Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2023, 14:08

Ишан иҫтәлегенә турнир

Учалы ҡалаһында  билмау менән көрәш турниры ойошторолдо

Ишан иҫтәлегенә турнир
Ишан иҫтәлегенә турнир

Бөйөк мәғрифәтсе,  даһи дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 190 йыллыҡҡа һәм Башҡортостан Спорт  министрлығының 100 йыллығына  арнап  Учалы ҡалаһында  билмау менән көрәш турниры ойошторолдо.  Биш команда (Балалар-йәштәр спорт мәктәбе тренерҙары Александр Шумков, Фәһим Шакиров, Илья Моратшиндың өйрәнсектәре, Белорет районының Абҙаҡ, Сосновка ҡасабалары вәкилдәре), 2005-2014 йыл тыуған ҡыҙ-егеттәр көс һынаша.

Ярыш бик сәмле бара,  судьялыҡтың  ғәҙел алып барылыуына Рәсәй спорт мастеры  Әлфинә Фәхретдинова үҙ өлөшөн индерә. Сарала Учалы мөхтәсибәтенән  Флүр-хәҙрәт  Ғимаев ҡатнаша, яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан тураһында мауыҡтырғыс итеп  һөйләй, еңеүселәргә приздар тапшыра.

Дин-әхлаҡ һәм спорт тәрбиәһе ошолай бер-беренә үрелеп  барыуы бик тә мәслихәт!

Ә түбәндәге йәш яҡташтарыбыҙ турнир чемпиондары булып таныла: Фидан Баҡиев, Нәркәс Нуритдинова, Мәхәммәт Ҡотломбаев ( тренерҙары Александр Шумков), Арсен Камалов (Илья Моратшин).

Әлегә чемпион булмағандар ҙа,  камиллашып, тәжрибә, рух күтәренкелеге алып ҡайтты.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: