Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2023, 08:42

«Башкорт балаҫы - Возрождая ткачество»

-Боронғо халыҡ кәсептәре, милли сәнғәттәр онотола бара, быға бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай!- ти “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара Мөжәүирова

«Башкорт балаҫы - Возрождая ткачество»
«Башкорт балаҫы - Возрождая ткачество»

“Во благо”  исемле автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаға «Башкорт балаҫы - Возрождая ткачество» проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирелә.

Ни икәнлеген проект етәксеһе, Уральск ауылындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара Мөжәүированан һорашып белешек.

-Боронғо халыҡ кәсептәре, милли сәнғәттәр онотола бара, быға бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай! Проектыбыҙ ошо  йүнәлештә,- ти ул. -Быйыл август айында төбәк-ара “Башҡорт балаҫы” фестивале үткәрергә ниәт бар, төрлө тарафтарҙан бик күп оҫтабикәләр йыйылыуы көтөлә.  Балалар ижады өлгөләре менән айырым күргәҙмә ойоштороласаҡ. Был өлкәгә ҡағылышлы халыҡ йолалары сәхнәләштереп күрһәтеләсәк, ҡыҫҡаса әйтккәндә - файҙалы ла, күңелле лә булыр. Әммә бар эш шуның менән тамам түгел, төп эш  -Ижади үҙәк нигеҙендә  йылына  егерме-утыҙ 5-18 йәшлек балаларҙы балаҫ баҫырға, келәм һуғырға өйрәтеү, халыҡ кәсептәренә  бәйле ауыҙ-тел ижады, фольклор ҡомартҡылары  менән күңелдәрен һуғарыу. Келәм һуғыу серҙәренә Ижад үҙәге хеҙмәткәре, махсус курстарҙа әҙерлек үткән мәғариф отличнигы Дина Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова алып барасаҡ

    Тап әле иҙәнгә, өҫтәлгә урынлаштырылған һәм рамкалы һуғыу станоктарын эҙләү менән мәшғүлдәр. Тәҡдимдәр етерлек икән, иң яҡшылары һайлана.

    Динара Рәис ҡыҙы – сығышы менән Белореттың Ҡаға ауылынан.

Юғары белемле физика уҡытыусыһы.  Йүнәлтмә буйынса Озерный мәктәбендә эшләй башлай ҙа, тормош иптәшенең йоғонтоһонда  мәҙәниәт даирәһенә күсә: хәҙер инде тиҫтәләп йыл “Ирәмәл” үҙәгендә хеҙмәт итә, һуңғы 4 йыл – үҙәктең директоры. Һөнәри юлды ҡырҡа үҙгәртеүенең сәбәбен аңлау өсөн хәләл ефете кем икәнлеген әйтеү ҙә етәлер – бар республикала  дан тотҡан, бихисап конкурстар призеры – ҡурай яһау оҫтаһы Дим Мөжәүиров. Дим Рәфҡәт улы үҙе яһаған инструментта үҙе лә өҙҙөрөп уйнай, “Ирәмәл”дә балаларҙы өйрәтә. Ҡыҫҡаһы, күркәм “ғаилә подряды” тип тә әйтерлек!

Бәйләнешкә сығыр өсөн һылтанма -  https://vk.com/anovoblago

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: