

Аллаһҡа шөкөр, йорт төҙөгәнемдә ауылдаштар, яҡындар ныҡ ярҙамлашты. Шуларҙың береһе - Өргөн ауылы егете Ҡаһиров Дим Нил улы. Тракторы менән урмандан, яҙҙырып алған ҡарағайҙарҙы ташып бирҙе, рәхмәт төшкөрө! Кеше эшләгән изгелек бер саҡта ла онотолмай ул. Изге ғәмәлдәре үҙенә икеләтә - өсләтә шатлыҡ - ҡыуаныс булып, кире әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә, эшкә егәрле, ярҙамсыл, киң күңелле Дим ҡуҫтыма.
Эшкә егәрле егеттәр.
Ҡаһиров Дим Нил улына.
ДТ менән ташының һин,
Шәмдәй, төҙ ҡарағайҙар.
Һоҡланып ҡарап торҙолар
Тау буйында ағайҙар!
Тормош бит ул, тиҙ ҙурая
Эшкә дәртле малайҙар.
Ауылда тыуып - үҫкәнгә,
Бик тиҙ эшкә ярайҙар!
Йәшәйештәре маҡсатлы,
Күңелдәре - алсаҡ, киң.
Изге эштәреңә рәхмәт,
Бәхетле бул, ҡуҫтым, Дим!
Техниканы беләһең һин,
Шөкөр, биш бармағыңдай.
Ҡулдарыңда уйынсыҡтай
ДТ, "Беларусь", "Хундай".
Ана, ниндәй ҙур погрузчик
Һинең ҡушҡанды аңлай.
...Эшкә егәрле егеттәр, -
Атайсалымды данлай!
Рамай Ҡаһир,https://vk.com/id470811619