Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2023, 14:15

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ

Һуңғы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында башҡарылған енәйәттәр, йәки балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр тураһында йыш ишетергә була. Телевидение, гәзит-журналдарҙа ла был хаҡта әленән-әле материалдар донъя күрә. Тимәк, был проблема тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, хатта саң ҡағырға кәрәктер. Психикаһы нығынып та бөтмәгән үҫмер балаларҙың ҡорбанға әйләнеүе, йә булмаһа, киреһенсә, уларҙың башҡаларға ҡарата уғата ҡанһыҙлыҡ күрһәтеүен нисек аңларға ла, нисек аңлатырға?

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ
Бала күңеле аҡ ҡағыҙ

Һуңғы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында башҡарылған енәйәттәр, йәки балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр тураһында йыш ишетергә була. Телевидение, гәзит-журналдарҙа ла был хаҡта әленән-әле материалдар донъя күрә. Тимәк, был проблема тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, хатта саң ҡағырға кәрәктер.
Психикаһы нығынып та бөтмәгән үҫмер балаларҙың ҡорбанға әйләнеүе, йә булмаһа, киреһенсә, уларҙың башҡаларға ҡарата уғата ҡанһыҙлыҡ күрһәтеүен нисек аңларға ла, нисек аңлатырға?

Шуныһы билдәле: был – замандың көнүҙәк проблемаһы. Уны урап үтеү мөмкин түгел. Шуға ла йәш быуынды тәрбиәләү, улар ҡатнашлығында енәйәттәргә юл ҡуймау маҡсатында ниҙәр эшләп була? Ниндәй алымдар ҡулланыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән беҙ “Ғаилә” үҙәге психологы Айгөл Ғәбдиноваға мөрәжәғәт иттек.
- Айгөл Ғаяз ҡыҙы, баланы мәктәптә йәберләйҙәр икән, быны ата-әсәһе ниндәй билдәләр буйынса белә ала? Һәм бындай осраҡта ни эшләргә?

- Буллинг тип атала ул. Агрессив рәүештә бер кешене икенсе кеше йәки тотош коллектив эҙәрлекләй, мыҫҡыл итә. Физик рәүештә лә сағыла бындай эҙәрлекләүҙәр. Баланың әйберҙәрен икенсе көслөрәк берәү тартып ала йәки йәшерә. Уға һуға, этәрешә, мәктәп бәҙрәфендә йәки класта бикләп китеүе лә мөмкин, уны яҡларға теләүселәргә янай һ.б. Уҡыусы баланы мыҫҡыллап үсекләшеүҙәре, кәмһетеп исем тағыуҙары, кейгән әйберенән, һөйләшеүенән көлөүҙәре лә ихтимал. Быныһы инде вербаль буллинг тип атала.

Ҡайһы бер осраҡта тиҫтерҙәре бала менән бөтөнләй аралашыуҙан баш тарта, бергә уйнатмайҙар, асыҡтан-асыҡ уға бойкот белдерәләр.

Бөгөн йәш быуын араһында кибербуллинг тигән яман эҙәрлекләү таралған. Үҫмерҙе социаль селтәрҙәрҙә мыҫҡыл итәләр, шәхси мәғлүмәттәрен йәмәғәтселеккә сығаралар (шул иҫәптән, алдау йәки янау юлы менән алынған интим фотолар булыуы ла мөмкин).

Бахыр баланың уй-кисерештәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ата-әсәгә нимәгә иғтибар итергә кәрәк һуң? Кәмһетелеүҙәргә дусар булған үҫмер мәктәптән ҡайғырып, кәйефһеҙ, күңеле ҡайтып ҡайта, ҡуҙғыусан була. Баланың борсоулы булыуы, һаҡ ҡыланыуы ла ата-әсәнең иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Үҙ-үҙенә бикләнгән, мәктәп, тиҫтерҙәре, дуҫтары хаҡында һөйләүҙән баш тартҡан, үҙ-үҙен йыш тәнҡитләгән йә булмаһа: “Мин ысын һимеҙме ул?”, “Мин аҡылһыҙмы?” кеүек һорауҙарҙы йыш бирә башлаған бала тиҫтерҙәре араһында кәмһетелеүҙәр кисереүе ихтимал. Бынан тыш, эҙәрлекләҙәрҙе түбәндәге социаль билдәләр буйынса ла таный алаһығыҙ: бала төрлө сәбәптәр эҙләп мәктәпкә барыуҙан баш тарта (башы ауырта, һалҡын тейҙергән һ.б.), мәктәптә дуҫтары бөтөнләй юҡ; дәрестәрҙән йыш ҡаса, коллектив эштән ситләшә, өлгәше аҫҡа тәгәрәй. Эҙәрлекләүҙең физик билдәләренә, мәҫәлән, мәктәп әйберҙәренең, китаптарҙың йыш ҡына йыртылып-боҙолоп килеүе; мәктәптән даими рәүештә күгәренеп, һуғылып ҡайтыуы, ҡалтырана, тотлоға башлауы, насар йоҡлауы инә. Үҙ-үҙен туҡмай башлауы ла ата-әсә өсөн борсоулы сигнал булып иҫәпләнә. Ошондай билдәләрҙе һиҙгән ата-әсәгә ни эшләргә? Иң тәүҙә баланы ҡурҡытмай ғына асыҡ һөйләшеүгә саҡырып ҡарарға кәрәк. Практиканан күренеүенсә, ҡайһы бер ололар балаһы менән булған проблемаларҙы күрмәмешкә һалыша, баланың үҙен ғәйепләүҙәре лә ихтимал. Был – дөрөҫ түгел. Һәр осраҡта ла ата-әсә бала өсөн иң авторитетлы кеше, шуға күрә иң беренсе сиратта ул нәҡ үҙенең яҡындарынан яҡлау һәм аңлау өмөт итә. Баланы кәмһетеү осрағы бар икән, тәүҙә уҡытыусы менән һөйләшегеҙ һәм хәлде тулыһынса аныҡ баһалағыҙ. Мәктәпкә барып балалар һәм уҡытыусылар менән талашып йөрөү килешмәҫ. Был әлеге хәлде тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ ҡына. Әгәр, һеҙ уҡытыусы, мәктәп етәкселеге, (бәлки, психолог та кәрәк булыр) менән аралашҡандан һуң, улар һеҙҙең балағыҙға ышанмай, уның үҙен ғәйепләй икән, был осраҡта ғәзизегеҙҙе икенсе, алыҫыраҡ урынлашҡан мәктәпкә күсереү тураһында етди уйланырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, һуңынан бала менән психологҡа (психотерапевҡа) күренергә кәңәш итер инем. Белгес киләсәктә бындай күңелһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа өйрәтер, үҫмерҙең хис-тойғоларын юлға һалыр.

- Бала үҙенә-үҙе ҡул һалыу тураһында уйлана башлай икән ата-әсәһенә үҙҙәрен нисек тоторға?
- Күпселек осраҡта ололар балаларҙың проблемаларына иғтибар итеп бармай. “Һеҙ мине яратмайһығыҙ”, “Өйҙән сығып китәм”, “Минең йәшәгем килмәй” кеүегерәк хәбәрҙәр ысҡындырып ебәрһәләр ҙә, уларҙы, ғәҙәттә, етди ҡабул итмәйҙәр. Әммә нәҡ ошондай күңел ауаздары балаға иғтибар һәм ярҙам кәрәклеге тураһында һөйләй ҙә инде. Яҡындары тарафынан аңлау булмаһа, тора-бара хәлдең аяныслы тамамланыуы ла мөмкин.

Ғәҙәттә, ата-әсәләр балаларын үҙҙәренең хыялы булған, үҙҙәре теләгән шөғөлгә ылыҡтырырға тырыша, ә бала - ҡарыша. Үҙенең хаҡлығын яҡлау, иғтибар йәлеп итеү өсөн үҫмер, хатта, үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла бар.

Бала – бағыр өсөн тиҙәр. Тормош ығы-зығыһына бирелеп, балаларға тейешле иғтибар бүлмәгән ғаиләләр бар. Етеш тормошта йәшәһәләр ҙә, тамаҡтары туҡ булһа ла, иң тәү сиратта, бала яҡындарының иғтибарына мохтаж. Шуға күрә үҫмерлек осорона кергән ғәзизегеҙ кинәт кенә прическаһын ҡырҡа үҙгәртһә, тик ҡара төҫтәрҙә генә кейенеп йөрөһә, төндә насар йоҡлаһа, дуҫтары менән гел ирешә башлаһа, ҡулында йәки тәненең башҡа өлөшөндә ҡырҡылған урындар күренһә, тимәк, уға һеҙҙең ярҙам һәм терәк кәрәк тигән һүҙ. Һөйләшегеҙ. Аңлашығыҙ. Ҡырҡыу һәм тәнҡит һүҙҙәрһеҙ, тыйыуҙарһыҙ ғына, әлбиттә. Уны аңларға тырышырға теләүегеҙҙе күрһәтегеҙ. Конфликт оҙайлы икән, белгескә мөрәжәғәт итеү отошлораҡ булыр. Ҡабатлап әйтәм, балағыҙға иғтибарлы, сабыр булығыҙ, уларҙың фекерен иҫәпкә алырға, хөрмәт итергә өйрәнегеҙ.

- Бала ата-әсәһе, яҡындары менән асылып һөйләшеп бармай икән, ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

- Ата-әсә һәм бала араһында ышаныуға ҡоролған мөнәсәбәттәр үтә мөһим. Бала өсөн ул бәхетле бала саҡ, имен психика, тимәк, ҙурайғас та, үҙ аллы имен тормош тигән һүҙ. Баланы тәрбиәләү нәҡ ышанысҡа ҡоролған булырға тейеш.

Түбәндәге билдәләр ышаныуға ҡоролған мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы хаҡында һөйләй: бала тик үҙ бүлмәһендә бикләнә һәм ата-әсәһенә унда керергә рөхсәт итмәй, үҙе хаҡында бөтөнләй һөйләмәй, хатта ябай аралашыуҙан ситләшә, ғәҙәти һорауҙарға ла тупаҫ яуап бирә, баланың проблемалары хаҡында ата-әсә сит кешеләрҙән ишетә. Ни эшләргә? Иң беренсе, баланы нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе уны яратыуын, уға ышаныуын һәм теләһә ниндәй мәлдә лә борсолоуҙары менән яҡындарына килә алыуын бала белергә тейеш.

Үҫмерҙең шәхси мөхитен һәм ваҡытын иғтибарға алыу һәм хөрмәт итеү ҙә бик мөһим. Бала – шәхес. Онотмағыҙ! Тәнҡитләүҙе фекер алышыу менән алыштырығыҙ. Шул сағында бала менән ата-әсә мөнәсәбәте ысынлап үҙгәрәсәк.

- Балаларҙың енәйәт ҡорбанына әйләнгән, йә енәйәт ҡылмыштарына ылыҡтырылған осраҡтарға тап булғанығыҙ бармы?

- Булды. Ҡалабыҙҙағы бер уҡыу йортонда белем алыусы студент ҡыҙҙы һинең менән башҡаса аралашмаясаҡбыҙ, дуҫлашмаясаҡбыҙ тип, магазиндан шоколад урларға мәжбүр итәләр. Сауҙа нөктәһендәге камералар аша ҡыҙ бала тотола һәм уны бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссия иҫәбенә ҡуялар.

- Күрше йәшәгән берәй баланың тейешенсә тәрбиәләнмәүе тураһында мәғлүм булған кешеләр һеҙгә мөрәжәғәт итә аламы? Ни рәүештә? Һеҙ нимә эшләйәсәкһегеҙ?
- Әлбиттә, мөрәжәғәт итә ала. Мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл хакимиәте яҙма рәүештә проблемалы хәл тураһында “Ғаилә” үҙәгенә белдерә ала. Тейешенсә тәрбиәләнмәгән баланың күршеләре, зат-зәүере шәхсән килеп һөйләшергә мөмкин. Бөтә осраҡтарҙа ла беҙҙең белгестәр өс эш көнө эсендә бала йәшәгән урынға барып һөйләшәсәк. Ғаиләгә социаль оҙатыу алымы тәҡдим ителәсәк. Нисек кенә булмаһын, иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ауыр тормош хәленән сығырға ярҙам итәсәкбеҙ.
Бер ыңғайҙан махсус хеҙмәттәрҙең телефондарын да хәбәр итеү яҙыҡ булмаҫ. Балалар ышаныс телефоны - 88002000122. Ата-әсәләргә бушлай психологик ярҙам алыу телефоны - 88003475000. Учалы районындағы ғаилә хеҙмәте – 6-21-38. Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам итеү үҙәгенең ышаныс телефоны – 6-25-28, 8 9610408605.

- Үҙегеҙҙең практикала осраған ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында (исемдәрен, йәшәгән урындарын әйтмәйенсә генә) һөйләп үтһәгеҙ ине. Ғәйбәт өсөн түгел, ғибрәт өсөн!

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай балалар бар. Бөтә осраҡтарҙа ла тип әйтерлек ата-әсәнең эскелеге ғәйепле. Тейешле органдарҙың бар тырышлығына ҡарамаҫтан (әңгәмәләр, өгөтләүҙәр, психолог консультациялары, дауаланыу, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн бағыусыларҙың матди ярҙамы һ.б.), улар сабыйҙарына ҡарағанда араҡыны өҫтөн ҡуйҙы. Был бик ҡыҙғаныс. Йәнде өшөткөс күренеш. Һөҙөмтәлә, балалар ундай ата-әсәйҙәрҙән алынып, социаль приютҡа урынлаштырылды. Ә бәйләнешкә инергә, дауаланырға теләмәүсе, бала яҙмышына ул ғаиләлә оло хәүеф янаусы ата-әсәләр үҙҙәренең был тормоштағы иң мөһим хоҡуғын – ата-әсәлек хоҡуғынан да яҙҙылар.

- “Яйыҡ” гәзите уҡыусыларына (башлыса, олатай-өләсәйҙәргә) был әңгәмәлә күтәрелгән проблемалар буйынса әйтер һүҙегеҙ бармы?

- Балаларҙы бер ваҡытта ла ситкә тибергә ярамай. Һин ҙур бит инде, үҙең эшлә, үҙең хәл ит, тип күңелдәрен ҡыймағыҙ. Практиканан күренеүенсә, ғәҙәттә урамда тәртип боҙоп, эсеп йәки тартып тотолған үҫмерҙәр быны ғаиләлә иғтибар, аралашыу, һөйөү етмәүҙән эшләй. Шул рәүешле булһа ла үҙҙәре хаҡында хәбәр итәләр. Хәл көсөргәнешле булып, ата-әсә үҙҙәренең генә мөмкинлеге юҡ икән, үрҙә күрһәтелгән ышаныс телефондары аша мөрәжәғәт итә ала. Һөйләшеүҙәр ситтәргә хәбәр ителмәй, үҙ-ара ғына ҡала. Ярҙамы, һис шикһеҙ, тейәсәк. Бала хоҡуғын күҙәтеү, имен тормош тәьмин итеү өсөн булдырылған хеҙмәттәр каратель органдары түгел бит. Һәр мөрәжәғәт ентекле һәм бәйнә-бәйнә тикшерелә. Шуны иҫтә тотоғоҙ.

Олатай-өләсәйҙәр иһә баланың ата-әсәһенең тәрбиә һыҙатына таянһын ине, тип кәңәш итер инем. Телефон йәки планшетта ултырыу ваҡытын сикләй, ҡапыл ғына ниндәйҙер әйбер һатып алыуҙы кисектерә икән, ата-әсә быны балаһын яратмағанлыҡтан эшләмәй бит. Олатай-өләсәй ҙә, тимәк, ошо тәрбиә алымынан тайпылмаһын ине. Ата-әсәйҙәр менән олатай-өләсәйҙәр баланы бер бөтөн, берҙәм булып тәрбиәләһә, бала психологик яҡтан имен мөхиттә үҫә тигән һүҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: