+12 °С
Болотло
Тормошта ҡыҙыҡ килеп сыға бит ул - телефон аша мутлашыусылар тураһында сираттағы мәҡәлә яҙып, гәзиттә сығарып та өлгөрмәнек, хәләл ефетемә ниндәйҙер бисә аҡтығы шылтыратып, "Мин -полицей, бик етди һөйләшеү бар", - тип тытылдарға тотондо. Ысын полицейҙар менән йыш аралашабыҙ (эш буйынса!), эйе, уларға ысынында ла оҡшатып ләпелдәй. Ниндәй ҡаза һәм унан ҡотолоу өсөн күпме аҡсабыҙҙы әүрәтеп алырға йыйынғандыр, билдәһеҙ ҡалды - эйе-эйе, диҡҡәт менән тыңлайбыҙ, хатта, диктофонды ҡабыҙҙыҡ тигәс, трубканы һалды ла ҡуйҙы. Ҡайтанан үҙенә шылтыратып ҡарағайныҡ, алмай) Беҙ ни, Аллаһҡа шөкөр, иректә һәм иҫән-һау һәм алдаҡсыларға тотторорға аҡсабыҙ сығып бармай!