Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2023, 14:12

Һәр берегеҙ ҡәҙерле

Иҫтамғол ауылы халҡы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уландарына ҡәҙер -хөрмәт күрһәтеп, матур осрашыу сараһы ойошторҙо.

Һәр берегеҙ ҡәҙерле
Һәр берегеҙ ҡәҙерле

Бына тағы Иҫтамғол ауылы халҡы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уландарына ҡәҙер -хөрмәт күрһәтеп, матур осрашыу сараһы ойошторҙо. Илдә тиҙерәк һуғыш бөтөп егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп аяттар уҡытып, матур табын ҡороп, йылы аралашыу сараһы булды ул. Ауыл старостаһы Илгиз Ғәлиәхмәтов, Уральск ауыл Советы исеменән вәкил Гөлниса Камалова , Уральск ауыл Советы аҡһаҡалдар ойошмаһы вәкиле Марс Камалов, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары Әхәт Ғәлиәхмәтов, Нәҡип Ваһапов, егеттәребеҙҙең беренсе уҡытыусыһы Рәзинә Ғәлиәхмәтова яугирҙәргә иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Ауыл Советы вәкиле Г.Камалова, ауылыбыҙҙың шәхси эшҡыуары Айҙар Фәхретдинов егеттәргә бүләктәр тапшырҙылар.
Кисә һуңында яугир егеттәребеҙ, уларҙың ата -әсәләре хөрмәтенә патриотик концерт ойошторолдо."Әхирәттәр" фольклор коллективы ҡатын-ҡыҙҙары , Валимә Гарданова, Нәҡип Ваһапов, яугир әсәһе Әминә Булычеваның моңло йырҙары, Айназ Ғәлиәхмәтов,  Айһылыу Бикмөхәмәтова, Алтынай Килмөхәмәтова, "Наҙлыҡай" бейеү ансамбле кыҙҙарының (етәкселәре Розалия Абдрахманова) дәртле бейеүҙәре береһен дә битараф ҡалдырманы, һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде.
Ошо сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәтемде белдерәм! Ситтә йәшәгән ауылдаштар аҡсалата ярҙам күрһәтһә, ауыл ҡатын -ҡыҙҙары һый -хөрмәттән һығылып торған табын әҙерләне.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысы, именлек теләйем. Һуғыш тиҙерәк бөтөп, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, ҡыуаныста-шатлыҡта осрашырға яҙһын Аллаһ бирһә.  Һәр берегеҙ беҙҙең өсөн  ҡәҙерле!

 

Гөлсирә Ғәлиәхмәтова, Иҫтамғол ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: