Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2023, 15:40

Улар миңә кәрәкмәй

...Рәғилә атаһы һәм әсәһенең иркә генә ҡыҙы булып үҫте. Кескәй саҡта йыш ауырыған балаға ике яҡ өләсәй-ҡартатайҙан да иғтибар көслө булды. Әсәһе Рәғиләгә ҡарап: “Минең кеүек һаулыҡҡа туя алмай ыҙаларһыңмы икән?” - тип көрһөнөп ҡуйыр ине.

Улар миңә кәрәкмәй
Улар миңә кәрәкмәй

Гүзәл Иҫәнгилдина

“Улар миңә кәрәкмәй”

Утыҙ йәштәрҙәге ҡатын үҙенә ҡарата белдерелгән бар дәғүәләр менән килешеүен белдерҙе һәм күрһәтмәләр биреүҙән баш тартты. Ул суд барышында башҡа бер һүҙ өндәшмәне. Ниндәйҙер мәғлүмәт кәрәк булғанда, РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепләнгән ҡатындың адвокаты яуап бирҙе. 

...Рәғилә атаһы һәм әсәһенең иркә генә ҡыҙы булып үҫте. Кескәй саҡта йыш ауырыған балаға ике яҡ өләсәй-ҡартатайҙан да иғтибар көслө булды. Әсәһе Рәғиләгә ҡарап: “Минең кеүек һаулыҡҡа туя алмай ыҙаларһыңмы икән?” - тип көрһөнөп ҡуйыр ине.

Әсәһе, ысынлап та, бик йыш ауырыны. Кейәүгә сыҡҡас, оҙаҡ бәпес таба алмаған. Шулай ҙа тәүҙә ағаһын, унан алты йыл үткәс Рәғиләне таба алған. Тик бының өсөн ниндәй ыҙалар үтергә тура килеүен әсәһе һәм атаһы ғына белгәндер. Сөнки тағы ике бәпесен улар тыумаҫ борон юғалта. Шуға күрә әсәһе ауырлы булған саҡта дауахананан сыҡмай. Шундай ыҙалар менән табылған балалары өсөн йәнен бирергә әҙер ине ул. Атаһы ла улы һәм ҡыҙына йомшаҡ булды.

Кескәй сағында ауырыған Рәғиләне атаһы һәм әсәһе шифаханаларға ғына түгел, ә диңгеҙ буйына ла йөрөттө. Әсәһе халыҡ медицинаһын өйрәнде, әллә ниндәй үләндәрҙе яттан белә башланы. Бындай тырышлыҡ бушҡа китмәне. Ун бер йәшенә еткәс Рәғилә бер ҙә ауырымай башланы. Унан инде һылыу ҡыҙ булып етеште. Был ваҡытта ағаһы институт тамамлап эшләп йөрөй ине. Һаман атаһы һәм әсәһенең ҡосағында йәшәгән Рәғилә мәктәптән һуң уҡырға инергә лә, эшкә төшөргә лә ашыҡманы. Күберәк әхирәттәре менән осрашты, улар менән кафелар, төрлө кисәләр буйлап йөрөнө.

Бер кис ҡыҙҙар күрше ҡаланың клубына юл алды. “Бында рәхәтләнеп бейеп тә, күңел асып та була. Ҡарағыҙ, беҙҙекеләрҙең күбеһе бында!” - тип һөрән һалды әхирәттәренең береһе.

Ошо клубта танышты ла инде улар. Рәғилә һәм Мансур. Ҡыҙҙың яҙмышына ҡырҡа боролош яһаған осрашыу. Талғын көйгә үҙен бейергә саҡырған егеткә тәүҙә иғтибар бирмәне ул. Әммә Мансур ныҡыш булып сыҡты, ҡыҙҙың тартҡылашыуына ҡарамаҫтан биленән һыға ҡосаҡлап бейергә төшөрҙө. Егет ошо ҡаланан икән. “Мин һине бында күргәнем юҡ. Һин ҡайҙан?” - тип һораны ул. Рәғилә: “Мин аҙна һайын ошонда”, - тип хәйләкәрләп маташты. Егет: “Юҡ, мин һине шунда уҡ күрер һәм бер ҡасан да янымдан ебәрмәҫ инем”, - тине.

Уның ныҡлы ышаныс менән әйтелгән һүҙҙәренән Рәғиләнең башы әйләнде, хыялында ғына йөрөткән мөхәббәтенең сәскә атыуы ошолор, тип ҡыуанды. Йәштәр осраша башланы. Күрше ҡалалар бер-береһенә шулай яҡын урынлашһа ла, Рәғилә егетен көн дә күргеһе килде. Шуға күрә ул Мансурҙың ҡалаһына күсергә булды. Атаһы һәм әсәһенә эшкә урынлашыуын һәм ситтән тороп уҡыясағын белдерҙе. Әсәһе һуңғы осор йыш ауырыһа ла, балаһы өсөн шат ине. Сөнки улдары йыш ҡына: “Ни өсөн Рәғилә эшкә төшмәй? Ни өсөн уны һаман иркәләтәһегеҙ? Уға үҙ аллы йәшәргә ваҡыт бит”, - тип үпкә лә белдерә башлаған ине.

Әсәһе үҙенә күп кенә аҡса биргәс, ҡыҙ ҡыуанып бөтә алманы. Шул уҡ көндө күрше ҡалаға сығып китеп, үҙәктән иң яҡшы фатирҙарҙың береһенә инде. Аҡса булғас, барыһы ла алдыңа килеп кенә тора. Был ваҡытта ҡыҙ әсәһе тураһында уйламай ине. Ә бит әҙерәк кенә башын эшкә ҡушһа, был аҡсаның һуңғы осор йыш ауырыған әсәһенең үҙенә һулар һауалай кәрәк икәнлеген аңлар ине.

Мансур шул кисте үк килеп етте. Ҡыҙ ҡиммәтле шараптар алып, мул табын әҙерләп ҡуйған ине. Бер нисә көн икәүләп йәшәгәндән һуң, ҡыҙ һәм егет аулаҡ фатирға клубта танышҡан дуҫтарын йыя башланы. Шулай ике ай үткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Рәғилә Мансурҙың өйләнешергә тәҡдим эшләүен көттө. Ҡыҙ үҙен ап-аҡ кәләш күлдәгендә яратҡаны янында лимузинда китеп барғанын йыш күҙ алдына килтерҙе. Тик Мансур был хаҡта бер һүҙ өндәшмәне. Ә бер көн ҡыҙ үҙенең ауырға ҡалғанын белде. Тәүҙә аптырап ҡалды, унан ҡыуанды. “Хәҙер инде Мансур миңә өйләнәсәк!” - тип шатланды ул.

Был кискә ул айырыуса ныҡ әҙерләнде. Тик элекке кеүек барыһын да мул итеп алып булмай ине. Сөнки әсәһе биргән аҡса бөтөп бара, өҫтәүенә Мансур бер нисә мәртәбә “минеке өйҙә ҡалған” тип унан бер нисә мең алып сығып китте. Тик егет ул көндө лә, икенсе көндө лә килмәне. Телефоны ла һүнгән ине. Рәғилә нимә уйларға ла белмәне. Әллә ауырып киттеме, әллә бер-бер хәл булдымы, тип үҙенә урын тапманы. Өсөнсө көнгә ишеген шаҡыған егеттең ҡосағына ташланды ул. Мансур аптырап ҡарап: “Һин нимә?” - тип һораны. “Ҡурҡыттың бит мине! Нимә уйларға ла белмәнем! Өҫтәүенә телефоның да һүнгән. Шылтыратып булмай инеме?!”- тигән үпкәләрен теҙә башлаған ҡыҙҙы Мансурҙың ҡысҡырып ебәреүе туҡтатты. “Ә һинең алдыңда отчет тоторға һин миңә кем?! Бергә ваҡыт уҙғарыу бер ниндәй яуаплылыҡ өҫтәмәй”, - тине егет.

Рәғилә үҙенең ауырлы булыуын, шуға күрә уларға өйләнешергә кәрәклеген белдергәс, Мансур шарҡылдап көлә башланы. Рәғилә яратҡан кешеһенең ҡыуанғанын көткәс, бөтөнләй аптырап ҡалды. Егет: “Һин мине бала менән тоторға уйланыңмы? Тик беҙ улай һөйләшмәнек. Кемдән ауырға ҡалғаныңды ҡайҙан беләйем? Был фатирҙа кем генә ҡуна ҡалманы! Мин һиңә өйләнешеү вәғәҙә итмәнем. Ваҡыт уҙғарҙыҡ һәм шуның менән тамам. Әйткәндәй, минең йәш кәләшем дә, балам да бар. Ә кәләшем һинең кеүек бушҡыуыҡ түгел, етеш ғаиләнән, яҡшы урында эшләй. Шуға күрә мине башҡа борсома!” - тип ишекте шарт ябып сығып китте.

Рәғилә был һүҙҙәргә ышанманы. Мансурҙы төрлөсә аҡлап маташты ул. Илаулап, яратҡанының ҡайтасағына өмөтләнеп тағы бер ай үтеп китте. Бер көн атаһы шылтыратты. “Ҡайт, ҡыҙым, әсәйең был донъяларҙан китеп барҙы”, - тине ул илап.

Ҡыҙ шаңҡып ҡалды. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, үҙен яратҡан, терәк-таяныс булған әсәһен юғалтҡас нисек йәшәр? Бәпесен кем ҡарашыр? Рәғилә, ҡайғынан һығылып төшөп, бөкрәйгән бабайға әүерелгән атаһын түгел, ә һаман үҙен генә уйлай ине. Ағаһы ла әсәһен юғалтыуҙан ҡара янған ине, ә бына ҡыҙ бирешмәне. Уйында – Мансурҙы ҡайтарыу һәм уға кейәүгә сығыу ғына ине. Шул саҡ ул ағаһының үҙенә текләп ҡарауын тойҙо. Туғанының ҡарашы ауыр, үтә ҡарай төҫлө ине. Әсәһен ерләп ҡайтҡас, Рәғилә бының сәбәбен белде. Ағаһы: “Әсәйгә Өфөгә медицина тикшеренеүҙәренә, шәхси клиникаға тип биргән минең аҡсаны оялмайынса алып киткәнһең! Мин һинең бер ҡайҙа ла эшләмәүеңде һәм уҡымауыңды белмәй тип уйлайһыңмы? Әсәйҙең үлемендә һинең ғәйебең ҙур. Сөнки ул көслө табиптар ҡулына барып өлгөрһә, тере ҡалыр ине”, - тигән аяуһыҙ хөкөмөн сығарҙы.

Бәлә – ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Кемгә күпме ғүмер бирелгәнен дә Хоҙай Тәғәлә генә белә. Фатирына ҡайтып һаман Мансурҙы нисек ҡайтарыу планын уйлаған Рәғиләгә бер аҙнанан ағаһы шылтыратты. “Хәҙер үк ҡайтып ет. Атай мәрхүм булып ҡалды...”

Юғалып ҡалған ҡыҙ ниҙер әйтергә уйлағансы, телефонда өҙөк-өҙөк тауыштар яңғыраны. Ағаһы уның менән һөйләшергә теләмәнеме, әллә һөйләшерлек хәлдә түгел инеме, әммә Рәғилә үҙенең үҙәк өҙгөс яңғыҙлығын тойҙо. Атаһын ерләргә лә кеше бик күп йыйылған ине. “Ҡатынын бик ярата ине бит. Бәхетле йәшәнеләр. Ҡатыны китеп барғас бөтөп киткәйне шул. Йәшәүҙән һүрелгән ине. Бына бит, янына китеп тә барҙы...”

Ипләп кенә бышылдап әйтелгән һүҙҙәр Рәғиләне өтөп алды. Шул саҡ бер ҡатындың: “Улдары аҡыллы, етеш йәшәй. Бына Рәғиләләре теләһә нисек йөрөй, тиҙәр бит. Шуға ла ата-әсәһенең йөрәге бөткәндер инде”, - тип һөйләнгәнен ишетеп ҡалды.

Ҡыҙ түҙмәй теге ҡатынға йәбеште. “Һин нисек йәшәгәнде белергә минең менән көн итәһеңме?!” Уны көскә тынысландырып алдылар. Мулла: “Мәрхүмде ерләгән ерҙә талаш-ғәйбәткә урын юҡ. Мәрхүмдең йән тыныслығын уйлағыҙ!” - тип барыһын да урынына ҡуйҙы.

Атаһын ерләгәндән һуң Рәғилә кире фатирына ҡайтты. Ата йортонда бер төн дә йоҡламаны ул. Ағаһы: “Атайҙың ҡырҡына тиклем өй буш торорға тейеш түгел. Ҡал. Миңә ғаиләм янында булырға кәрәк бит, бында йоҡлап йөрөй алмайым”, - тип үтенгәнен дә тыңларға теләмәне.

Рәғиләнең бар уйы Мансурҙы осратып һөйләшеү ине. Яратҡан кешеһен ҡатыны ебәрмәйҙер тигән фекергә килде. Уртаҡ таныштар аша Мансурҙың кәләше ҡайҙа эшләүен белде. Бер көн йыйынып уның янына китте. Барып еткәнсе яратҡанының ҡатыны йәмһеҙ булыуын теләп барҙы. Тик ҡаршыһына килеп сыҡҡан йәш һәм бик сибәр һылыуҡайҙы күреп, йәне үртәлде. “Һеҙгә кем кәрәк?” - тип һораны уныһы. Рәғилә: “Һин Мансурға күпме тағы йәбешеп ятасаҡһың? Ул бит һине яратмай, ә мине ярата. Тиҙҙән беҙҙең балабыҙ ҙа буласаҡ. Беҙ уның менән бергә булырға хыялланабыҙ. Ебәр уны!” - тип ҡысҡыра башланы. Йәш ҡатын уны тынысландырырға тырышып: “Һеҙ минең иптәшем тураһында һөйләйһегеҙме? Бының булыуы мөмкин түгел. Уның эше командировкалар менән бәйле, әлбиттә, әммә буш ваҡыттарында ул һәр саҡ беҙҙең менән”, - тине. Рәғилә ярһып китеп телефонын сығарҙы һәм Мансур менән ҡосаҡлашып торған фотоһын күрһәтте. Йәш ҡатындың йөҙө үҙгәреп китте. “Эйе, был минең ирем. Әммә ул айырылышыу тураһында бер һүҙ әйткәне юҡ. Мине лә, улыбыҙҙы ла бик ярата. Әгәр һүҙҙәрегеҙ ысын булһа, мин уны тотмайым”, - тине ул тыныс ҡына.

Рәғиләне көндәшенең тыныслығы сығырынан сығарҙы. Ул ҡатынды этеп ебәрҙе, унан ҙур ҡара күҙҙәре янып торған сибәр йөҙҙө тырнап та өлгөрҙө. Көтөлмәгән һөжүмдән тегеһе сүгәләп төштө лә ҡуйҙы. Үтеп барған ике ир былар янына ашыҡты. Рәғилә һаман тыныслана алмай, Мансурҙың ҡатынын ҡысҡырып иң әшәке һүҙҙәр менән һүгә-һүгә, фатирына ҡайтып китте. Ошо уҡ кисте яратҡаны уның ишеген шаҡыны. “Һин килдеңме, Мансур!” - тип ҡосағына һырылырға йөрөгән Рәғиләне фатир эсенә этеп ебәрҙе ул. Ишекте япҡас, эләгеп ҡолай яҙған ҡыҙға һуғып ебәрҙе. Рәғилә тәкмәсләп барып төштө.

“Һинең башың эшләмәйме әллә?! Ниңә минең кәләшемә барып янъял ҡуптарып йөрөйһөң! Һин кем шул тиклем. Төнгө күбәләк! Иҫәпкә бар, һанға юҡ кеше. Мин ғаиләмде яратам! Әгәр кәләшем минән айырылһа, мин һине үлтерәм! Төрмәгә ултырһам ултырам, әммә йәнеңде алам мин һинең! Әйткәндәй, шыл бынан. Ҡайным кәләштең тырналған битен күрһә, һине тере ҡалдырмаясаҡ. Ул саҡта миңә һиңә ҡул бысратырға ла тура килмәйәсәк!” Мансур Рәғилә яғына сырт төкөрҙө лә, сығып китте.

Аҡылдан яҙыр сиккә еткән йәш ҡатын көскә тороп, үҙен тәртипкә килтерә алды. Тиҙ генә йыйынып, такси яллап атай йортона ҡайтып китте. Ҡояш байыр алдынан, йорт буш тормаһын тип килеп ингән ағаһы, һеңлеһен күреп аптырап ҡалды. Ул Рәғиләнең ауырлы икәнен дә белде. “Йәшә ошонда, хәлемдән килгән тиклем ярҙам итермен”, - тип сығып китте. Ағаһы һүҙендә торҙо. Бер ҡайҙа эшләмәгән һеңлеһе аҡсаһыҙ интекмәһен тип аҙыҡ-түлеген дә ташыны, кәрәкле кейемен дә алып бирҙе. Еңгәһе өйҙө йыйыштырырға, йыуырға, ашарға бешерергә килеп йөрөнө. Бәпескә лә әйберҙәрҙе улар әҙерләне. Тик ваҡыты еткәс Рәғилә барыһын аптыратып игеҙәктәрен тапты. “Тоҡомда булмағанды”, - тип һөйләнеп алды туғандары.

Йәш әсәнең күңеле балаларына һалҡын ҡалды. Йөрәген ярып сыҡҡан сабыйҙарын ярата алманы ул. Уларға ҡараған һайын Мансурҙың әсе һүҙҙәре, мыҫҡыллы йылмайыуы хәтеренә төштө. Кескәйҙәргә ярты йәш булғанда уҡ уларҙы бикләп ҡалдырып китеп юғала башланы. Тәүҙә был хаҡта бер кем белмәне. Унан күршеләре ярһып илаған сабыйҙар тауышын ишетеп Рәғиләнең ағаһын саҡыртты. Ул һеңлеһен эҙләп табып, әрләп ҡалдырып китте. Күпмегәлер тынып ҡалған ҡатын бер айҙан ярты айға юғалды. Был хәл йыш ҡабатлана башлағас, эшкә балаларҙы ҡурсыу бүлеге лә ҡушылды. Ҡатынды бер нисә мәртәбә иҫкәрттеләр, әммә ыңғай һөҙөмтә булманы. Тағы ташлап кителгән ас, йонсоған балаларҙы ағаһы бер эскән әбейҙең йортонан барып тапты ла, өйөнә алып ҡайтты. Ҡатынына: “Үҙебеҙгә алайыҡ, етемдәр йортона тапшырырға намыҫым ҡушмай”, - тине.

Һеңлеһенә асыуланған ағаһы, әсә кешенең балалары алдында яуаплылығы барлығын хәтеренә төшөрөр өсөн, алиментҡа бирҙе. “Эшкә төшһөн, балаларына алимент түләп булһа ла улар алдындағы ғәйебен юйһын”, - тине ул ҡатынына. Тик Рәғилә бер тин түләмәне. Бының өсөн ул бер нисә мәртәбә административ язаға тарттырылды. Тик был да ҡатынды аҡылына килтермәне. Һөҙөмтәлә уға енәйәт эше ҡуҙғатылды. Судья Рәғиләне холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеп, эш хаҡынан алимент түләп барырға хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ағаһы күптән күрешмәгән Рәғиләнән: “Нимәгә балаларыңдың хәлен дә белешмәйһең?” - тип кенә һорай алды.

Ҡатын ҡарашын ситкә алып: “Улар миңә кәрәкмәй”, - тине.

Туғанынан ҡот осҡос һүҙҙәрҙе ишеткән ир баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Һеңлеһе игеҙәктәрҙең күптән үҙенә “атай”, ҡатынына “әсәй” тип өндәшеүен дә белмәй. Рәғилә аҡылына килеп, ятып илаһа ла, ирле-ҡатынлы йөрәктәренең бер өлөшөнә әүерелгән кескәйҙәрҙе барыбер бирмәҫ ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас в