+12 °С
Болотло
Хәйбулла районында әсәһе 12 йәшлек ҡыҙына бысаҡ менән ташланған һәм һуя яҙған. Хәбәр итеүҙәренсә, әсә кеше ҡыҙы йоҡлап ятҡан мәлдә бысаҡты муйынына терәп һуйырға маташа, уянып киткән ҡыҙ асырғанып ҡысҡыра, ҡаршылыҡ күрһәтә. Тауышҡа атаһы килеп сыға, ҡатынынан бысаҡты тартып ала, ҡыҙына ярҙам күрһәтә. Әсә кеше балаһының муйынын яралап өлгөргән була.Бала әле дауаханала, хәле тотороҡло. Уның менән психолог эшләй.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ваҡытта 53 йәшлек ҡатындың психикаһы менән етди проблемалары башланған. Проблема уның һеңлеһе үлгәндән һуң башланған, тип баралар. Ҡатын һеңлеһен ҡараған булған. Фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатынды махсус дауаханаға урынлаштырғандар.