Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 09:25

Өн аралаш төш

Бер ҡатын үҙенең ғәжәп хәлгә аптырағанын һөйләгәйне, тормош көткәндә төрлө хәлдәр була, бала көйһөҙләнеп кистәрен үҙе менән бергә йоҡларға саҡыра, эҫергәнеп тә төндәрен ирең менән башҡа ятырға тура килә.

Өн аралаш төш
Өн аралаш төш

Өн аралаш төш.
Никах. Күктән билдәләнә тиҙәр, һәр кемдең үҙенә тәғәйен ише, яҙмышы, күрәсәге кешенең маңлайына яҙыла имеш. Ысынмылыр, юҡмылыр матур йәшәгән ирле-ҡатындарға ҡарауы йәмле, татыу ғаиләләргә ҡарап күңел һөйөнә. Кешеләр генә түгел өй эйәһе лә яраталарҙыр ундайҙарҙы, хужаларының татыу, бәхетле йәшәүҙәрен теләйҙәрҙер.
Һүҙем шул турала, бер ҡатын үҙенең ғәжәп хәлгә аптырағанын һөйләгәйне, тормош көткәндә төрлө хәлдәр була, бала көйһөҙләнеп кистәрен үҙе менән бергә йоҡларға саҡыра, эҫергәнеп тә төндәрен ирең менән башҡа ятырға тура килә. Шундай мәлдәрҙә өйөмдә тыныс йоҡлай алмайым тип аңлатты, төндәрен юрған аҫтынан сыҡҡан ҡулдарыма кемдер сәпәкләп һуғып уята ине, ҡурҡып иремдең эргәһенә барып ятһам тыныс йоҡлайым. Тәүге мәлдәрҙә ирем уяталар тигән уйҙа булһам, аҙаҡ уның тәмле йоҡлаған мәлен күреп шикләнә төштөм, айырым ятҡан мәлдәрҙә ҡулымды юрған аҫтынан сығарырға ҡурҡа инем. Балаларға өндәшмәйем, уларҙы ҡурҡыуға һалғым килмәй. Әммә улай ҙа тыныслыҡ тапмайым, сикәмә сәпәкләп уята башланы өй эйәһе, иремдән айырым ятҡанымды яратмай, уның менән бергә тыныс йоҡлайым. Ул өйөбөҙҙән күсеп киткәнсе ҡабатланды был хәл, яңы өйөбөҙҙә яңғыҙ ҙа тыныс йоҡлай башланым.Өй эйәһе ғаилә именлеген һаҡларға теләгәндер бәлки.
Бер килен оҙаҡ йылдар олоғайған ҡайныһына ярҙамлашып йәшәне, яңғыҙ бабайға ҡатын ҡыҙ ҡулы, кәңәштәре бик урынлы булғандыр, рәхмәтле булып теге донъяға китте. Бабайҙың улы, килен менән бергәләп ата йортона күсенде, әммә улына төндәрен тыныс йоҡларға яҙмаған икән, төндәрен мәрхүм атаһы килеп карауатын һелкетергә тотона икән.
Ҡото осҡан ир ҡатыны янына килеп ҡуйынына сума, айырым йоҡлау мөмкин түгел. Нимәгә юрарға ла белмәйҙәр, бер йылдан һуң атай ҡәберен кәртәләп алғандан һуң ғына тыныслана мәрхүмдең йәне, бәлки шуны иҫкәртергә теләгәндер атаһы мәрхүм, улына. Әллә өй эйәһе айырым ятҡандарын яратмағаны? Киленен бер ваҡытта ла борсомаған, төшөнә инһә лә яҡшыға, һәйбәткә юраған, һәм шулай булған да.
Ышанырлыҡмы,  юҡмы үҙегеҙ хәл итегеҙ, булмаҫтайҙы яҙған тимәҫһегеҙ.
Гөлдәр әбей.

https://vk.com/club186982060

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: