян-тейендәр, ҡош-ҡорт  байтаҡ, яңыраҡ, ҡарығыу осоро булғанғалыр инде, хатта ҡалған саҡ үҙен бик  йәшерен тотҡан һеләүһен эҙҙәрен дә тап иттек.

Мирдар Руслан улының фекеренсә, ыңғай үҙгәрештәр тәү сиратта бында һунарға юл ҡуйылмау менән аңлатыла. Биотехник саралар ҙа файҙалы: үтеп барған ҡыш, мәҫәлән, 15 тонна иген фуражы, 5 тонналап тоҙ менән һыйлана парк януарҙары, 100  пар ҡайын миндектәре  эленә (мунса миндектәренән байтаҡҡа ҙурыраҡ һәм тоҙло һыу менән һирпелә).

Был  ҡыш сағыштырмаса ҡулай үтте.  Көрт саманан тыш  баҫмай, селлә самалы булды, ҡар яуғансы ер шаҡырайып туңмай. Шулай ҙа ҡыш ҡыш инде, ауырлыҡтар менән был дәүерҙе үткәргән, үрсергә  ынтылған  ҡош-ҡортто  был осорҙа үлтереү закон алдында ғына енәйәт түгел, айырыуса  ауыр ғонаһ та була торғандыр! Былтыр “Ирәмәлдә” ике браконьерлыҡ осрағы теркәлгәйне, быйыл әлегә юҡ. Сиктәргә яҡыныраҡ мышы атыуҙың ике осрағы теркәлә. Тикшереү үтә. Лицензия алған һунарсылар  кәсеп итеүе асыҡланды. Ошо айҡанлы аңлатма бирергә кәрәктер: парк зонаһы кәртәләп алынмаған, әгәр ҙә мышы сикте үткәс атып үлтерелгән булһа, быны һунарсы белмәгән осраҡта ла,  енәйәт яуаплылығына тарттырылыр ине. Эх, малҡайҙар, ҡотолоуға  бик яҡын килеп тә, баштарығыҙға еткәндәр шул.... Әгәр ҙә һунар зонаһында яраланып өлгөргән йәнлек  айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә үтеп инә икән, был хаҡта һунарсы шундуҡ инспекторҙарға хәбәр итергә бурыслы.  Ҡабатлап әйтәбеҙ, тәбиғәт паркында кәсеп итеү түгел, ҡорал йә эт менән үтеп инеү ҙә, алдан килешелмәгән ерҙә транспорт менән йөрөү ҙә ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Былтыр, әйткәндәй,  пропуск алмайынса үткән өсөн туристарға 10 административ эш ҡуҙғатылған. Изге тауға сәфәр ҡылыусылар ҡышын да бар  икән.  Туроператорҙар менән 9 килешеү төҙөлгән, туристарҙы ҡаргиҙәрҙә йөрөтәләр. Ҡышын барыуҙың ни ҡыҙығы, тип аптырамағыҙ, баҡһаң, йәйен Ирәмәлгә барғанда күп йәйәү атларға тура килә, ә ҡарғиҙәр менән түбәнең итәгенә тиклем  еткерәләр. Тик  боҙ-ҡар ҡаплаған таштарҙан үрмәләү йәйгенән байтаҡ  ҡатмарлыраҡ инде. Имгәнеүселәр ҙә булмай түгел.... Әлеге мәл Учалынан барыусылар ғәҙәттә көнөндә әйләнеп ҡайта,  һирәк-һаяҡ  операторҙарҙың Байһаҡалдағы базаларында ҡунғылайҙар, ти. Ә бына Белорет яғынан барыусылар сәйәхәтте рәхәтләнеп ике-өс көнгә һуҙа. Сөнки Николаевка ауылындағы базаға яҡшы юл да һуҙылған, электр энергияһы, элемтә бар, йорттар йылы бәҙрәф һәм башҡа коммуналь уңайлыҡтар менән тәьмин ителгән. Тәбиғи, туристар ағымы тап шул йүнәлештән арта ғына бара, хатта, бәғзе учалылар ҙа күршеләргә  өҫтөнлөк бирә башлаған икән. Эх, ҡасан ғына Байһаҡалға, һис юғында Ихсанға тиклем яҡшыраҡ юл һалыныр тип хыялланырға ғына ҡала. Туризм тураһында күпме ләстит һатма, был тармаҡ  ышаныслы үҫешһен өсөн тәү сиратта транспорт ҡулайлығы талап ителә бит.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в