Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2023, 21:05

Яҡты йондоҙ булды

Шулай һәүетемсә генә донъя үҙ ҡуласаһында әйләнә, ҡыҙҙарына 15 йәшлек юбилейы көнөндә, бар донья селпәрәмә килә.

Яҡты йондоҙ булды
Яҡты йондоҙ булды

Лена Шәйәхмәтова.

Яҡты йондоҙ булды

- Ишеттегеҙме бер хәбәр, теге Айһылыуҙың ҡыҙы кейәүгә сыға икән, һәр кемдең ише була бит, һаңғырау, һөйләшмәһә лә кейәү табылған, - тип тәтелдәп ауыл магазинына килеп инде Мәрйәм.

Бәләкәй ауылда яңылыҡтар ишеткең килһә, магазинға барырға кәрәк, бер ниндәй телевизор, интернетһыҙ бында иң беренсе килтереп еткерәләр, энәһенән-ебенә тиклем , тәфсирләп , ентекләп , таусирлап һөйләйҙәр , күп хәбәрселәрҙе үткәреп ебәрәләр. Бер Кеше тураһында яңылыҡ булһа, шул әҙәмдең ете быуынына тиклем тикшереп, һығымта яһап ҡуялар.
-Эц аллам Айһылыу ғына бахырҡай күрә алманы ҡыҙының бәхетле сағын, бигерәк иртә китте шул был яҡты донъяларҙан, яҡты йондоҙ булып балҡыны ла, күҙ асып йомғансы күккә атылды, яман сир бер кемде лә аямай шул, йәш, матур тип ҡарап тормай, һәр кемдең был донъяға килгәнсе яҙылған шул маңлайына күпме ғумер итәргә, һәр кем килә үҙ тәҡдире менән, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтыр ул.
... Айһылыу ғаиләлә беренсе бала булып, әсәһе Ләйлә 19 ғына йәшлек ҡыҙ, атаһы Марат инде донъя күргән, армиянан ҡайтып, өй һалып, мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән егет. Ләйләнең ата-әсәһе өсөн Айһылыу беренсе ейәнсәр, туғандары өсөн бәләкәй матур, тере ҡурсаҡ.
Ләйлә менән Марат өйләнгәс тә чңы өйгә сығып йәшәй башланылар, Айһылыуға йөклө булғанда Марат өйҙәренә төкәтмә эшләтеп, балалар булмәһе эшләп ҡуйҙы, семәрләп сәңгелдәк, кроватында үҙе эшләне.
Айһылыу көтөп алынған, һәр яҡлап һөйөү менән ҡурсалаған ҡыҙсыҡ булып үҫте. Ләйләнең ата-әсәһе күрше ауылда йәшәйҙәр ине, ә Мараттыҡылар шул уҡ ауылда, тик икенсе урамда. Ике яҡлап та һәр саҡ ярҙам булып торҙо, ҡәйнә-ҡайны тигән һүҙ булманы ғаиләлә, ике яҡты ла үҙ итеп атай әсәй, әни-әти , тип йөрөттөләр.
Күптәр был ғаилә менән һоҡланды, ә күптәр көнләште, нисек инде шулай була ме ни, йәш ғаилә ире мәктәптә эшләй, ҡулы оҫта, ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай, хәмер эсмәй, тартмай, яңы донья ҡороуҙарына ҡарамаҫтан өй һалып сыҡҡандар, машина, кредитка алғандар, һарай тулы мал-тыуар , ҡатыны ла уңған хужабикә, йәш булһа ла аш-һыуға оҫта . Ике һыйырҙарының һөтөнән ҡаймаҡ, творог, ҡатыҡэремсек, сырын да эшләп ҡуя, бәләкәй бәпесем бар типултырмай, ҡул эштәре менән дә булыша, бәйләм бәйләй, тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр үҫтерә.
Айһылыуға өс йәш тулғас Ләйлә лә эшкә сыға, тәүҙә тәрбиәсе ярҙамсыһы булып, һуңынан ситтән тороп уҡып тәрбиәсе һөнәрен алып эшләй башлай.
Шулай һәүетемсә генә донъя үҙ ҡуласаһында әйләнә, ҡыҙҙарына 15 йәшлек юбилейы көнөндә, бар донья селпәрәмә килә.
Марат менән Ләйлә август , уҡытыусылар кәңәшмәһенән ҡайтып килгәндә, ҡурҡыныс автоһәләкәткә эләгеп , һәләк булалар.
Айһылыуҙы тәрбиәгә Ләйләнең ата-әсәһе ала, әсәһенең туғандары араһында ҡараулы, ҡурсалаулы, тәрбиәле булып Өләсәһе менән Олатаһы ла бик яраталар, йәтимлектк тоймаһын тип, һәр саҡ Айһылыу өсөн барыһын да эшләйҙәр. Ҡыҙ мәктәптә матур уҡый, 9сы синыфты тамамлағас врач булам тип, медицинский колледжға уҡырға инә. Икенсе курс та уҡырға инде таныша үҙенең беренсе мөхәббәтен-Айнурҙы, ике йәш йөрәк 4курста уҡығанда сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итәләр, гөрләтеп туй үткәрәләр. Айнур ҙа ауыл егете, ул буласаҡ теш врачы, Айһылыу фельдшер.
5курстың аҙағында диплом алғандың икенсе көнөндә инде улар ата-әсәй ҙә булалар, сәскәләй матур, алһыу йөҙлө ҡыҙҙары донъяға килә, килешле итеп Азалия тип исем ҡушалар.
Тик яҙмыш тигәндәрең үҙ ҡануны бар икән шул, Азалия бер айлыҡ сағында врачтар ҡарағанда, ауыр хәбәр еткерәләр, ҡыҙығыҙ һаңғырау, ул тәбиғәттән, бер ниндәй операцияла ярҙам итмәйәсәк, шуға бәләкәйҙән ата-әсәйгә һаңғырауҙар телен өйрәнергә, ҡыҙҙарына был донъяла йәшәргә, аралашырға өйрәтергә кәрәк тиҙәр. Айһылыу ҡыҙын ҡуйынына ҡосоп:
-Ҡыҙым минең, алтыным, бер һине яратабыҙ, һин беҙҙең яҡты йондоҙобоҙ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, - ти.
Ә бына Айнур ҡаушап ҡала, һөйгән ҡатыны , ҡыҙы янында булыр урынға, хәмер менән дуҫлаша, төндәрен өйгә ҡайтмай, ә бер көндө Азалияға 2 йәш тигәндә бөтөнләйгә китә ташлап.
Айһылыу юғалып ҡалмай, эскән ир менән йәшәгәнсе, яңғыҙың яҡшыраҡ булыр ти. Ҡыҙы менән бергә санаторийҙарға йөрөй, һаңғырауҙар өсөн эшләнгән балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, шунда үҙе лә, ҡыҙын да ҡул менән һөйләшергә өйрәтәләр.
Тик бәлә ағас башынан тугел, кеше башынан йөрөй шул, ҡыҙына 7 йәш тигәндә, Айһылыуҙа яман шеш табалар, рак 4се стадия була.Ике йылда матур , йҙш ҡатын һулый, яман сирҙән 28 генә йәшендә гүр эйәһе була.
Азалияны тәрбиәгә Айһылыуҙың әсәһенең бер туған һеңлеһе ала. Ҡыҙҙы ҡалалағы һаңғырауҙар мәктәп-интернатына урынлаштыралар, каникулдарҙа ғына ауылға алып ҡайтып йөрөйҙәр. Интернатты тамамлағас тегенселәр училищеһында уҡый, унан тегеү фабрикаһында эшләй башлай.
Ә бына бөгөн теге Мәрйәм ҡайҙан ишеткәндер, Азалия кейәүгә сыға икән.
Бәхетле генә булһын инде балаҡай, бәләкәйҙән ата-әсәйһеҙ, ғәрип булһа ла, тәрбиәле, тәүфиҡлы ҡыҙ бит ул Азалия.
Әсәһе , мәрхүмә, Айһылыу әйтмешләй, яҡты йондоҙ бит ул....

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: