Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2023, 14:47

“Ҡарт ҡарға үләт суҡыуын ташламаҫ”,

....хәмергә ҡанығыу ҙа, автомобилдә йөрөү теләге лә бер ҡайҙа  ғәйеп булмай.

“Ҡарт ҡарға үләт суҡыуын ташламаҫ”,
“Ҡарт ҡарға үләт суҡыуын ташламаҫ”,

“Ҡарт ҡарға үләт суҡыуын ташламаҫ”, - тип юҡҡа әйтәмәйҙәр инде ул.  Был осраҡта  һүҙ барған яҡташыбыҙ ҡарт та түгел әле, ир  уртаһында, әммә алама ғәҙәттәренән ҡотола алмағас ҡотола алмайҙыр инде. Ҡыҫҡаһы, эсеп руль артына ултырған өсөн административ яза алған була, һуңынан шундай уҡ ғәйеп өсөн 264.1-се статья буйынса енәйәт яуаплылылығына тарттырыла.

Әммә хәмергә ҡанығыу ҙа, автомобилдә йөрөү теләге лә бер ҡайҙа  ғәйеп булмай.  Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмаҫ! Эскән килеш нишләптер Учалы ҡалаһының “ Цветочная фея” магазинында булғанында прилавкала ятҡан автомобиль асҡыстарын абайлай һәм сәлдерә. Тиҙ генә сыға һалып, магазин эргәһендә торған «Renault Duster» автомобилен ҡыуып алып китә. Йыраҡ бара алмай, юл инспекторҙары тарафынан тотола.

Учалы район судынан белдереүҙәренсә, ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 1 йыл 2 ай ултырасаҡ, 4 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан да мәхрүм ителде.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: