Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 11:19

Ҡорбанының яңаҡтарын һындыра һуға

Зыян күреүсе граждандың юллауы буйынса енәйәт эше туҡтатыла.

Ҡорбанының яңаҡтарын һындыра һуға
Ҡорбанының яңаҡтарын һындыра һуға

Руль артына кем генә ултырмай!  Район судында  бер аяныс хәл ҡаралды. Ҡалабыҙҙың үҙәк Ленин урамы буйынса «Лада Гранта» хәрәкәт иткән була. Артынан нишләптер  ВАЗ 2107 тағылып ала, юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, саҡ бәрелешкә еткермәй. «Лада Гранта» водителе туҡтарға мәжбүр була, алабарман водителде тәртипкә саҡыра. Теге ни, егермегә лә инмәгән йәш егет, һуғыша башлай, ҡорбанының яңаҡтарын һындыра һуға.  Суд барышында, енәйәттән зыян күреүсе граждандың юллауы буйынса енәйәт эше туҡтатыла. Үҙҙәре нисектер килешкәндер инде, закон был осраҡта ундай ирек бирә икән. Нисек кенә булмаһын, йәш егет һабаҡ алһын ине инде – йоҙороҡтары уйнап тора икән, йә тиҙ арала үҙенең түпәһен уя һуғасаҡтар, йә бик оҙаҡҡа төрмәгә ултыртыуҙары  бик тә ихтимал.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: