Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2023, 15:20

Яҙлыҡҡан маршрут

Район үҙәгенә йомош менән сығырға тура килде, юл ыңғайы танышымдың һорауы буйынса килтергәнемде өйөнә алып барып ҡалдырырға булдым, таҙа урманда үҫкән ағас бәшмәген, чага килтереүемде үтенгәйне. Банк, МФС, налог биналары араһында югермәләп йөрөп аяҡтарым талһа ла өйөнә ыңғайланым, автобус хәрәкәтенең маршруттарын белмәйем.Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәре дөрөҫтөр, өйө бикле, танышым телефонын да  алманы. Ҡаланың таш юлдарында йөрөп арыған аяҡтарымды һөйрәп, яҡындағы автобус туҡталышына кире килдем, иҫәбем үҙебеҙҙең ауыл автобусын йылы вокзалда көтөү, уның ҡуҙғалып китеү ваҡытына әле өс сәғәттәй ваҡыт бар.

Яҙлыҡҡан маршрут
Яҙлыҡҡан маршрут

Яҙлыҡҡан маршрут.

Хикәйә.

Район үҙәгенә йомош менән сығырға тура килде, юл ыңғайы танышымдың һорауы буйынса килтергәнемде өйөнә алып барып ҡалдырырға булдым, таҙа урманда үҫкән ағас бәшмәген, чага килтереүемде үтенгәйне. Банк, МФС, налог биналары араһында югермәләп йөрөп аяҡтарым талһа ла өйөнә ыңғайланым, автобус хәрәкәтенең маршруттарын белмәйем.Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәре дөрөҫтөр, өйө бикле, танышым телефонын да  алманы. Ҡаланың таш юлдарында йөрөп арыған аяҡтарымды һөйрәп, яҡындағы автобус туҡталышына кире килдем, иҫәбем үҙебеҙҙең ауыл автобусын йылы вокзалда көтөү, уның ҡуҙғалып китеү ваҡытына әле өс сәғәттәй ваҡыт бар.
.  Туҡталышта йоҡомһорап ултырған ирҙән башҡа берәү ҙә күренмәй, иҫеректер күрәһең, эргәһендә һәптәнләп йөрөгән этте янына саҡырып алып һыйпай, кеҫәһендә соҡона башланы. Һыйларға һыйы булмаһа ла эт ҡәнәғәт, ҡойроғон болғап уның ҡуйынына һырынды.
.   -Ҡурҡмағыҙ апай, ултырығыҙ, мин кеше ашамайым ул,-минең һағайып ҡына уны күҙәтеүемде һиҙгәндер, эскәмейәнең ситенә уҡ шылып мине саҡырҙы,-мин дә ауыл балаһы.
.  Пакетымды яныма ғына ҡуйып мин эскәмейәнең икенсе осона сүгәләнем, аҡса һалынған бәләкәй сумкамды ҡыҫыбыраҡ тоттом, аяҡтарыма ял кәрәк ине.
.    -Иҫерек түгелмен мин, дөрөҫ эстем, ә башым айыҡ. Һеҙгә нисәнсе маршрут кәрәк?
.   -Вокзалға барам мин, киске автобусҡа...
.   Уның менән һөйләшергә теләмәһәм дә яуапһыҙ ҡалыуҙы оҡшатманым.
.   -Бер ярты сәғәт көтөргә тура килер һеҙгә, үтте ул яңы ғына, хәҙер тәнәфес мәле уларҙың.
. -Минеке лә үтте, тороп ҡалдым үҙемдең маршруттан...- тауышында ниндәйҙер үкенес, һыҙланыу, һағыш бар ине, был автобустан ғына тороп ҡалыу үкенесе түгел.
.   -Бында йәшәйһеңме?-ниңәлер өндәшмәй ҡалыуҙы килештермәнем.
.   -Эйе, ҡартатай инде хәҙер мин, үҙем ауылдан, ошонда төпләнергә тура килде, әле  элек бергә Себерҙә эшләгән дуҫтың пенсияға сығыуын йыуып ҡайтып барам, ҙурҙан ҡунаҡ йыйған, артыҡ эсмәһәм дә ауырайтты, ҡайтып ял итергә кәрәк, иртәгә эшкә. Шәп йәшәй, нигеҙҙе ныҡтан төҙөгән. Дуҫ, ҡунаҡтары менән Граф күленә шешлек бешерергә барасаҡтарын, мунса, һыу төшәсәктәрен әйтһә лә ҡайтып киттем, ҡыйын миңә, эс боша...
.  Тыңлаған булып ултырам, эскән кеше ни һөйләмәҫ, вокзалға йәйәү барып етерлек хәлдә түгелмен. Алкаштарҙың да мин эскесе түгел, тигәндәрен күп ишеткәнем бар.
.   -Үҙ маршрутымдан тороп ҡалыуымдың сәбәбе лә бар, икеләнеп уйланып ултырам, ниңә мин генә аяҡтан йығылыу хәлендәмен, башҡалар һин дә мин, бер-бер хикмәт барҙыр бында.
.   Аңлатып һөйләмәйемдер күрәһең, аптыранып ҡалдығыҙ апай, дуҫым менән мин дә быйыл пенсияға сыҡҡан булыр инем, әгәр элек үк эшемде ташлап Себерҙән ҡайтмаһам.Минең дә донъям етеш булыр ине, һәйбәт машинам бар ҙа ул, эскән саҡта рулгә тотонмайым, өйҙә ҡалды.
.  Автобус килер яҡҡа күҙ һалһам да, күренмәй миңә кәрәге, ирҙең әйткәне дөрөҫтөр.
.    -Ҡатыным һылыу минең, әле ул ҡунаҡтан ҡайтмай ҡалды, минең менән ҡайтырға теләмәне...
.    Ә яратышып өйләнештек, армиянан ҡайтыу менән ауылдан ошо ҡалаға килеп эшкә урынлашҡайным, уйламағанда иптәш егеттең туйында уны тап иттем. Һылыу ине, ут-ялҡын ине, мине ҡыр типмәне, ауыл малайынан ир яһаны. Янып-ярһып яраттым, ике йәшлек малайы барлығын аҙаҡ белһәм дә өйләнеү өсөн кәртә булманы, шартына килтереп туй яһаныҡ.
.  Әсәйем ҡаршы булды, тыңламаным, атайым өндәшмәне, торлаҡ мәсьәләһе ҡалҡып сыҡҡас ошо дуҫ менән Себергә эшкә сығып киттек, дәртләнеп өй төҙөргә башланым.
.   Уның малайын сит күрмәнем, үҙебеҙҙекеләр тыуҙы, ҡәйнәм алдан үҙе әйтеүенсә тулыһынса малайҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алды, кейем-һалымын, кәрәк-ярағын теүәлләне. Мине рәнйетер тигәндер, ә бала миңә тартылды, үҙе илгәҙәк кенә, ике уртала йөрөп үҫте инде, бер ауырлығы булманы. Ауылдан итен-майын, картуфын-йәшелсәһен артығы менән ебәреп торҙолар, өй төҙөгән йыл, балалар үҫкән мәл тинеләр, әммә һәр ваҡыт ҡатыным аҡса етмәүгә зарланды. Шунда шикләнһәмсе бер аҙ, эсәлер тип уйламаным да, бер ҡайтыуыма өйҙә яңғыҙы түгел ине, балалар ауылда, таныш түгел ир.
.   Аҡланды, туғаныбыҙ тине, осраҡлы килеп ингән, сәй эскәндәр, ышанырға тырыштым, эскәнлеген һиҙһәм дә, ярата инем, балалар бар.
.  Башҡаса Себергә эшкә китмәнем, ҡыҙғандым, көнләштем инде, ҡарауыллап ҡына йәшәйәсәкмен имеш. Тотоп булмай икән эскән бисәне, ҡайҙандыр табып эсә, сәбәбен эҙләй. Эшләй ине, медик  һөнәре буйынса, эсеп ҡыуылды, санитарка булып эшләргә теләмәне, йәнәһе бүтәндәр осло туфлиҙа тыҡылдата баҫып йөрөгәндә, ул иҙән йыуып йөрөмәҫ, эштән-эшкә күсеп йөрөнө.
. Икебеҙ эшләһәк тә донъя алға бармай, ошоғаса ашарыбыҙға ауылдан ташыныҡ, ҡәйнәм дә ярҙамынан өҙмәй, алға китеш юҡ.
.   Үҙем төп эшемдән тыш, ял ваҡытында кешеләргә ялланып ҡыйыҡтарын ябышам, өйҙәрен күтәрешәм, үҙебеҙҙең дуҫ-иштәр менән бригада төҙөгәнбеҙ, буш ултырған юҡ.
.  Өлкән малай үҙе лә тырыш булып сыҡты, ҡәйнәм ярҙамы менән юғары уҡыу йортон бөтөп, ошонда табиб булып эшләй, бәлки ишетә беләһеңдер.
.    Исем-атын атаһа ла белмәй инем, тик уның ғорурланып һөйләгәнен күргәнгә кәйефен боҙғом килмәне, ыңғай яуап бирҙем.
.   Атай мәрхүм булғас әсәй малдарын бөтөрҙө, ауырығас картуф, йәшелсәһен дә ултырта алманы. Шул саҡта ғына күҙем асылғандай булды, минең һылыу ҡатыным баҡсала соҡонорға яратмай икән. Хатта мул уңыш биргән ике төп алмағастың емешен дә йыйып алмай, көҙ балалар йыйып алып ашайҙар, артҡанын ауылға әсәйгә алып барам, боҙолғандарын малдарға ашата.Ҡала ҡыҙы булғанға тиер инең, дуҫтың да кәләше ҡаланыҡы, әле өҫтәлгә нимәләр генә теҙмәгән, ҡалаҡ һалыр урын юҡ, бөтәһен дә үҙе етештергән, тоҙлаған, бешергән. Быйыл яҙ кишер, ҡыярҙы үҙем ултырттым, ер иркен, сәс кенә, юҡ, үҙем калымға киткәндә тәрбиәләмәгән дә, исмаһам һыу һипһәсе, үҫмәне. Үҙебеҙҙең ҡыҙ башҡалала уҡый, банкаларға салаттар яһар тип өмөтләнгәйнем, ошоғаса ауылдан әсәй ебәрә ине.
.   Аҡса тоттормай ҙа ҡараным, үҙем түләүҙәрҙе түләйем, ашарға алам, балаларға кейенеренә лә күп кәрәк, юҡ, барыбер эсергә тыға аҡсаһын. Өйҙә таҙалыҡ, тәмле  бешеренә, ә бәйләү-тегенеүгә барымы юҡ, һәр һүтек-йыртыҡты текмәй гел яңыға ынтылғас, нисек аҡса еткерәһең.
.  Яҙ ҡапыл хәлем хөртәйеп китте, әмәлгә ҡалғандай улым беҙгә килгән ине, уның ярҙамы менән тиҙ генә больницала тикшереү үткәреп, анализдар алдылар. Ҡанымда көслө йоҡо дарыуының составын тапҡандар, эскәнем юҡ ундай дарыуҙарҙы, Аллаһы-биллаһи.
Ҡатын  медсестра булғайны ла, шуның ҡулы уйнағандыр, уйламағанда йоҡлап ҡалған ваҡыттарым хәтергә төштө, әле лә ҡунаҡтан  ауырайып ҡайтып барыуым да шунандыр, эй, үҙем дә шиксел кешегә әүерелеп барам шикелле.
.   Быйыл әсәй биреште, ҡышҡыһын үҙебеҙҙә йәшәтәйек тигән инем ҡатынға, миңә ҡарауылсы кәрәкмәй тип ҡырҡа ҡаршы төштө. Онотҡан ошоғаса ит-майҙы һатып алмай йәшәгәнен, йәй бесән эшләнең, улар бирергә тейешле ине, тип ҡысҡырҙы. Хәҙер беҙ үҙебеҙ элекке улар йәшендәбеҙ, балаларға ярҙам итергә , күтәрергә тейешбеҙ, ә ул турала уйламай, уға ғына кемдер тейеш.
.  Үҙемдең маршруттан тороп ҡалыуым да, әллә такси яллап кире дуҫҡа барырғамы тигән уй килеүенән башыма, ҡатын тыңлаһа алып ҡайтыр инем, тыңламаһа тағы үҙем оятҡа ғына ҡалырмынмы.Иҫереп ятмаҫ та, ә бына өйгә ҡайтам тип алдап, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеүе ихтимал, тыңламай ул.Улым әллә нисә тапҡыр уколдар, системалар яһап айныҡтырып алды, ярҙамы ғына теймәй, аптыранам инде.
.  Ана һеҙҙең маршрут автобусы күренде апай, ошоға ултырһағыҙ тура вокзалға барырһығыҙ, мин генә ул әллә ашыҡтым, әллә һуңланым үҙ юлымда, буталдым, яҙлыҡтым маршрутымдан.
.   Килешле генә кейенгән үҙ уйҙарында буталанып, ауыр кисерештәргә бирелеп, асылып үҙенең тормош хәлен һөйләгән ирҙе, хәҙер ниңәлер иҫерек тип әйтә алманым был юлы, туҡталышта ултырып ҡалды, берәҙәк эт уның йылыһын тойоп алдына башын һалған.
Гөлдәр әбей.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: