Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ Гөлгөнә (Гөлгөл)Һарун ҡыҙы менән бер утыҙ йыл самаһы аралашабыҙ. Бынан тиҫтә йылдар элек ул районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләй ине. Учалыға юл төшкәндә, уның фатирына кереп, намаҙымды уҡып сыға торғайным. Ғәмәлде, әлбиттә,ҡала мәсетендә лә атҡарырға мөмкин. Ә минең маҡсат- үҙемә генә билдәле: нисек тә булһа,уны намаҙға ылыҡтырыу. Осрашҡан һайын, ошо хаҡта аңғартып ҡалырға тырышам... Шунан аҙаҡ, беҙҙең арала бәйләнеш ваҡытлыса өҙөлөп торҙо.Баҡтиһәң, ул дини йәшәү рәүешен үҙ иткән.Бер күрешкәндә,ул ислам дине ҡанундарын өйрәнеүе,ҡыҙҙары, кейәүҙәренең дә намаҙға баҫыуы, үҙенең дә уҡырға кереүе тураһында ҡыуанып һөйләгәйне. Уның был яңылығын шундай кинәнеп ҡабул иткәйнем. Үҙем тыңлайым.Ә күңелемдән генә, эх, уның кеүек махсус белемле мөғәллимәләрҙән һабаҡ алһаң ине, Ҡөръән серҙәрен өйрәнергә беҙгә лә юл асылһын ине,тип теләгәйем... Фәрештәләрҙең амин, тигән сағына тура килдеме. Юрағаным юш килде.Сәбәбе лә бар.Бер мәл телевизорҙан шәкерттәр интервью бирҙе. РИУ(Өфө Рәсәй Ислам университетын) тамамлаған мөғәллимәләр араһында Гөлгөл Һарун ҡыҙы ла сығыш яһаны.Тиҙҙән уның яҡын-тирәләге ауылдарҙағы шәкерттәргә дини белем бирә башлағаны тураһындағы яңылыҡ беҙгә лә килеп етте. Шул хаҡта ишетеп ҡалыу менән, тиҙ арала төркөм ойоштороп, Һарун ҡыҙын Сораманға саҡырҙыҡ...төштән аҙаҡ,мәктәпкә йыйылып, парта артына ултырҙыҡ.
Ошо турала дәфтәр битенә 30.01.19 йыл, тип яҙып ҡуйғанмын.
- Әғүүзү билләәһи минәш шәйтаанир раджиим - Шайтандың яуызлығынан Аллаһы Тәғәләгә һыйынам.“Бисмилләһир Рахманнир Рахиим” Рәхмәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. -Ләә-иләәһә-илләллаһ Мөхәмәҙе рәсүлүллаһ. (Аллаһ тәғәләнән башҡа иләһ юҡ,Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм,Уның илсеһе) тип, оло йәштәге апайҙары, буласаҡ яңы шәкерттәре алдында һабаҡ биреүҙе шул рәүешле башлап ебәргән тәүге дәресе бөгөнгөләй күҙ алдымда.
- Аллаһ тәғәләгә шөкөр итәмен.Зекерҙәр ҡыламын.Һеҙҙең,дини белем алыуға булған ынтылышығыҙҙы хуплайым.Әммә,уның инеш өлөшөн генә бирәм, дауам итеү үҙегеҙҙең ниәтегеҙгә бәйле.Дәрес барышында төрлө фекерҙәр тыуыуы ихтимал,тине ул.
Мөғәллимәбеҙ аҙнаға бер үҙенең машинаһы менән килә. Тәүҙә Яңы Байрамғол, аҙаҡ Зәйнәкәй,шунан сиратта беҙҙең Сораман ауылы шәкерттәре уны көтөп ала. Белемгә бик сарсағанбыҙ.Уның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлайбыҙ.Ике сәғәттең нисек үткәнен һиҙелмәй ҙә ҡала. Тәнәфескә сығыу тураһында уйлаған кеше лә юҡ. Мөғәллимәбеҙ һәр кемдең мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындырмай. Башлап ҡына ғәрәп әлифбаһын өйрәнеүселәр, әҙерлекле килгән уҡыусылар барлығы ла иҫәпкә алынды. Дәрестең тәүге өлөшөндә гаҡида (иман вероубеждение),фикһ (шәриғәт ҡанундары), әҙәп (нравственность) закондарын, хәрефтәр менән танышһаҡ,ҡалған ваҡыт үҙләштерелгән белемде нығытыуға ҡорола. Пандемия шарттарында дәрестәр бер аҙға туҡтатылды.Әммә,беҙ ныҡыш халыҡ. бирешмәнек.Онлайн ярҙамында уҡыуҙы дауам иттек.
Шулай итеп,дүрт йыл үтеп тә китте. Һәм бына имтихандар тапшырыу мәле етте. 27.04көнө Сораман, Наурыҙ,Мәҫкәү,Яңы Байрамғол,Зәйнәкәй,Кәкүк, Килмәк,Мәҫкәү ауылының оло йәштә өс шәкерте Мәҫкәү ауылының “Мөслимә”мәсетендә имтихан тапшырыу бәхетенә ирештек.Был беҙҙең өсөн хәтеребеҙҙә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ оло ҡыуаныс. Шуға күрә,мөғәллимәбеҙ Гөлгөнә Һарун ҡыҙына,имтихан алыусы Тимур Халиковҡа рәхмәтебеҙҙе гәзит аша еткереүҙе кәрәк тип уйлайбыҙ..
Белем алыуҙың сиге юҡ.Уның дауамлы булыуына уҡытыусыбыҙ алдан ишара яһағайны(әйткәндәй, Гөлгөнә үҙе лә Троицк шәкерте.) Шуны иҫтә тотоп, Һарун ҡыҙының шәкерттәренең яртыһы тиерлек, бөгөнгө көндәрҙә Троицк ҡалаһының “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алыуҙарын дауам итә. Әлеге көндәрҙә улар йәйге сессияға әҙерләнә. Икенсе көндә Гөлгөл Һарун ҡыҙы, Раушания Ишморатова тарафынан, шул уҡ “Мөслимә” мәсетендә 28 бала өсөн тағы бер сара ойошторолдо. Уҡыусы балалар Ҡөрьән сүрәләрен ятланы.Тәмлекәстәр менән һыйланғас, мауыктырғыс уйындар ярҙамында,бер-береһе менән танышып, улар яҡындан аралашты.
Зөбәйҙә Ҡәләмова