Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2023, 14:04

Йәнә осрашҡанға тиклем!

Озерный мәктәбендә  махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыу үтте.

Йәнә осрашҡанға тиклем!
Йәнә осрашҡанға тиклем!

Озерный мәктәбендә  махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыу үтте.

  Үҙебеҙҙең элекке уҡыусылар  Юлай Шаһимарҙанов, Урал  Ниғмәтуллин һәм Динар Шәйхетдиновтарҙы саҡырҙыҡ. Егеттәр иң башта Украинала батырҙарса һәләк булған диңгеҙ пехотаһы лейтенанты Байегетов Илнарҙың таҡтаташына гөлләмәләр һалды.Юлай менән Урал Герой партаһын  ҡарап , уның эргәһендә  иҫтәлеккә фото төштөләр. Хәҙер ауылдаш ҡына түгел, яуҙаш та бит улар!

Осрашыуҙа 5-9 класс уҡыусылары ҡатнашты. Сара Украинала һәләк булған Учалы егеттәрен  бер  минутлык тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан  башланды. Уҡыусылар битараф түгел,  бихисап урынлы, мәғәнәле  һорауҙар бирҙеләр. Һәм  йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле  яуаптар алдылар : йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ысын ветерандар бит бөгөн яуҙа йөрөгән  кисәнге уҡыусыларыбыҙ.  “Башҡортостан, Учалы егеттәре берҙәм  һәм бик татыу”, - тине егеттәр. Ауыл халҡына, гуманитар ярҙамдары, беҙҙең һаулыҡ, иҫәнлек өсон ҡорбан салып доғалар уҡығандары өсөн рәхмәт әйтергә лә онотманылар. Әйткәндәй, мунса тураһында ла һүҙ сыҡты. (Баҡһаң,  Рафиҡ ауылынан Марат Йомабаев февраль айында гуманитар ылау менән СВО зонаһында булып килә лә, мунса кәрәклеген белә.  Тәлғәт Рәхмәтуллин, ДРСУ ярҙамы менән маҡсаттарына ирешкәс,  Марат менән Илсе ауылынан Айнур Моратов  күсермәле мунсаны Северодонецк ҡалаһына тиклем илтәләр. Һалдаттарыбыҙ тағын да бер тапҡыр раҫланы – һәләк тә шатланғандар).

Шулай уҡ осрашыу үткәргән өсөн  мәктәп директоры Раян Сөләймәновҡа,  уҡытыусы Раят Ишмөхәмәтовҡа, Зөлфиә Ғариповаға, ғөмүмән, бар ойоштороусыларға рәхмәт әйттеләр. Беҙ ни, эстән генә шатланып ултырҙыҡ – ҡыйыулыҡтарына өҫтәп, әҙәпле, ҡәҙер белгән элекке уҡыусылар – һәр уҡытыусының ғорурлығы була торғандыр.

Күмәкләп фотоға төштөк,  табын артында сәй эстек,  иркенләп һөйләштек. Башланғыс класс балалары яугирҙәргә үҙ теләктәре яҙылған хаттар тапшырҙы, ә бөтәбеҙҙең дә теләк бер инде – иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтығыҙ инде, уландар, беҙ һеҙҙе  һағынып көтәсәкбеҙ!

 

Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: