

Уҙған ял көндәрендә республиканан махсус хәрби операцияға мобилизацияланған бер төркөм хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты, тип хәбәр иткәйнек. Яугирҙәрҙе Октябрьскийҙа, һуңынан Өфөлә хөрмәтләп ҡаршы алғандар.«Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Уңыштар һеҙгә, туғандар! Еңеү менән көтәбеҙ!» — тип яҙҙы БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Аңлап торағыҙҙыр инде, Учалыға теүәл нисә егетебеҙ ҡайтыуы тураһында яҙырға кәрәкмәҫ, тинеләр, өлөшләтә мобилизация менән саҡырылғандарҙың сама менән яртыһы, тип кенә билдәләйек. Ҡалғандары сама менән ике аҙнанан ялға ҡайтыуҙары көтөлә. Урамдарыбыҙ яҡтырып, төбәгебеҙгә ҡот ҡатҡандай булды, байтағы шундуҡ хәрби кейемдәрен һалһа ла, күҙҙәренән, айырыуса алсаҡ һәм яғымлы йылмайыуҙарынан күренеп тора – яҡындарын, тыныс тормошто ныҡ һағынып ҡайтҡандар.
Әлбиттә, бер-ике яугиребеҙ менән осрашып һөйләштек. Исем-шәрифтәрен, подразделениеларын күрһәтмәйенсә генә булһа ла, ишеткәндәрҙе яҙып китәйек. 32 йәшлек яҡташыбыҙ - шахтер, өс бала атаһы, үҙ ғаиләһенә һағыныуҙы саҡ ҡына ҡандырғас, ауылға – ата-әсәһе янына ашыға ине.
-ЛНР-ҙа, алғы һыҙыҡтамын. Взводыбыҙҙың өстән бере – Учалы егеттәре, Башҡортостандыҡылар байтаҡ бында. Бер райондашыбыҙ ғына икенсе партия көтөп әле унда ҡалды. Урманда торабыҙ, блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Көнкүреш шарттары, туҡландырыуға бәлә һалырлыҡ түгел – өс тапҡыр ашарға килтереп торалар. Шуныһы инде – өйгә бәйләнешкә сығыу өсөн һикһәнләп саҡрым артҡа барыр кәрәк, шуға ла йыш шылтыратыу һис тә килеп сыҡмай. Ҡурҡынысмы? Әлбиттә, ҡурҡыныс, алйот ҡына үлемдән ҡурҡмкаҫ, ләкин һуғыш алып барыу тәртибенә һәм шарттарына хәҙер яҡшылап төшөндөк инде.Ҡасан еңәсәкбеҙ тигеҙме? Быныһы һалдаттарға түгел, быныһы тулыһынса сәйәсмәндәргә бәйле.
“Шахтер” позывнойы йөрөткән яҡташыбыҙ ҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Заманында ирекмән булып барырға тәҡдим иткәндәрендә, “Ғаиләмде үҙ теләгем менән ташлап китә алмайым. Кәрәкмен икән, повестка ебәрегеҙ”, - тип әйткән була. Яҡындары ул тип өҙөлөп тора, айырыуса кескәй улы алдынан да төшмәй. Ул да һалдаттыҡына оҡшатылып тегелгән кейемдә, атаһы менән сикһеҙ ғорурланғаны йөҙөнә сыҡҡан. Атай кешеһенә мәктәптәренә барып, “Батырлыҡ дәресе” үткәрергә тәҡдим иткәндәр, был саранан һуң улының түпәһе күккә тейер инде. Эйе, бындай атай менән ғорурланырға тулы хаҡы бар! Фронттан күстәнәскә килтерелгән дарыһы ҡойолған автомат патронын да ғүмер буйы ҡәҙерләп һаҡлаясаҡ. Яҡташыбыҙ ғына хәрби сувенирға ымлап, беҙҙең өсөн аңлатма бирҙе: “ Заман һуғышында автомат һирәгерәк ҡулланыла, алыштар башлыса снаряд-мина-ракеталар менән алып барыла”. Ул үҙе взвод командиры, Кременчуг йүнәлешендә. “Шахтер”ҙың ҡул аҫтында тағы өс райондашыбыҙ алыша - командирының күрше йортонда йәшәгән ҡала кешеһе һәм Юлдаш, Ахун егеттәре. Яҡташлыҡ хистәре ситтә, ҡырҡыу шарттарҙа ныҡ көсәйә икән, бер-беренә “туғандаш йөрәк” (“братское сердце”) тип өндәшергә күнеккәндәр. Бик хуп! Тарихтан билдәле бит инде, дисциплина һәм уртаҡ маҡсаттан тыш, туғандашлыҡ тойғолары ла беркеткән подразделениеларҙа юғалтыуҙар күпкә аҙыраҡ була торған.
-Ныҡ, ныҡ һағынғанмын яҡындарымды, тыныс тормошто, барыһының ысын ҡәҙеренә тамам төшөндәм! – ти әңгәмәсебеҙ. – Йәнә операцияға ҡуҙғалыу ҡыйынға төшөр инде. Әммә бармай ҙа булмай. Тегендә бер ҡасабала биш йәшлек ҡыҙсыҡ ҡулымдан тотоп алды ла, күҙҙәремә төбәлде: “Һалдат ағай, һеҙ беҙҙе ташлап китмәйгеҙме?”- тип бышырҙап һорай. Һуғыштан, аслыҡ-яланғыслыҡтан башҡа бер ни күрмәгән балаҡай... Юҡ, башҡа һеҙҙе бер кем дә йәберләмәҫ, тип вәғәҙә иттем. Һуғыш кинола ғына мауыҡтырғыс тамаша, ысынында яҡшы бер нәмәһе юҡ! Яҙмыш шулай бойорғас, был бурысты беҙ аҙағынаса атҡарырбыҙ, сын хәрбиҙәргә әйләндек, әммә ҡалған ватандаштарымдың ошондай тәжрибә алыуҙарын һис тә теләмәйем. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, ҡәҙерле яҡташтар!