15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары менән 1993 йылдан билдәләнә.
Ошо айҡанлы “Учалы районында ғаилә хеҙмәте” учреждениеһы бик тә үҙенсәлекле акция үткәрә. Бер предприятие-ойошмала бергә оҙаҡ эшләгән ғаиләләрҙе асыҡлап, бүләктәр тапшыралар, ҡотлайҙар, хатта, күңелле конкурс ойошторалар. Ундайҙар бигүк күп тә түгел икән, башлыса - һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системаларында һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында.
Бындай хөрмәт беҙгә лә, Янбаевтар ғаиләһенә күрһәтелде – район гәзиттәрендә бергә эшләүебеҙгә һәм ғаилә ҡороуыбыҙға 31 йыл да үтеп киткән икән.
Ихлас күңелдән рәхмәт, һис тә көтөлмәгән шатлыҡ булды!