Яйыҡ
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2023, 11:10

Үгәй әсәй

- Алло! Ҡайттыңмы? Һауыт-һабаны йыуып ҡуй, мин өлгөрмәнем иртәнсәк. Картуф әрсе, үҙем ҡурырмын. Ләйләнең дәресен эшләт, тикшер яҡшылап. Гөлкәйҙе алтынан һуң ғына ал, киске ашты ашаһын.    

Үгәй әсәй
Үгәй әсәй

Миләүшә Ҡаһарманова

Үгәй әсәй

Трубкаһын һалып өлгөрмәй, тағы ла нимәләрендер иҫләп, ҡабаттан ҡолағына ҡуя:
— Ҡыйҙы сығар. Аш бүлмәһенең иҙәнен һөрт.
Теге яҡта нимә тиҙәрҙер инде, һәр хәлдә һөләшеүсеһенең тауышы ишетелмәй, шым ғына баш ҡағып торамы, әллә “ыһы” тиеү менән генә сикләнәме. Нимә тиһә лә был яҡтағыға барыбер, ҡоро ғына бойороҡтар бирә лә һала. Коллегам был минең, бер кабинетта ултырабыҙ. Минең генә түгел, бүлмәлә биш ҡатын-ҡыҙбыҙ. Һәм әлеге Земфира ошолай телефондан һөйләшә башлаһа, ҡалған дүртебеҙ көсөргәнешле шымып, хатта шымтайып ҡала. Юҡ, тупаҫ һөйләшмәй ул, ҡысҡырмай ҙа, әрләмәй ҙә былай. Әммә нисектер ҡоро, ҡаты тип әйтәйемме, улай ғына түгел ул... ҡалайыраҡ итеп аңлатырға икән... һалҡын, һөйөүһеҙ тиһәм дөрөҫөрәк булыр – бына шулай килеп сыға әңгәмәһе. Төптән, күкрәктән түгел, ә тамаҡ тәңгәленән генә килә кеүек тауышы ла. Быны беҙ барыбыҙ ҙа тойоп ултырабыҙ. Телефонға үрелгәндә үк күҙ ҡараштары һалҡынайыуын, аҙаҡ шул телефонын кәрәкмәгән нәмәләй итеп ырғыта биреп һалыуын да күреп өйрәнгәнбеҙ. Уныһы – ярай, үҙ әйбере, теләһә ни эшләтһен дә, кем менән һөйләшкәнен белгәнгә һағаябыҙ. Үгәй ҡыҙы менән. Үҙе әйтеүенсә, биш йәшенән алып көтөп үҫтереп килгән үҫмер ҡыҙы менән.
Земфира беҙҙең коллективҡа өс йыл элек килде. Инеп күренеүенән үк, йәғни беренсе ҡараштан, беҙ уның бик тә ҡараулы, сибәр һәм хәлле йәшәмештә булыуын төшөндөк. Нимәләренән тиһегеҙме? Ҡатын-ҡыҙға быны аңлатып тороу кәрәкме? Аяғындағы итегенән, ҡулындағы сумкаһынан, өҫтөндәге кейеменән, ҡолағындағы алҡаһынан, бармаҡтарындағы тырнаҡ лагынан. Ултырасаҡ өҫтәленә сылтыратып һалған машина асҡысынан. Һәм ысынлап шулай булып сыҡты ла. Яңы коллегабыҙҙың ире ниндәйҙер ойошманың етәксеһе икән. Аҙаҡ танышып-өйрәнешеп, бергә сәйҙәр эсә, серләшә-ләпелдәшә башлағас, икенсе ире икәнлеген дә, балалы иргә үҙе бер бала менән килеп, уртаҡ тағы берәүҙәре булып, өс ҡыҙ үҫтереп ятҡандарын да белдек. “Балалы иргә” тиеүенә сәйерһендек, әлбиттә, беҙҙә бит ғәҙәттә ҡатындар ғына “балалы” була. Айырылышып киткәндә лә, башҡа сәбәптәрендә лә, бала-саға әсәй менән ҡала ла, был хәл берәүҙе лә аптыратмай. Ә ирҙәрҙең яңғыҙ бала көтөүе һирәк күренеш. Шунлыҡтан ҡыҙыҡһынмай ҡала булабыҙмы.
— Иреңдең тәүге ҡатыны мәрхүм булғанмы әллә? “Бала менән” тигәсең һорайым инде, — тип аҡлана биреп кенә ҡылын сиртә арабыҙҙа иң олоһо булған Саимә апай. Ул шулай белергә теләгәнен уңайһыҙланған булып, йәтеш итеп төпсөнә торған.
— Юҡ, — тип яуаплай Земфира еңел генә. Һәм ошо һорауҙы көтөп кенә торғандай һөйләп тә һала: — Иремдең беренсе бисәһе аҙғын була, икенсе менән йөрөп китеп, тотола. Унан ирем өйҙән ҡыуа башлағас, үсегепме, еңәм типме, фатир тәҙрәһенән һикерә.
— Йә, Хоҙай! Аллам һаҡлаһын... – тип кенә әйтә ала Саимә апайыбыҙ.
— Үлгәнме улай булғас? – минең дә аҙағын белгем килә шул.
— Үлеп ҡуймаһын! Әллә нисә йыл бәлә булып ятты. Һуңынан атлап киткән шикелле, точно ғынаһын белмәйем, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ.
— У-уй, ҡалай хата яһаған... – ҡатындарҙың һәр береһе үҙенсә һығымта яһай. – Исмаһам, балаһын уйлаһа ни булған... Ҡыҙ ғынаһына нисә йәш булды икән?
— Миңә килгәнендә биш ине, тимәк, ул хәлдә бер өс тирәһе булғандыр.
— Бахыр...
— Нимәһе “бахыр”? – Земфира яурындарын һикертеп үк ҡуя, — Өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Минең балаларым да ул йәшәгән шарттарҙа йәшәй, шул уҡ ризыҡты ашай. Мине “әсәй” тип өйрәнгән, үҙ әпсәһен хәтерләмәй ҙә ул.
Ул шулай тип тынысландырҙы тынысландырыуын, тик беҙ бындағы барыбыҙ ҙа, олобоҙ ҙа, йәшебеҙ ҙә, балалы ҡатындар һәм һәр беребеҙ шул мәл был бала урынына үҙ сабыйыбыҙҙы ҡуйып тетрәнде, моғайын. Һәр хәлдә минең йөрәгем өҙөлөп төшөп китә генә яҙҙы, ирекһеҙҙән усым менән түшемде яптым. Саимә апай ҙа бер ауыр итеп көрһөнөп, һәммәһенең уйын әйтеп ҡуйҙы:
— Эй, аллам-Раббым, балаларымды, балаларымдың балаларын кем тапҡан шунан көттөр, етемлектәрҙе күрһәтмә, Хоҙайым.
Бер яҡтан ҡарағанда, Земфираның ғаиләлә иң оло бала булған үгәй ҡыҙына эш ҡушыуы бер нәмә лә түгел һымаҡ. Кем балаһын йомшамай? Үҙебеҙ телефондан һыҙыра әрләп ташларға ла, “Ҡайтһам, йәнеңде алам” тип янап һалырға ла аптырамайбыҙ. Ялдан килеп “малайҙы ҡайышланым әле” йәки “ҡыҙҙы наказать иттем” тип һөйләүселәр ҙә бар. Донъя хәлендә, бынау эш һәм башҡа йөҙ төрлө мәшәҡәт араһында балалар үҫтереп ятҡан көн – ни хәл итәһең – һуғып та, әрләп тә ебәрелә. Әммә, әсәләр әсәләр инде, үҙебеҙҙең “эш ҡушыу” менән Земфираның “эш ҡушыуы” араһында айырма барлығын һиҙәбеҙ. Һәр әйткән һүҙенән үгәйлек һалҡынлығын, битарафлыҡ сатҡыларын тойоп ултырабыҙ.
— Привет, балаҡайым! Шунан, бөттөмө дәрес? – тип башлаһа, үҙ ҡыҙы икәнен беләбеҙ. – Ашаттымы апайың? Арыныңмы? Ятып тор һуң, балам, йоҡлап ал да, дәрестәреңә ултыр. Йә, ярай, ҡайтҡас һөйләшербеҙ. Мин дә һине яратам. Пока.
Ә инде “Алло! Нимә эшләйһең? Һаман ҡайтманыңмы ни? Ҡайтһаң шуны шулай ит, быны былай” тип башланһа ла, покаһыҙ-ниһеҙ һалып ҡуйылһа – билдәле – үгәй ҡыҙы.
Тик нисек һөйләшһә лә кеше ғаиләһенә ҡыҫылып булмай. Үҙебеҙ үгәй әсә булып ҡарамағанбыҙ, кеше балаһын тәрбиәләмәгәнбеҙ, был хәлде ситтән күҙәтеп “шыш-быш” итәбеҙ ҙә – бөтә ине, бер мәл Земфираның бойороҡ биреүҙәре бөтөп киткән. Ҡатындар һиҙгер ҙә инде, кемдер быны аңғарып та ҡалған икән. Сәй эскәндә яйын тура килтереп һорап та ҡуйҙы берәүебеҙ:
— Өлкән ҡыҙың ун берҙе тамамланы түгелме, ҡайҙа инде шул? Әллә ҡырға-фәлән китеп барҙымы?
— Китте! Етем бала аҫыраһаң шул инде...
— Ҡайҙа китте?
— Әпсәһенә сығып киткән булды. Нисә йыл иҫенә лә төшөрмәгән бисә как бутта уны көтөп тора? Кире ҡайтыр булһа, ныҡ итеп әйт, ғәфү үтенмәйсә индермәйем тинем әле атаһына.
— Алай икә-ән... – Саимә апай үҙенсә һығымта яһанымы, бер нөктәгә текәлеп ултыра бирҙе лә, “әпәр” итеп тороп китте. Уның артынан беҙ ҙә ҡуҙғалдыҡ.
Бер-нисә йылдан, ниндәйҙер тантанаға күлдәк тектереүгә тегенсе эҙләп иғландар ҡарай инем, танышым үҙ тегенсеһен тәҡдим итте. Телефон номерын биргәндә “Аптырамаҫһың, ғәрип ҡатын ул, иғтибар итмә” тип тә киҫәтте. Барып эҙләп таптым. Ишекте ысынлап ғәрип кеше асты. Башта уның ҡатын икәнлеген дә ҡапылдан аңламаным. Тертләпме, тетрәнепме аҙыраҡ юғалыңҡырап ҡалдым. Шул халәтемдән уңайһыҙландым, тегенсе лә быны һиҙҙе, көлөп ебәрҙе:
— Ҡурҡмағыҙ ҙа, оялмағыҙ ҙа, мин өйрәнгәнмен инде, үтегеҙ.
Артынан эйәреп барғанда ҡатындың бер яҡҡа ҡыйшайып сатанлауын да, бер яурынының һиҙелерлек төшкәнен, бөтөн кәүҙәһенең шул яҡҡа ҡыйшайғанын аңғарҙым. Ә иң аяныслыһы уның бите инде. Һыңар күҙе йомола биреп, танауы, ауыҙы, сикәһе ҡырын булыңҡырап салшайып тора. “Аллам һаҡлаһын” тигән уй тел осонан саҡ ысҡынмай ғына...
Тегенсе ай-вайыма ҡарамай сәй ултыртты. Уның ҡаршыһында бер йотом йота алмаҫтай булһам да, үҙемде ҡулға алып ултырҙым. Сәй араһында алып килгән туҡымаларымды, журналдарҙан күлдәк фасондарын ҡарап сыҡтыҡ. Аҙаҡ үлсәмдәремде алып, хаҡын килешеп, тышҡа сығып уҡ оҙатып ҡалды. Заказды ала килгәнемдә тегенсем өҫтәлен әҙерләп үк көтөп торған, юлда ла ҡат-ҡат шылтыратып ҡабаландырҙы. Был юлы ул ингәс тә һорау менән ҡаршыланы:
— Һин мине танымайһың, ивет?
Сисенеп торған ерҙән туҡтап уға төбәлдем:
— Ю-уҡ...
Кеткелдәтә көлөп алды ла, фотоальбом тотоп та килде:
— Ә быны?
Һүрәттәге йәш ир менән ҡатынды сырамытҡандай итәм, тик атап ҡына әйтә алмайым:
— Таныш һымаҡтар...
— Студент саҡтағы Салауат ағайыңды хәтерләмәйһеңме? 505-тә йәшәне, ҡатыны, ҡыҙы менән?
Тора биргәс тағы ла нығыраҡ аптыранған ҡарашымды ҡатындың зәғиф йөҙөнә күсерәм:
— Эйе-е... Салауат ағайҙы иҫләйем, балаһын ҡалдыра ине ҡай саҡ. Ҡатыны?.. Һеҙ инегеҙме ул?..
Ҡатын тағы кеткелдәп көлә:
— Мин инем бит! Гөлдәр апайыңды таныманың, әй!
Танырһың! Ул саҡтағы ҡурсаҡ һымаҡ апай менән әлеге инәй араһында айырма түгел, упҡын ята.
Өҫтәл артында ла иҫемә килә алмайым әле. Алдымдағы фото менән ҡаршымадағыны сағыштырып, берәй оҡшашлығын табырға тырышам. Әһә... йылмайһа аҙыраҡ нимәлер сағылып китә икән... шул ғына.
— Мин бит аварияға осраным. Күптән инде. Салауат ағайың менән уның районына ҡайтып йәшәп ятҡанда, — тип, ни һорарымды белгән Гөлдәр апай үҙе сиселә. Бәлки, шул хаҡта һөйләгеһе лә килгәндер инде, кем белә. – Ҙур итеп өй һалғайныҡ. Салауат ағайыңды ҡайтҡас та хакимиәткә алдылар, оҙаҡламай урынбаҫар итеп ҡуйҙылар. Уның шәп кеше булғанын беләһең дә инде?
Беләм. Белә инем шул. Ағай бик үткен, эшлекле, күрнекле бер ир ине. Беҙ берҙә уҡығанда, улар биште тамамланы. Салауат ағай комендант булып та эшләне. Бөтөн һорауҙар менән уға барҙыҡ. Ярҙамсыл, һәйбәт ине үҙе. Бәһлеүән ағайҙың эргәһендә ҡурсаҡ һымаҡ ҡына йәтеш ҡатыны йөрөнө. Был апай скрикала уйнай торғайны. Сәнәғәттә уҡыны, ахыры. Кистәрен йыш ҡына матур кейенешеп концерттарға барҙылар, бәләкәс кенә бәпестәрен беҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙар көтөп торҙо, бер-нисә тапҡыр беҙҙә лә ҡалдырҙы.
— Салауат ағай ҡайҙа һуң? – ҡатындың яңғыҙ икәнлеген аңлағайным бит инде.
— Э-эй, һөйләһәң... – Гөлдәр апай ҡулын һелтәп кенә ҡуйған булһа ла, дауам итә, — Райондан ҡалаға сыҡҡайныҡ, өс кеше инек машинала: мин, водитель һәм минең менән бергә эшләгән тағы бер ҡыҙ. Автобус аҫтына инеп киттек. Алда ултырған ҡыҙ менән водитель үлгән. Мине, бына, ошолайыраҡ итеп йыйып алғандар...
— Һы...
— Йылға яҡын балнистарҙа яттым... Унан өйҙә... Һөйләшә лә алманым бит башта, атламаным да.
— ...
— Ағайыңдың секретаршаһы килеп ярҙамлашып йөрөнө... Баланы баҡсанан алыпмы шунда... Эҫенешеп киткәндәр, күрәһең. Аҙаҡ мине икенсе ҡалала йәшәгән апайыма тапшырҙылар ҙа, өйҙө һатып, ҡыҙыбыҙҙы алып Өфөгә күскәндәр икән...
— Ҡасан атлап киттегеҙ һуң? – тамағыма тығылған төйөрҙө саҡ йотоп һорай алам.
— Дүрт йыл яттым. Яйлап телем асылды, унан йөрөргә өйрәндем. Үлгем килеп, өмөт өҙөлгәндә лә, баламды ҡабаттан күреү теләге сигенергә бирмәне. “Торам! Ҡыҙымды табам!” тип көрәштем.
Быларҙы әйткәндә апайҙың күҙҙәрендә зәһәр осҡондар ҡабынып китте хатта. Мин уның ысынлап бик ҡаты көрәш юлы үткәненә ышандым.
— Ҡыҙымды килеп күрерлек булғанда уға ун биш йәш ине. Тик ул минең менән аралашырға теләмәне, “ташлап киткәнһең, баш тартҡанһың” тип борлоп та ҡараманы. Ышанаһыңмы? Үгәй әсәһе уға минең турала туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп үҫтергән!
— Нимә тип?
— Икенсе ир менән йөрөп тотолған, ул иргә китәм тип баланан баш тартҡан, унан тәҙрәнән һикергән... тағы әллә нимәләр шунда.
Бәтәс! Мин был тарихты беләм түгелме һуң? Хыянатта тотолоп тәҙрәнән һикергән ҡатын тураһында... туҡта!
— Үгәй әсәнең исеме кем? Земфирамы?
— Эйе... Беләһеңме әллә?
— Беләм дә ул! Бергә эшләнек.
— Ә-ә... Шунан? Нисек? – Гөлдәр апай сәйер генә йылмайҙы.
— Беҙ ҙә шул һеҙҙең ҡыҙығыҙ белгәнде белдек. Ә... был тарихты түгел...
— Әлбиттә...
— Ҡыҙығыҙҙы алғанһығыҙ түгелме?
— Алдым, Аллаға шөкөр. Баламды күҙәтеп әллә күпме ваҡыт йөрөнөм ошонда. Мәктәптән сыҡҡанында ла һағаланым, урамда ла ҡаршыһына төштөм, тигәндәй. Ахырҙа ҡыҙым ултырып тыңланы мине, рәхмәт төшкөрө! Бер һөйләштек, тағы күрештек, өсөнсөгә кафеға инеп сәй эстек. Шулайтып аралашып киттек. Күреп кенә лә, һөйөп кенә лә туя алманым баламды...
Апай көтмәгәндә көлөп ебәргән кеүек, ҡапыл ғына быуылып илап та ала. Тыныслана ла тағы һүҙен ялғай.
— Мәктәбен тамамлап, имтихандарын биреп бөткәс, ҡыҙым атаһына миңә китәм, тип әйткән. Тегеләр, әлбиттә, шаҡ ҡатҡан. Шау-шыу ҡупты инде... Талаш-тартыш та оҙаҡ барҙы. Ныҡ булдыҡ беҙ, бирешмәнек. Бына ошо фатирҙы табып күстек. Башта ауырыраҡ ине... Минең ғәриплек аҡсаһына ғына йәшәнек. Хәҙер, бына, тегеү курсын бөтөп оҫтарып алдым. Ҡыҙым да институтын тамамлап килә, эшләп тә йөрөй. Алламдың биргәненә шөкөр генә... шөкөр генә...
Был хәлде икенсе көнө үк бара һалып эштәге ҡатындарға һөйләнем. Түҙеп буламы инде! Ултыра төшөп аптыранылар. Айға яҡын шул теманы сәйнәнек. Тора-бара Земфираның исеме телебеҙҙә үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән “үгәй әсәй”гә үҙгәреп киткән икән. Бер мәл урамда ла күрҙем әле, башымдан шундуҡ “Ә-ә, “үгәй әсәй” тигән уй үтте. Һөйләшеп, эштәге хәлдәрҙе һорашып торҙо. Хәҙер инде ул миңә һауалы ла, бай ҙа, матур ҙа булып күренмәне. Сөнки мин уның эсен белә инем. Үгәй әсәй икәнлеген...
 
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: