Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Март 2023, 09:17

Ҡоштар ҡайта, вирус килә...

“ Йорт хужалығында ҡоштар сирләһә, үҙҙәрен ғәҙәттәгенән айырмалы тотһа, ҡайҙалыр ситтә яңыраҡ  йә күпләп үлгән ҡош мәйеттәренә тап булһағыҙ,  кисектермәй ветеринарҙарға хәбәр итегеҙ. Станцияның телефон номерҙары – 6-12-16, 6-12-56”

Ҡоштар ҡайта, вирус килә...Ҡоштар ҡайта, вирус килә...
Ҡоштар ҡайта, вирус килә...

Ҡош киҙеүе тураһында күп яҙҙыҡ, йәнә телгә алабыҙ, сөнки быйыл Рәсәйҙең 6 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанға сиктәш өлкәләрҙә был ҡурҡыныс инфекция баш ҡалҡытты.

Учалы районында 2023 йылдың ғинуарына 30 меңләп  баш ҡош-ҡорт теркәлгәйне. Яҡын көндәрҙә был һан тиҫтәләп тапҡыр артасағы көн кеүек асыҡ, беҙҙең гәзиттә лә “себеш-бәпкә һатам” кеүек иғландар йышайҙы бит. Хоҙай һаҡлаһын, сир тарала икән, барыһы ла ятып ҡырыласаҡ, улай ғына ла түгел – кешегә йоғоу ҡурҡынысы пәйҙә буласаҡ (ҡош киҙеүе менән  ҡошттарҙың үҙҙәренән тыш,  шулай уҡ аттар, сусҡалар, сысҡандар, көҙәндәр, эт-бесәйҙәр  ауырыу, вирус татартыу осраҡтары билдәле).

Учалы ветеринария стацияһының табип-эпизоотологы  Самат Әлхәмов афәттең ике төп таралыу йәнәлеше тураһында иҫкәртте:  ҡырағай ҡоштар миграцияһы һәм йорт ҡоштарын һатып алғанда, аҫрағанда ветеринария һәм гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтмәү.  Һаҡланыуҙың  төп саралары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

-оло, ҡоштарҙы, бәпкә-себештәрҙе тик махсус тәғәйен урындарҙа ғына һатып алыу. Был талап  кешенең үҙенә ризыҡҡа ҡошсолоҡ продукцияһы, ҡоштарға ем алыуға ла ҡағыла. Йорттан-йортҡа йөрөгән сауҙагәрҙәрҙең  ҡошто хәүефле төбәктәрҙән килтергән булыуҙары бик тә ихтимал;

-һатыусынан мотлаҡ ветеринария-оҙатыу документтарын күрһәтеүҙе талап итергә. Унда, башҡаһынан тыш, ҡош киҙеүенә ҡаршы эшкәртелеүе тураһында билдә булырға тейеш;

-йорт ҡоштары ихатанан ситтә булыуҙарына, ҡырағай ҡоштар, айырыуса һыу ҡоштары менән ҡатнашыуына юл ҡуймаҫҡа;

-ҡырағай ҡоштар, шул иҫәптән кеше янында көн күргән синатроп ҡоштар (турғай, һайыҫҡан, күгәрсен, сыйырсыҡ һәм башҡа) үтеүҙән  кетәктәрҙе, ем һалынған йә  һаҡланған урындарҙы ҡурсаларға;

-ҡош еме, мал  аҙығын ҡаплаулы һауыттарҙа тоторға. Емде бешекләп кенә ашатыу маҡсатҡа ярашлы;

-ҡошсолоҡ биналарын таҙа тоторға, даими рәүештә дезинфекция үткәрергә;

-ҡошсоларға, ғөмүмән, ҡош менән контактта булған һәр кешегә шәхси гигиена талаптарын теүәл күҙәтеү айырыуса зарур. Ҡулды йышыраҡ һабын менән йыуырға иренмәгеҙ!

Шулай уҡ Самат Туҡай улы бар район халҡына үтенесен еткерҙе: “ Йорт хужалығында ҡоштар сирләһә, үҙҙәрен ғәҙәттәгенән айырмалы тотһа, ҡайҙалыр ситтә яңыраҡ  йә күпләп үлгән ҡош мәйеттәренә тап булһағыҙ,  кисектермәй ветеринарҙарға хәбәр итегеҙ. Станцияның телефон номерҙары – 6-12-16, 6-12-56”.

Ҡош киҙеүенең билдәләре тураһында ла иҫегеҙгә төшөрәйек.  Сирле ҡоштар ашауҙан ҡала, уларҙы йоҡо баҫа. Суҡыштарынан лайлалы бүлендек сыға, температура күтәрелә.  Күҙҙәре, баш, муйын, күкрәк тирәләрендә  тире аҫты күҙәнәктәре шешә. Тәпәйҙәре күгәреү, эстәре китеү ихтимал, ҡайһы осраҡта   фалиж һуға. Ошо симптомдарҙың береһе генә күҙәтелһә лә, белгестәрҙе саҡырығыҙ һәм үҙегеҙ һаҡланығыҙ – ҡош киҙеүе кеше өсөн дә ҡурҡыныс!

-Үкенес, ветеринария ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр  юҡ түгел, - тип борсолоуын белдерҙе райондың баш ветеринар табибы Радис Таһиров.-Һуңғы арала ғына  йәшерен, ветеринар тикшереүе үткәрмәйенсә  ситтән Ҡунаҡбайҙа, Комсомольск ауылындағы йорт хужалыҡтарына икешәр баш һыйыр малы ҡайтартылыу асыҡланды.  Ә Туңғатарҙа бер эшҡыуар  тейешле документтарһыҙ Силәбенән  11 баш һарыҡ килтерткән. Был  хәүефле ғәмһеҙлек менән“Россельхознадзор” инспекцияһы шөғөлләнә. Яҡташтарыбыҙ аҡылға килһен ине, берәйһенең тәртипһеҙлеге менән  бешмә (ящур), бруцеллез, түләмә (Себер язваһы) кеүек ҡурҡыныс сирҙәр тарала икән,  күпме ҡарғыш алыуҙан тыш, ғәйеплеләргә суд алдына баҫырға ла тура киләсәк бит! Һуңғы миҫал - Сыуашстанда түләмә таралыуға, кешеләргә йоғоуға ғәйепле кешегә ҡарата  енәйәт эше ҡуҙғатылыу тураһында  мәғлүм. Уяу  һәм тәртипле булайыҡ!

Мәҡәләнең аҙағында билдәләйек – ветеринарҙар әлеге мәл малдарҙың ҡанын тикшереүгә алыу, вакцинация үткәреү менән мәшғүл. Был күләмле кампания май айы баштары, мал көтөүлектәргә сыҡҡансы дауам итә. Ауыл халҡы төп өлөштә был эштең мөһимлеген яҡшы аңлай, белгестәргә булышлыҡ итә, ләкин бында ла киреләр табыла икән, нишләптер малдарын йәшереп ҡалырға  ынтыла, ти.  Бер осҡондан ҙур янғын сығыуы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Осҡон, исмаһам, күҙгә күренә, ә бит күҙгә лә салынмаған  вирус йә башҡа инфекция күпкә олораҡ бәлә менән тамамланыуы ихтимал!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас