Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2023, 08:29

Водолаздар әҙерләнсәк

Берегеҙҙе лә водолаздар эҙләргә тура килмәһен инде!  2021 йыл районда 9 кеше батып үлде, былтыр – 4.

Водолаздар әҙерләнсәк
Водолаздар әҙерләнсәк

Водолаздар әҙерләнсәк

Бер түгел, ике коммерцияға ҡоролмаған Учалы ойошмалары БР Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡты.

Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып теш ҡаҡҡан, ошо рәүештә матди базаларын апаруҡ нығытҡан, бар төбәк өсөн әһәмиәтле  файҙа килтергән “Учалы ирекле янғын һүндереү командаһы” учреждениеһы был тапҡырҙа ла ҡоро ҡалманы.

Районыбыҙҙағы мобиль  (күсмә) водолаз пунктын модернизациялау проектын тәҡдим иткән булалар.  Был пункт 2016 йылдан эшләп килә.  Тейешенсә теркәлгән, ҡотҡарыу эштәре алып барыуға таныҡлыҡ алған республикала берҙән-бер  бындай  ирекле формирование подразделениеһы  икәнлеген дә әйтер кәрәк. Башҡаса әмәл дә булмай бит – Учалыла һыу объекттары бихисап, ә  профессиональ нигеҙҙә водолаз эштәре алып барған авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре юҡ.

Пост ойошторолғандан алып  ирекмәндәр ике тиҫтәнән ашыу тапҡыр һыу ятҡылыҡтарында бәләгә тарыусыларҙы эҙләне, 50 тапҡыр һыу инеү урындарын хәүефле  предметтарҙан таҙартты, бынан тыш һыу янында үткән масса сараларында  дежурға баҫалар, һыу ятҡылыҡтары төбөн сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акциялар үткәрәләр.  Һәм башҡа, шул иҫәптән һыу аҫтында енәйәт дәлилдәре, мәйеттәр эҙләп, тәфтиш органдарына ярҙамға ла йәлеп ителделәр.  Шулай уҡ 7 йыл дауамында  йәйге лагерҙарҙа ял иткән балаларға һыуҙа үҙеңде нисек хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре ныҡлап, мауыҡтырғыс итеп төшөндөрөлә, тип белдерҙе ирекле команда директоры Фәнис Шахманов.  Ҡыҫҡаһы, республика субсидияһы зая китмәне. Ләкин ете йыл үткәнсе, водолаз пункты эшмәкәрлегенә кәртәләр пәйҙә булды. Шул иҫәптән – кадрҙар етешмәү, водолаз ҡоролмалары иҫкереү, транспорт юҡлығы. Шуға ла модернизация мәсьәләһе киҫкен баҫҡайны. Грант аҡсаһы ошо проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Әле водолаз пунктында 8 кешенән 3 ҡалған, ирекмәндәр йәлеп итеп, уларҙы һыу аҫтында эш итеү рәтенә яҡшылап төшөндөрәсәктәр. Тәбиғи, үтә ҡатмарлы шөғөл булғас, һайлап алыу бик ҡаты барасаҡ.

....мәҡәләнең аҙағында шуны  теләйек -  берегеҙҙе лә водолаздар эҙләргә тура килмәһен инде!  2021 йыл районда 9 кеше батып үлде, былтыр – 4.  Төп талап – махсус тәғәйен урындарҙа ғына һыу инегеҙ,  һәм бер осраҡта ла  эскән килеш һыу төшөргә ярамай!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: