Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2023, 11:25

“Йәшел һәйкәл” ҡорола

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Учалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин,  Дан ордендарының тулы кавалеры Әхнәф  Ғәлимйән  улы Хөснөтдинов исемендәге скверға  мышар ултырттыҡ.

“Йәшел һәйкәл” ҡорола
“Йәшел һәйкәл” ҡорола

Был көн Учалы ауыл Советы эргәһендәге ветеран ойошмаһы ағзалары,  директор Гүзәл Мәғәсүмова етәкселегендә “Ғаилә” үҙәге  коллективы һәм унда тәрбиәләнгән балалар, Учалы урта мәктәбе уҡыусылары  хәтерҙәренә оҙаҡҡа уйыласаҡ. Улай ғына ла түгел – әле булдырған “йәшел һәйкәл” оҙаҡ йылдар  йәм биреп, ҡаһарман  яугирҙәрҙе лә, беҙҙе лә  иҫкә төшөрөп торасаҡ.

Был көн “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Учалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Ғоморҙаҡ улы Сөнәғәтуллин,  Дан ордендарының тулы кавалеры Әхнәф  Ғәлимйән  улы Хөснөтдинов исемендәге скверға  мышар ултырттыҡ. Барыбыҙ ҙа, йәше лә, ҡарты ла, тырышып, илһамланып эшләнек. Учалы ауыл  Советы ултырағының эштәр менән идара итеүсеһе  Рәйсә Нәжметдинова, урындағы ветерандар ойошмаһы рәйесе Дим Закиров,  ошо ойошма ағзаһы Зөфәр Үләмаевтар  ҡалғандарға өлгө күрһәтерлек итеп, дәртләндереп эшләнеләр.

Был акция 1 май, Бөйөк Еңеү байрамдары алдынан үтеүе күңелдәрҙе айырыуса йылытты. Матур итеп үҫеп кенә китһендәр инде!

Хәҙис Фәтихов, Учалы ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: