Янғын хәүефе көслө булыу сәбәпле, 30 апрелдән 15 майға тиклем йәйәү килеш тә, автомобиль менән дә урмандарға инеү сикләнде. Сикләү осоронда урманда даими күҙәтеү ойошторола. Тәртипте боҙған өсөн ябай кешеләргә 60 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 2 млн һумға тиклем штраф һалына.
Республикала көндәр йылы һәм ҡоро тора. Янғынға ҡаршы махсус тәртип айырыуса контролгә алынған. Халыҡҡа усаҡ яғыу, сүп-сар һәм ҡоро үлән яндырыу ҡәтғи тыйыла. Иҫкәртеүебеҙсә, рейдтар буласаҡ, шуға күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн урманға бармай тороғоҙ.
БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, республикала 13 урман янғыны теркәлгән дә инде. Ҡыр-яландарҙа үлән яна, кешеләр ҙә баҡсаларында тыйыуҙарға ҡарамай сүп-сар үртәй.
- Ауыл хужалығы предприятиеларының, КФХ-ларҙың баҫыуҙарҙа сүп үртәүе билдәле була икән, улар дәүләт ярҙамынан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Өҫтәүенә, ҙур күләмдә штраф та түләргә тура киләсәк. Шуға күрә, урман-ҡырҙарҙа ҡый үләне, сүп-сар яҡмағыҙ, - тип мөрәжәғәт итте БР урман хужалығы министры.
Ауыл-ҡасабаларҙы янғындарҙан һаҡлау ҙа мөһим мәсьәлә. Шуға күрә ҡотҡарыусылар һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең тәҡдиме менән 1 майға тиклем айырыуса хәүеф янаған республикалағы 184 тораҡ пункт эргәләрен һөрөп сығыу ҡаралған. Был эш өсөн район хакимиәттәре башлыҡтары яуаплы. БР урман хужалығы министры билдәләүенсә, былтыр был эш үҙ ваҡытында эшләнгән булған.
Фото һәм мәғлүмәт "Башинформ" агентлығынан.