Яйыҡ
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2023, 08:25

Учалым - Атайсалым.

Рамай Ҡаһир: "Бар байлығым - һин, Учалым, тау - урманлы , Атайсалым!"

Учалым - Атайсалым.
Учалым - Атайсалым.

Учалым - Атайсалым.

Байлыҡ артынан ҡыумайым,
Тупламайым донъя малын.
Бар байлығым - һин, Учалым,
Тау - урманлы , Атайсалым!
Ҡурай тартып, шиғыр яҙып,
Арттырамын халҡым данын.
Тыуған ерем, һине яҡлап,
Олатайҙар ҡойған ҡанын!
Салауаттар, Батыршалар
Рухы йәшәй һаман миндә.
Изге ғәмәлдәрҙе ҡылыу, -
Бик ҙур бурыс ята иңдә!
Бөтә донъя танып белә,
Беҙҙең ҡымыҙ, башҡорт балын.
Алтын - мәғдәндәргә бай һин,
Күлдәр иле, Атайсалым!
Ҡәҙерлерәк нимә бар һуң,
Тыуған тупраҡ, Атайсалдан?
Шул һөйөүҙе әсәй миңә
Бишек йыры менән һалған!
Шөкөр, илһөйәр халҡым бар,
Туған телем - татлы балдай.
Хозур ерҙәр күргәнем юҡ,
Ирәмәлле, Атайсалдай!
Хатта балсығы шифалы:
Йәбешә бит табандарға.
...Ҡыйыу рухлы башҡортомды, -
Күтәр, заман, асмандарға!

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: