Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2023, 10:12

Оло еңеү менән, зирәк һылыуҡай!

Сафия  һөлөктәрҙе өйрәнеү, эксперименттар ҡуйыу, улар ярҙамында дауалау ысулдарын тикшереү менән ихлас шөғөлләнә.

Оло еңеү менән, зирәк һылыуҡай!
Оло еңеү менән, зирәк һылыуҡай!

Апрель аҙаҡтарында Мәскәүҙә  “Фәнгә тәүге аҙымдарым” тип аталған уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй  ғилми-тикшереү һәм ижади эштәр конкурсы йомғаҡланды.  Мулдаҡай мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Сафия Әбүбаҡирова еңеүгә өлгәште, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.  Учалы ғына түгел, бөтә Башҡортостанды бик тә лайыҡлы вәкилләне , афарин! Ә конкурс бик етди бара: 1-се  турҙа 104 ҡаланан 1689 уҡыусының эштәре ентекләп  тикшерелгән  була , улар араһында һайлап алынған конкурсанттар ғына  Мәскәүҙә, “Космос” конгресс-үҙәктә йәнә һынау тоталар. Беҙҙең Сафия Азамат ҡыҙы (кескәй булһа ла, был осраҡта ошолай ололап әйтеү урынлы!) был тапҡырҙа ла дан итеп сығыш яһай, жюри ағзаларын аҡылы менән дә, үҙен тота белеү менән дә арбай. Көҙгә тиклем был хеҙмәте китап йыйынтығында баҫылып сығыуы ла көтөлә.

Бындай ҡаҙаныштар буш урында  кинәт пәйҙә була алмай. Баштан башлайыҡ. 1994 йыл Мулдаҡайға ике йәш белгес ҡайталар. Гүзәл Алмас ҡыҙы – биология уҡытыусыһы, Азамат Урал улы – хужалыҡта механик вазифаһында эш башлайҙар. Өйләнешәләр, татыу, эшһөйәр ғаилә ҡоралар. Өҫ ҡыҙ үҫтереп кинәнәләр.  Юлиә Мәскәү авиация институтын тамамлап, “Аэрофлот”  авиокомпанияға саҡырыла, ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй.  Миләүшә Өфөлә уҡый, әйткәндәй ул да 2-3 йыл элек “Башҡорт шағирҙары – башҡорт телендә”республика конкурсында Гран-при яулағайны.  Ә Сафия, үрҙә әйткәнсә, әле 4-се класта уҡый.

Алма ағасынан йыраҡ тәгәрәмәй инде. Азамат Урал улы – алтын ҡуллы оҫта,  тормош көтөүҙе еңелләштереү өсөн төрлө ҡулланма-яйланмалар ҡороуға маһир, эшендә лә ихтирам итәләр. Ә Гүзәл Алмас ҡыҙы ( 2008 йылдан Мулдаҡай урта мәктәбе директоры) ихлас баҡсасылыҡ, сәскәселек менән шөғөлләнә. Һәм бик яҡшы педагог: Сафия  бәләкәстән күбәләктәр, бәжәктәр менән ҡыҙыҡһыныуын абайлағас та, был ҡомарҙы ғилми-тикшереү юҫығына күсерә алған.

Сафия, башҡаһынан тыш,  һөлөктәрҙе өйрәнеү, эксперименттар ҡуйыу, улар ярҙамында дауалау ысулдарын тикшереү менән ихлас шөғөлләнә. Һәм бик тә маҡсатлы, ныҡыш икән.  “Һөлөк – бәләкәй табип” эше менән тәүге зона конкурсында еңә алмаһа ла, ҡул һелтәп төшөкөләккә бирелмәй. Киреһенсә,  сәм генә арта. Шулай итеп ғилми профилдәге “Минең илем – минем Рәсәй” район конкурсында 1-се урынға сыға. Дәрт өҫтәлә.  Өфөлә республика конкурсында ла, төбәк-ара “Европа-Азия. Офоҡтарҙы асып” конкурстарында беренсе урындар яулай алды. Ошонан һуң бар Рәсәй кимәлендә  танылыу ҙа оҙаҡ көттөрмәй.  Хәҙер ни, тағында юғарыраҡ маҡсаттар ҡуя, ти. Әйткәндәй, Сафия тикшеренеүҙәр менән генә бар ваҡытын үткәрмәй, йорт эштәрендә әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы ул, бар эш ҡулынан килә. Шулай уҡ Мейәс ҡалаһында “Уралым” ансамблендә бейей, артист булараҡ та тәрлә конкурстарҙа ҡатнаша. Эйе, сәхнәлә балҡырға күнеккәнлеге лә булышлыҡ иткәндер – булған аҡылыңды күрһәтә белер ҙә кәрәк бит! Бер һүҙ менән – афарин, гел генә ошолай тырыш һәм зирәк бул, яңынан-яңы уңыштарға өлгәш, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

 Йәш табиба-ғалимбикәнең әсәһе һәм остазы Гүзәл Алмас ҡыҙы ихлас күңелдән “Алтын-Яр” йәмғиәте директоры Рәүеф Ғаффан улы Хәкимовҡа һәм крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, район башҡорттары ҡоролтайы комитеты рәйесе Мозафар Харис улы Ҡадировҡа бар күңелдән  рәхмәт белдерҙе. Һәләтле балаға ла ситкә барып  һәләтен күрһәтеү өсөн бағымсылар ярҙамы бер осраҡта ла артыҡ түгел. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, бик тә сауаплы “инвестиция” була был!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: