Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Сергей Симонов менән осрашып һөйләштек. Хәрби хәлдәргә, хәрби бурысҡа ҡағылышлы түбәндәге яңылыҡтар тураһында мәғлүм булды.
Тәү партия оҙатылды
Ҡораллы Көстәргә сроклы хеҙмәткә яҙғы призыв 1 апрель иғлан ителде. Учалынан тәүге партия 24 апрель оҙатылды, икенсеһе май урталарына планлаштырыла. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Учалы районынан барлығы 113 граждан йәлеп ителәсәк (былтыр – 95 егет ине).
Һаман да 18-27 йәшлектәр саҡырыла. Хәрби бурысты үтәү дәүерен 21-30 йәш арауығына күсереү яйлап, этаптар менән үтәсәк. 2024 йылдың яҙынан үҙгәрештәр инә башлар, тип самалай Сергей Алексеевич.
Барыһын да иң борсоған һорау – 18 йәшлек малайҙар махсус хәрби операцияға ебәрелмәйәсәктәрме? “ РФ Президенты һәм Оборона министрлығы ҡарарҙарында аныҡ билдәләнә – сроклы хеҙмәткә саҡырылған граждандар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә бөтөнләй булмаясаҡ, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаясаҡ”, - тип тағын да берҙе ҡабатланы иптәш подполковник.
Ә кемдәргә отсрочкалар ҡаралған? 18 йәштәре тулған осраҡта ла, мәктәпте тамамлаусыларға юғары йә урта махсус һөнәри уҡыу йорттарына имтихан тотоу өсөн 1 октябргә тиклем ваҡыт бирелә. Берәйһе бындай уҡыу йортонан сығарыла икән, отсрочка ла ғәмәлдән сыға. Эске эштәр, янғын, хөкөм үтәтеү, таможня органдарында, милли гвардияла хеҙмәт итеүселәр ошо осорға отсрочка ала. Ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе атайҙарҙы саҡырыу кисектерелә. Мохтаж яҡындарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн дә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелеүе мөмкин, әммә, законда аныҡ билдәләнә – “....уларҙы тәрбиәләргә башҡа яҡындары булмаған осраҡта” ғына.
Һаулыҡ ирек бирмәгән осраҡта ла 1 йылға тиклем саҡырыуҙы кисектереү ҡаралған, һуңынан йәнә медицина комиссиянда тикшереләсәктәр. Әйткәндәй, 2021 йыл тикшерелгән Учалы егеттәренең сама менән 65 проценты хәрби хеҙмәткә яраҡлы булһа, былтыр – яҡынса 70 процент тәшкил итә. “Шул уҡ ваҡытта сәләмәтлеккә талаптар ҡәтғиләнә бара, махсус “Сирҙәр расписанииеһы” тип аталған норматив документҡа ошо йәһәттә үҙгәрештәр индерелә. Сәбәбе – заман техникаһын үҙләштереү, хәрби әҙерлек элеккенән көсөргәнешлерәк бара хәҙер”, - ти әңгәмәсебеҙ. Икенсе яҡтан, ваҡытында хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған граждандар хәҙер үҙ иректәре менән ҡайтанан тикшерелергә хоҡуҡлы, сәләмәтлектәре ирек бирһә – хеҙмәт итәсәктәр.
Республика йыйылыу пунктына ебәрер алдынан егеттәр ПЦР-диагностикаһы алымы ярҙамында коронавирусҡа тикшерелә. Талап ителгән осраҡта, вакцинацияны хеҙмәт урындарында үтәсәктәр.
Повестка – яңыса
Әлегә тиклем күптәр, повестка шәхсән рәүештә ҡулыма тотторолмаһа, хоҡуҡи көсө юҡ, тип иҫәпләй ине. Был сетерекле мәсьәләгә тамам һуңғы нөктә ҡуйылды. Дәүләт Думаһы “Хәрби йөкләмә һәм хәрби хеҙмәт тураһында” законға төҙәтмәләр индереп, уларҙы Федерация Советы хуплап, РФ Президенты 14 апрель законға ҡул ҡуйҙы.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – ҡағыҙға яҙылған повестка төп һәм берҙән-бер документ түгел икәнлеге асыҡ билдәләнә. Саҡырыу йәшендәге һәм запастағы граждандар ҡағыҙ повестка буйынса ла (ҡулға тоттороу йә эш урыны буйынса тартатыу алымдары ла һаҡлана), телефон шылтыратыуы, смс, электрон почта, башҡа заман элемтә саралары аша саҡырыу буйынса ла хәрби комиссариатҡа килергә бурыслылар. Ошо рәүештә кеше саҡырыу алмаған осраҡта ла, бөтә повесткалар интернетта махсус Повесткалар реестрына ҡуйыла һәм 7 көн үткәс , тапшырылды, тип баһалана. Был реестр менән һәр граждан МФЦ офистарында йә “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталында таныша ала.
Ихтирам итерлек сәбәптәр булмайынса кеше хәрби комиссариат саҡырыуын инҡар итә икән, быға тиклем булған яза сараларынан тыш, 20 көндән һуң байтаҡ хоҡуҡтары сикләнәсәк. Шул иҫәптән транспорт менән идара итеү, Рәсәй сиктәре аша сығып ҡайҙалыр барыу, транспорт сараларын теркәүгә ҡуйыу, күсемһеҙ милек менән эш итеү, эшҡыуар булып теркәлеү, кредит алыу килешеүҙәре төҙөү һәм башҡа. Төбәк властары өҫтәмә сикләүҙәр индереүе мөмкин. Саҡырыу буйынса хәрби комиссариатҡа килгәндән һуң был сикләүҙәр ғәмәлдән сығарыла.
Заманы шул бит, һәр кем тураһында мәғлүмәт күп һәм артабан туплана, аныҡлана бара. Бөтә ил буйынса Хәрби бурыслыларҙың берҙәм реестры ғәмәлгә инә бара (Учалыла әле үк сафта). Унда хәрби йөкләмәләре булған граждандарҙың исем-шәрифтәре генә түгел, телефон номерҙары, паспорт, СНИЛС, ИНН, водитель таныҡлығы номерҙары, белемдәре, эш, йәшәү урындары, медицина күрһәткестәре тураһында бөтә мәғлүмәт бергә туплана бара. Эш биреүселәр, уҡыу учреждениелары, бөтә дәүләт органдары һәм ойошмалары был системаға мәғлүмәт бирергә бурыслылар. Кем кеше араһында йәшәй, Хәрби бурыслыларҙың берҙәм реестрынан йәшеренеп ҡалыу мөмкин түгелдер буғай. Шул уҡ ваҡытта.Сергей Симонов:” Яңы хоҡуҡ нормалары һәм система мобилизация өсөн түгел, хәрби иҫәпте модернизациялау маҡсатында ғәмәлгә инде. Һәр хәрби бурыслы граждан тураһында аныҡ һәм тулы мәғлүмәтте тиҙ табырға мөмкин хәҙер”, - тип билдәләне иптәш Симонов.
Беҙ ҡайтырбыҙ...
Махсус хәрби операцияға мобилизацияланған тәүге төркөм яҡташ-хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты, тип хәбәр иткәйнек. 15 апрель йәнә фронтҡа юлландылар. Ә икенсе төркөм 18 апрель тыуған яҡтарға ял итергә килеп етте. Уларҙы май баштарында оҙатҡас, 3-сө төркөмгә лә сират етер. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, иҫән йөрөһөндәр, иншаллаһ!
Хәрби комиссариат махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ирекмәндәр һайлау эшен дә дауам итә. Комиссариаттың үҙенән тыш, ҡалала бер стационар (“Ветеран” клубында), бер күсмә (филармония эргәһендә) агитация-аңлатыу пункттары асылды. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктә лә (МФЦ) контракт буйынса һәм ирекле батальондарҙа хәрби хеҙмәт мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә мөмкин. Ауылдарға килгәндә, бөтә 18 ауыл ултыраҡтары хакимиәттәрендә лә махсус тәғәйен белгестәр барыһына ла төшөндөрә.