Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2023, 14:50

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?

Йәйге ҡала, иртәнге яҡ. Был мәл барлыҡ фатирҙарҙа ла бер төрлө тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Вәхит йәшәгән фатирҙа, мәҫәлән, башҡараҡ. Ул ял көндәрендә, һәр эш көнөндәге һымаҡ, иртүк тороп өйрәнгән. Тормаҫ ине, ашҡаҙаны шулай көйләнгән. Ә ашҡаҙан, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик мөһим ағза. Тәүге көндәрҙән үк ир ҡатыны Вәлимәне көн һайын иртән ҡуҙғалып, ашарға бешерергә өйрәтеп алды.

ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?
ҺИН МАТУР, ҺИН СИБӘР, НИҢӘ ҺИНЕ КҮРМӘЙҘӘР?

Йәйге ҡала, иртәнге яҡ. Был мәл барлыҡ фатирҙарҙа ла бер төрлө тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Вәхит йәшәгән фатирҙа, мәҫәлән, башҡараҡ. Ул ял көндәрендә, һәр эш көнөндәге һымаҡ, иртүк тороп өйрәнгән. Тормаҫ ине, ашҡаҙаны шулай көйләнгән. Ә ашҡаҙан, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик мөһим ағза. Тәүге көндәрҙән үк ир ҡатыны Вәлимәне көн һайын иртән ҡуҙғалып, ашарға бешерергә өйрәтеп алды. Дөрөҫ, был ғәҙәткә өйрәтеү еңелдән булманы. Ял ике генә көн, шулай булғас, кемдең, ҡайһы ҡатындың, ни тиклем хәләл һәм тоғро булмаһын, иренә ярайым тип, үҙен йылы түшәктән айырып, аш бүлмәһенә ыңғайларға мәжбүр иткеһе килһен? Был юлы ла шулай башланды көн. Вәлимә – аш-һыу тирәһендә, ә Вәхит – йылы түшәктә.

Былай Вәхит теүәл уяна. Ете тулыр-тулмаҫ күҙен аса һәм, ғәҙәт буйынса, танауын аш бүлмәһе яғына йүнәлтеп, нимә бешергәнен белергә тырыша. Кисә арыған ғына ҡиәфәт менән: “Тауыҡ боттары алдым, шуларҙы һарымһаҡ менән быҡтырһам буламы?” – тип һорағайны. Ире ҡырҡа ҡаршы төштө. Төшмәҫ ине, бер көн эштә тауыҡ бото хаҡында ҡот осҡос хәбәрҙәр һөйләнеләр. Капиталистар, суҡынып ҡына китмәгәйҙәре, тауыҡтарға ҡырҡ көндә түгел, утыҙ биш көндә һимереп өлгөрһөндәр өсөн махсус препараттар бирә икән. Ә был матдәләр нимә эшләй? Ашҡаҙанда үҙ бурыстарын үтәгәс, нисек әйтергә, ашлама рәүешен алғас, эш тә бөтөр ине. Ләкин ул матдәләр ҡан тамырҙары буйлап түбән төшә лә аяҡҡа ултыра икән. Тауыҡтарҙы күргәнегеҙ бармы? Кәүҙәгә бәләкәй генә, ә боттары ниндәй! Толя исемле хеҙмәттәше әйтә, әгәр унынсыла уҡыған улығыҙ йә ҡыҙығыҙ аяғына ҡырҡ өсөнсө үлсәм ботинка йә туфлиҙы һыйҙыра алмай икән, тимәк, һеҙ уға, үҫеп килгән балаға, күпләп тауыҡ бото ашатҡанһығыҙ. Тауыҡ бото етештереүселәрҙең еңел сәнәғәт, йәки ботинка, туфли теккән фирмалар менән бәйләнештә булыуы бик ихтимал. Беләһегеҙҙер, үлсәм ҙурайған һайын күн дә күберәк китә.


Әлегә Вәхит йоҡлаған булып ята. Ә аш бүлмәһенән тәмле еҫ аҡрынлап ҡына йоҡо бүлмәһенә ағыла башланы. Тап ошо урында Вәлимә үрелеп йоҡо бүлмәһенә Вәхиткә күҙ һалырға тейеш: уянғанмы, юҡмы? Әгәр йоҡоһо туйһа, ул күтәрелеп ҡараясаҡ, ә инде ҡыбырҙамай икән, бер аҙ ятып торасаҡ.


Ҡатын үрелеп ҡараны, ләкин Вәхит әлегә ҡыбырҙаманы. Вәхит – тәжрибәле ир, ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы ҡылдарын сиртергә белә. Белмәҫ ине, Вәлимәһе уның өсөнсө ҡатыны. Әлбиттә, күберәк, ләкин донъя хәлен белеп буламы ни? Был үтә шәхси эш. Тәүге ҡатыны менән нисек йәшәне? Бер ай торҙолармы-юҡмы, шешәгә битараф булмағаны асыҡланды. Вәхит был йәһәттән үҙен тота белә. Юғарыла ашҡаҙан хаҡында бер аҙ әшкәрткәйне шикелле. Сәбәбен дә ошо тирәнән эҙләргә кәрәк.


Икенсеһе менән ныҡлап йәшәргә булыр ине, әгәр фатиры булһа һәм һәйбәт кенә эш хаҡы алһа. Вәхит үҙе өсөн фатир мәсьәләһен мөһим тип иҫәпләмәй, сөнки, үҙе әйтмешләй, бындай буй-һын, аҡыл, биләгән вазифа һәм белем менән фатирға ғына түгел, айырым коттеджға дәғүә итә ала. Ана, ҡала эргәһендә нисәмә коттедж көслө ҡулға мохтажлыҡ белдереп ултыра. Һайлап ала һәм ваҡытында туҡтала ғына бел. Икенсеһе, исеме нисек булды әле, оҙаҡламай ипотекаға фатир алырға йыйыныуы хаҡында ишаралап та ҡараны. Вәхитме һуң инде түҙеп ултыра торған кеше! Йәтеш кенә сәбәбе сығып, анһат ҡына ҡойроғон һыртҡа һалды.


Бына хәҙер өсөнсөһөндә йәшәп ята. Бөтәһе лә етә, барыһы ла бар, эсмәй, тартмай, эш хаҡы ла насар түгел, өлтөрәп тора. Юҡ, тағы ла сумаҙанды һөйрәп алырға тура килер. Бындай осраҡта Вәхит өсөн айырылышыу түгел, ә үҙенең ҡәҙерле кәүҙәһен йылы һәм йомшаҡ түшәктән торорға мәжбүр итеү мөһим. Шулай итеп, ул торҙо.
– Хәйерле иртә, Вәлимә, – тине ул ҡоро ғына.
Ҡатын ишетте, ләкин әһәмиәт бирмәне.
– Хәйерле иртә, – тине ҡатын ғәҙәттәгесә.
Вәхит йыуыныу бүлмәһенә үтеп барышлай ғына:
– Минең теге юл сумаҙаны ҡайҙа ята икән? – тип ваннаға инеп китте.
Һуңғы һорау ҡатынды һеңгәҙәтте. Шунда уҡ эйәге һалынды, яурындары төштө, ултырып илағыһы килде. Иламай тор, ныҡ бул, Вәлимә! Бәлки, сумаҙанын берәй нәмә һалырға йә алырға ғына эҙләйҙер.

Вәлимә юғалып ҡалды. Сумаҙан етди сәбәпкә генә әйләнмәһә ярар ине.

– Сумаҙаның балконда кәштәлә тора, – тине ҡатын тауышына битараф төҫ бирергә тырышып.

Килеп сыҡманы, ҡалтыранды. Шул ваҡыт Вәлимәнең ҡулы ҡысып ҡуйҙы. Был оятһыҙ ир әллә, ысынлап та, ирлек дәрәжәһенең, намыҫтың барлығын да белмәйме икән? Әгәр белгән булһа, аҙна буйы эшләп арыған ҡатынын, таң менән торғоҙоп, һайлана-һайлана тамаҡҡа бешертер, ашап туйғас, сәбәбен дә әйтеп тормай, сумаҙанын күтәреп сығып китер инеме? Сәбәбе нимә, рәхмәт тә әйтмәйәсәк, кикереп кенә ҡуясаҡ һәм кем бешергәнен, нисек бешергәнен онотасаҡ. Беҙҙең ир-аттың ваҡлығына ғәжәп ҡылырһың, Вәлимә йөрәгенең һыңҡылдап-һыңҡылдап ҡуйыуын һиҙҙе. Асыуы ҡабара башланы. Ә ул йөрөй, әйберҙәрен барлай башланы. Етмәһә, нимә ти:

– Иртәнге аш булдымы? – ти.

– Булды, булмай, ҡайҙа барһын? – тине Вәлимә, ҡулдары нығыраҡ ҡысый башланы, яланғас аяҡтары менән бер-береһенә тибеп ҡуйҙы. Вәлимә мәктәптә физкультура дәрестәре алып бара. Бер нисә секция – уның ҡарамағында. Айырыуса, халыҡ дзюдо, каратэ тигәнен ярата.

Тәүге иренән айырмалы, Вәлимәнең Вәхиткә үҙенең спорт һәм физкультура ҡаҙаныштарын күрһәтеү мөмкинлеге булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, рөхсәт итмәнеләр. Әсәһе килеп ҡыҫылды инде, үҙенең әсәһе. Ауылға алып ҡайтып, таныштырғас, “Ҡыҙым, анау приемдарыңды был кейәүгә күрһәтмә инде. Ҡойроғон да тота алмаҫһың”, – тине.

Дөрөҫ әйткәндер. Ләкин, күренеп тора, ҡатындың ирҙе ҡултыҡлап ҡына йөрөүе, яғымлы һүҙҙән мәхрүм итмәүе үҙен бөгөн ыңғай яҡтан раҫламаны. Вәлимә үкенәсәк. Хәйер, үкенмәй, был әрәмтамаҡты аҡылға ултыртырлыҡ бер-ике алым менән генә ергә һуҙып һалырлыҡ мөмкинлектәре булғыланы. Ана, теге ваҡыт, таң менән генә ҡайтып керҙе, ят хушбуй еҫтәре аңҡытып. Анттар итте, тубыҡланып торҙо, ләкин Вәлимә ышанманы. Ышанмаһа ла, ғәфү итте. Һиҙә ине ҡатын шулайыраҡ бөтөрөн. Сөнки телефонын күрһәтмәй генә тотона башланы. “Смс”-ка килә, юя, “смс”-ка килә, шунда уҡ юҡ итә. Ҡыҙыҡһынһаң, эш буйынса, тип һүҙҙе икенсегә бора ла ҡуя.

– Әйҙә, ашап алайыҡ, – тине. Ҡара әле, бар белгәне – ашау.

– Әйҙә, ултырайыҡ.

Ултырҙылар, ашанылар, ҡабаланмай ғына сәй эстеләр. Вәлимә сәйен эсә, үҙенсә уйлай: ике йыл ярым йәшәнек, ә хәтерҙә ҡалырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Хатта балалары ла булманы. Вәлимә бер-ике тапҡыр барып ҡаралғайны, һеҙҙең һаулыҡ менән ҡурҡмайынса унауҙы табырға мөмкин, тип дәртләндереп ҡайтарҙылар. Иренә өндәшеп ҡарағайны, күрмәйһеңме ни, мин тырышам, ҡулдан килгәнсә. Ниңә борсолаһың? Булыр әле. Аҙаҡ ишеттерҙеләр, Вәлимәгә тиклем дә өйләнгән булған, ләкин балалары хаҡында хәбәр юҡ. Тимәк, балалары юҡ. Булһа, ишетелер ине, һис юғы, алимент түләр ине.

Вәхит Вәлимәнең нимәләр уйлағанын һиҙгән һымаҡ, ҡатынға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Тешен соҡоп алды, сәйен шөпөрләтеп эсте һәм, кәрәгең бөттө, ҡоҙағый, тигән һымаҡ, һүҙ башланы:

– Вәлимә, һин бик һәйбәт ҡатын. Мин һиңә лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтә алманым. Һин күберәккә иҫәп тота алаһың. Шуға мин, юҡ, мин түгел, һин мине ебәр. Үҙ ҡарамағыңдан, ҡәҙер-хөрмәтеңдән азат ит. Һинең бешеренеүең миңә оҡшай, ләкин мин һинең ҡәҙереңде белмәйем. Шулай булғас, бергә йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен тапмайым.

Вәлимә эстән генә үкереп илай ине. Йә инде, ике йылдан ашыу өтәләнеп, ир күңелен күрәм, тип күпме тырышты, ә был йүнһеҙ әрәмтамаҡ, ашап туйҙы ла, рәхмәт тә әйтмәй, сығып китергә итә. Ҡатын ирҙең туҡ йөҙөнә, уның ҡырынған, еҫле һабын менән йыуылған ҡып-ҡыҙыл, ялтырап торған битенә ҡараны. Ана, ниндәй ҡәнәғәт ултыра ул. Йәнәһе, ҡәҙер-хөрмәтеңдән азат ит. Эх, килешмәй шул. Эшкә барып етер, ялыу яҙыр, полиция килер, кеше араһында оят. Шунан һуң, бының ҡайһы еренә һуғаһың инде, былай ҙа таралып төшөргә торған һымаҡ. Ә ул быны беләме? Һаман һөйләнә:

– Шулай ҙа, белеп буламы, эйе, килеп керһәм, ҡыуып сығармаҫһың әле.

Аһ, ер бит, хайуан! Килеп керһәң, күрһәтер инем мин һиңә бер-ике алымды, альфонс! Эй, заманаларҙың үҙгәреүен әйт. Вәлимәнең теле бына нимә ти:

– Ярай, оҡшамаһа, китәһең инде, – тине ул тауышын ҡатыраҡ сығарырға тырышып. Һиҙгәйнем инде, берәйһе барҙыр.

–Юҡ, юҡ, мин һиңә тоғро булдым. Һиндә бер дәлил дә юҡ. Хәйер, былары үткән заманда ҡалды. Боҙолошмай ғына хушлашайыҡ. Әйткәндәй, һинең фатирың бар, машина йөрөтә белмәйһең, мин “Шевролет”ты алып китһәм, һин ҡаршы түгелме?

Кредиты түләнеп бөткәс, алып китә инде. Үҙенә яҙҙырғас та, шикләнә биреп ҡуйғайны, ярай, рәхәтен күрһен. Ә бурыстың күберәген, бөтәһен дә булмаһа әле, Вәлимәгә түләргә тура килде. Ярай инде, үҙе ғәйепле. Аҡсаһын да үҙе бирҙе, шулай булғас, үпкәләр урыны юҡ. Ҡатын ваннаға инеп китте. Шаптырлатып һыу ағыҙа башланы һәм түгелеп иларға тотондо. Шул тиклем дә бәхетһеҙ булыр икән. Шундай өмөттәр менән кейәүгә сыҡҡайны, ата-әсәһе шул тиклем ҡыуанғайны, һеңлеләре-ҡустылары еҙнәй ҙә еҙнәй, тип ҡабул иткәйне. Юҡ, бынау аҡҡан һыу һымаҡ, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булырға итә.

Ә Вәхиттең – үҙ хәсрәте. Бөтәһе лә ирҙәрсә булды. Үҙенең уй-ниәттәрен алдан белдерҙе, хатта үҙенән рөхсәт алғандай итте. Әлбиттә, йәл, бына-бына утыҙың тулырға торғанда, япа-яңғыҙ ҡалыу – бәлә. Бәлә генә түгел, бәхетһеҙлек. Ә был бирешмәй. Ана, ыһ та итмәне. Ванна ҡабул итергә инеп китте. Характеры ныҡ. Бындай ваҡытта ниндәй йыуыныу, хатта йәшәге килмәй. Ҡабаланырға кәрәк, Кифая көтәлер. Әйҙә, бер сюрприз булһын, яҡтырыр-яҡтырмаҫ, барып керһен әле. Ярты йыл осрашып йөрөйҙәр, нимә тине, ҡулыңдан килмәйәсәк, китә алмаясаҡһың. Айырылырға уйлаһаң да, һине ебәрмәйәсәктәр, тип килгән һайын ҡолаҡ итен ашай ине. Бер ҡыҙыҡ булһын.

Вәхит кейем-һалымын, иң кәрәкле әйберҙәрен ҙур сумаҙанға тултырҙы ла ҡолағын ванна яғына ыңғайлатты. Ҡара, һаман йыуына. Үпкәләне була инде. Холҡон күрһәтә. Сумаҙанын эләктерҙе, тоғон күтәрҙе лә, асҡыстарын ишек эргәһендәге тумбочкаға һалды, еңел тын алып, машинаһы торған урынға йүнәлде.

 

***

Ҡала аҡрынлап уяна, Вәхит, күңелле көйҙәр һыҙғырып, машинаһы торған ергә атлай, ҡулы талғас, туҡтап, сумаҙаны менән тоғон урам эскәмйәһе өҫтөнә һалып, ял итте. Ә былай күңеле көр, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, намыҫы ғазапламай. Вәлимәлә байтаҡ йәшәне, етәр, ирлек бурысын теүәл үтәне. Ана бит, тороп ҡалыуы ла ҡәнәғәт ине шикелле.

Шым ғына барып төшһөн әле. Кифаяһына бер сюрприз булыр. Былай ҙа ҙур, йоморо күҙҙәре асылыр ҙа китер инде. Үҙе менән килгән сумаҙанды күргәс, телһеҙ ҡалыр, буғай. Ҡалһын, ҡасанан бирле көтә ул Вәхитте. Ышанмайым, был төштөр, йә шаяртаһыңдыр, тип үҙһүҙләнер әле.

Бына Кифаяның подъезына килеп туҡтаны. Барыһы ла ыңғай килгән һымаҡ. Ана, берәү ҡуҙғалып сығып китеүгә, буш урынға машинаһын да индереп ҡуйҙы. Хәҙер киләһе дүшәмбегә тиклем ял итергә хоҡуғы бар. Лифттың аҫта көтөп тороуын да хуплау һымаҡ ҡабул итте Вәхит. Тик бына етенсе ҡатта тәмәке тартып, үҙ-ара геүләшкән Ҡафтау аръяғынан килгән ике егет кенә кәйефен боҙғандай итте. Ундайҙарға тыныс ҡарай Вәхит. Дөрөҫөрәге, ҡарамай, үҙен уларҙан өҫтөн тота. Ул бит – ошо ерҙән. Тимәк, хужа һымаҡ була инде.

Ир килеп, ҡыңғырау төймәһенә баҫыуы булды, ишек асылып китте, һәм ярым шәрә тағы бер Ҡафтау егете пәйҙә булды.

– Кто такой? К кому пришел? – тине ул Вәхиттең тоғо менән сумаҙанына һәм үҙенә алмаш-тилмәш ҡарап.

Вәхит телһеҙ ҡалды һәм көс-хәл менән:

– Я – к хозяйке. А где Кифая? – тип әйтә алды.

– К Фае? Она дома, – тине был.

Ул арала булмай, үтә күренеп торған халат кейгән Кифая ла килеп сыҡты һәм Вәхитте күреп, саҡ ҡына ла уңайһыҙланманы, хатта юғалып та ҡалманы.

– А, брат приехал из деревни! Вәхит, үт, үт. Мин һине көтә инем, – тине һәм туҡтауһыҙ күҙ ҡыҫты.

Ҡайҙа барһын Вәхит, керҙе, ултырҙы, барыһына ла төшөндө, сөнки төпкө бүлмәнән, бер-береһен ҡосаҡлап, ят ир менән ҡатын килеп сыҡты. Кифая, ай-вайына ҡуймай, Вәхитте килтереп ултыртты, стакан менән нимәлер ҡойоп бирҙе.

– Иң яратҡан ағайым килгән! Мин уны шул тиклем яратам, һөйләп аңлатырлыҡ түгел! – тип туҡтауһыҙ һөйләнде ул. Һөйләнгән арала, бышылдап ҡына:

– Аптырама, үҙең ғәйепле, алдан шылтыратырға кәрәк ине. Килдең дә керҙең. Бына хәҙер үҙеңә уңайһыҙҙыр инде. Былар ҙа әле генә килде. Ял итеп тә өлгөрмәнек. Хәҙер бөтәһен дә сығарып ебәрәм.

Сығарып ебәрер һиңә! Теге ишекте асҡан ир Кифаяны буш бүлмәгә саҡыра башланы. Вәхит тә эскәс, ҡыҙғайны, яндырайлана башланы.

– Туҡтап тор, брат пришел, – тип Кифая тыйып алды.

Йәне көйгән Вәхит тағы эсте, иҫереп китте, үпкәләп, Кифаяһына һөйләнде һәм ултырған килеш, йоҡлап та китте. Уянып китһә, тынлыҡ, берәү ҙә юҡ тиер ине, аш бүлмәһендә кемдер һауыт-һаба йыуа. Вәхит башын тотоп, бер аҙ ултырҙы әле. Бында нимәләр булғанын хәтеренә төшөрөргә тырышты. Иртән ине, хәҙер төштән һуң. Көс-хәл менән тороп, аш бүлмәһенә күҙ һалды. Оҙон халат кейгән Кифая йыйыштырып йөрөй.

– Ә, уяндыңмы, торҙоңмо? – тине ул, Вәхитте күргәс. – Һин ни эшләп минең фатирыма рөхсәтһеҙ килеп инәһең? Һин мине бик уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙың. Хәҙер минең хаҡта һин әллә нимәләр уйлаясаҡһың. Минең эшлекле партнерҙарым алдында ышанысты юғалтыуым бар.

– Ә мин ҡайҙан беләйем һинең нимәләр менән шөғөлләнгәнеңде? – тине ир, ярылып килгән башын тотҡолап.

– Ә был тоҡ менән сумаҙанда нимә?

– Нимә булһын, минең кейем-һалым.

– Уларҙы ниңә үҙең менән һөйрәп йөрөйһөң?

– Һөйрәп йөрөмәйем, мин һиңә күсенеп килдем.

– Ужас! Ҡарағыҙ әле, ул миңә күсенеп килгән! Ысынлапмы?

– Ысынлап.

– Ә һин бында нимә эшләйҙәр, мине көтәләрме икән, тип саҡ ҡына уйламаныңмы?

– Һуң, үҙең күпме әйтең, һин ҡурҡаһың, килмәйһең, шунда йөрөйәсәкһең, тип һөйләндең.

– Һөйләнгәнмендер. Әйткәнмендер. Ә һин шул һүҙҙәргә ышандыңмы?

– Эйе, ышандым.

– Алйот, тиһәм, алйотҡа оҡшамағанһың, былай теүәл генә кеше һымаҡһың. Кем бисәләрҙең һөйләгәненә ышана?

– Мин ышандым.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Дуҫы шылтырата икән. Мазһар. Хәл-әхүәл белештеләр. Нимәгә шылтырата инде?

– Киске һигеҙҙәргә икәүләп килегеҙ. Донъя хәлдәрен тикшереп, музыка тыңлап, йырлашып ултырырбыҙ. Яңы фатир алдыҡ, шуны күрһәтергә ине, – тине ул. – Адресты яҙып ал: Ленин урамы, 15, шунынса  фатир.

Вәхит яҙып алды, бармай сараһы юҡ, Мазһар менән бергә уҡығайнылар.

– Кем шылтырата? – тине Кифая.

– Мазһар дуҫ. Фатир алған. Кискә ҡунаҡҡа саҡыра.

– Бараһыңмы? Бер үҙеңме?

– Икәүләп килегеҙ, тине. Барайыҡмы?

– Әллә, алып барһаң, мин – риза.

Вәхиттең күңелен көнләшеү ҡорто һаман кимерә ине әле:

– Ә теге егеттәрең тағы килмәҫме? – тине ул.

– Эш буйынса киләсәктәр, – тип таҡылданы Кифая. – Мин уларһыҙ бер нәмә лә эшләй алмайым. Ана, ҡалала нисәмә нөктәлә емеш-еләк, йәшелсә һаталар. Бөтәһе лә – уларҙыҡы. Эш хаҡын да мин уларҙан алам. Бына, әле өҫтөмә кейерлек яңы күлдәгем дә юҡ. Һин ошо хаҡта нимә уйлайһың?

Вәхит кеҫәһендә нимә барлығын ҡапшап ҡараны:

– Әйҙә һуң, бынауы сауҙа комплексына инеп сығайыҡ.

– Ысынлапмы? Вәхит, ҡәҙерлем, һин шундай йомарт.

Кифая урынынан һикереп түгел, осоп тигәндәй килеп сыҡты.

Вәхиттең йәшереп тигәндәй йыйған аҡсаһы ҡышҡы тәгәрмәстәр һатып алыуға тәғәйенләнгәйне. Ҡар яуыуға әле байтаҡ, ниңә ҡатынын ҡыуандырмаҫҡа? Керҙеләр, бик оҙаҡ һайланды. Матур күлдәктәр күберәк, ләкин улар ҡиммәтерәк. Көс-хәл менән һатып алғайнылар, уныһына ҡуша – плащ, өҫтәүенә, плащ төҫөндәге итек тә кәрәк икән. Аҡса тәгәрмәс алыу түгел, бер нисә тапҡыр яғыулыҡ ҡойорлоҡ ҡына ҡалды.

***

Вәлимәне йоҡонан телефон шылтырауы төш етәрәк кенә уятты. Венера икән, Мазһарҙың ҡатыны. Яңы фатир алғандар, кискә йыуған һымаҡ итергә ҡарар иткәндәр. Икәүләп килегеҙ, йырлашып ултырырбыҙ. Иртәгә йәкшәмбе, эшкә барырға түгел. Вәлимә, уны-быны уйламай, ризалашты. Бәй, ул бит хәҙер яңғыҙ. Моғайын, ул да, Мазһар ҙа Вәлимәләрҙең айырылышҡанын белмәйҙер. Белмәһә, ни булған, ғүмер буйы, яңғыҙ ҡалдым тип, өйөндә бикләнеп ултырмаҫ инде. Кеше араһына сыҡһын, аралашһын. Һуңғы арала барлыҡ аҡсаһы Вәхиттең автомобиле өсөн түләүгә китеп торғас, үҙенә йүнле кейем-һалым да алғаны юҡ ине. Иҫенә төштө, уның бит банк биргән кредит картаһы бар. Донъяның бер кәрәген биреп ҡал, тигән һымаҡ, яйы сыҡҡас, ниңә кейенеп алмаҫҡа? Иң затлыларын һәм яңыларын һатып алды. Прическа яһатты, битенә майҙар һөртөп, биҙәп ебәргәс, тырнаҡтарын ҡыҙартҡас, егерме йәшлек ҡыҙға әйләнде лә ҡуйҙы. Ай-һай был оҫталар ҡатын-ҡыҙҙы ҡайһылай ирәйтә! Үҙен танымай торҙо Вәлимә.

Тәғәйен ваҡыт килеп тә етте. Вәлимә төҙ кәүҙәһен тағы ла турайтыбыраҡ, ҡулбаштарын күтәреп, башын юғары сөйөп, урамда оҙағыраҡ йөрөп алды. Телефондағы сәғәтенә ҡараһа, һуңлап бара. Парк аша тура ғына Ленин урамына ыңғайланы. Бер һуҡмаҡтан килеп кенә сыҡҡайны, ике ир бер ҡатынды эләктереп алғандар ҙа, ҡысҡыра-ҡысҡыра үҙҙәре менән барырға өндәйҙәр. Хатта, килеп, һүгенәләр. Ана, береһе бысаҡ сығарҙы. Вәлимә ундайҙарҙы яратмай. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы алдаған,уларға ҡарата көс ҡулланған кеше эргәһенән өндәшмәй генә үтә алмай.

– Отпустите женщину! – тине ул ҡаты итеп.

– Пип-пип, уходи сама! А то пип-пип! – тине тегеләрҙең береһе.

Вәлимә өҫ-башын ҡараны. Итеге өр-яңы, плащы тап-таҙа. Һуң, теге ҡатын да йәл бит әле, ана, баштан-аяҡ өр-яңынан кейенгән.

– Һуңғы тапҡыр киҫәтәм, – тине Вәлимә. – Последний раз.

Икәүләп, һүгенә-һүгенә, Вәлимәгә боролдолар. Шул арала Вәлимә анһат ҡына итеп плащын систе, итектәрен һалып өлгөрмәне, тегеләрҙең икеһенең араһында бейегән һымаҡ, өйөрөлөп, үткәйне, береһенең ике күҙ араһына тибеп, икенсеһенең муйынына еңелсә ҡағылғайны, һәр береһе, икешәр ишекле шифоньер ҡолаған һымаҡ, гөрһөлдәп ауҙылар ҙа ҡуйҙылар.

Аллаһым, әллә үлгәндәр инде. Ҡайҙан үлһендәр, ташҡа талау тейәме инде, ыңғырашып ятҡан булалар. Вәлимә көҙгөһөн сығарып, прическаһын ҡараны. Ярай, теймәгәндәр, бәхеттәре бар икән.

– Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ, – тине Вәлимә ят ҡатынға. – Йә, дуҫтары килеп сығыр. Ә һеҙ ниңә һуңлап йөрөйһөгөҙ?

– Ленин урамына бара инек, 15-се йортҡа. Ирем, бер быҙау инде, парковка урыны таба алманы. Миңә әйтә, һин бара тор, мин машинаны ситтәрәк ҡалдырам, һиңә атлауы оҙаҡ булыр ти. Илтеп ҡуйһа ла була ине, юғалды ла ҡуйҙы.

– Әллә ҡастымы?

– Ирҙәрҙе кем белә инде, килеп тә инә, ҡасып та китәләр, – тине ҡатын.

– Шулай шул, ҡасан килеп керерҙәрен, ҡасан сығып китерҙәрен дә белмәҫһең, тип йөпләне Вәлимә. – Ә былар менән таныш инегеҙме?

– Таныш тип, магазиндарында бер аҙ эшләп киткәйнем. Өҫтөңә сыҡты, тип бурыс яҙҙылар, хәҙер шуның аҡсаһын таптыралар. Ошо юлдан йөрөйҙәр икән, үҙҙәре килеп сыҡты.

Шәп-шәп атлап, Ленин урамына килеп сыҡтылар. Вәлимә хушлашып, 15-се йорттоң бер подъезына инеп китте. Кифая артынан эйәрә биреберәк ҡалды. Ҡуй инде, рәхмәт әйтергә оноттом бит, тине ул эстән генә. Ул арала булмай, Вәхит тә килеп етте.

***

Уныһы, килеп етеү менән, Кифаяның өҫ-башының таушалыуына иғтибар итте:

– Нимә булды тағы?

– Нимә булһын, хулигандар һөжүм итте!

– Ҡайҙа улар? Хәҙер мин уларҙы...

– Үҙем ҡыуалап ебәрҙем, көс-хәл менән.

– Ай-һай... Берәйһе ярҙам иткәндер.

– Юҡ, билләһи, үҙем! Бер-ике каратэ күрһәткәйнем, ана яталар.

– Туҡта әле, әллә һин каратэ менән шөғөлләндеңме?

– Эйе, йәш саҡта бер аҙ булғайны.

– Ҡара уны, әтеү минең берәү булды, бер нимә булһа, һикерәңләп ала ла китә. Үҙенән саҡ ҡотолдом.

– Нисауа, минән ҡотола алмаҫһың.

– Ҡарарбыҙ, кем кемдән ҡотола бит әле.

Икәүләшеп Мазһар йәшәгән фатирға барып инделәр. Мәжлестең ҡыҙыр-ҡыҙмаҫ ҡына сағы, фатир хужаһы Вәхитте ҡосаҡлап уҡ алды:

– Хәлдәр нисек? Ни эшләп һуңлап йөрөйһөң? Вәлимәң күптән килде.

– Бәй, Вәлимә бындамы ни? – тип алан-йолан ҡаранды Вәхит. – Мин уға әйтмәгәйнем.

– Ә нимә булды? – тип аптыранды Мазһар.

– Нимә булһын, мин йәшәү урынын алыштырып йөрөйөм, – тип ҡолағына бышылданы Вәхит. – Күрмәйһеңме ни, яңы мөхәббәт менән килдем.

– Ну, һин даешь, дуҫ! Исеме нисек һуң?

– Кифая, тиһәң дә була.

– Кифая? Шундай ҙа исем булыр икән! Элеккеһенең исеме лә, үҙе лә матур ине. Быныһы ҡайҙа эшләй?

– Бизнесы бар шикелле. Ошо тирәне емеш-еләк менән тәьмин итә.

Шулай тура килде, аңды-тоңдо белмәгән хужабикә Вәхитте Вәлимә менән Кифаяның уртаһына ултыртып ҡуйҙы. Вәхит тәүҙә Вәлимәһен күрмәмеш булып ултырһа ла, бер аҙ “төшөрөп” алғас, бутала башланы, хатта кем менән килгәнен онотоп ҡуйҙы. Вәлимә иғтибар итмәһә лә, Кифаяһы бороп-бороп семетеп алырға мәжбүр булды. Вәхит тамам самаһын юғалтты. Бер Вәлимәһе менә сәкәштерә, иҫенә төшһә, Кифаяһын эҙләй башлай. Уныһы Вәлимә менән аралаша торғас, бер-береһенә эҫенеп киттеләр, уртаҡ таныштары күп икән, шуларҙы иҫкә төшөрөп, йәнәш ултырып алдылар.

Бер заман Вәхит тамам юғалып ҡуйҙы. Берәүҙәр подъезға сығып гәп һата, икенселәр төрлө уйындарҙа ҡатнаша. Ә иҫеректәр балконда икән. Кифая көс-хәл менән Вәхитте барып тапты һәм ҡайтырға өгөтләй башланы. Вәхит иһә, уныһы менән килгәнен онотҡан да, һаман да Вәлимәне эҙләп булаша, имеш. Өҫтәүенә, Вәлимәнең күптәнге танышы – Хәлил дә бында булып сыҡты. Уныһы Вәлимәнән ҡалмай ҙа ҡуя бит. Ир әлегә яңғыҙ, Мазһар саҡырғанға ғына килгән икән. Күмәк халыҡ араһында Вәлимәгә иғтибар күрһәтә, уны электән яратыуы хаҡында ҡысҡырып һөйләй башланы. Ҡатын да алйот түгел, ҡулға килеп инергә торған “табыш”ты ниңә ысҡындырырға, бер мөйөштә, хәтирәләргә бирелеп, байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Әмәлгә ҡалғандай, тамам юҫығын юғалтҡан Вәхит килеп сыҡты һәм, исемен дә һорап тормай, Хәлилде елтерәтә башланы. Юҡ, Вәлимәнең аңлатыуын тыңларға теләмәй, бәйләнә лә бәйләнә, импортный бер тәрилкәне төшөрөп ватты, өҫтәлде түңкәрә яҙҙы.

– Вәхит, аҡылыңа кил, һин бит бөгөн сығып киттең, – тип аңлатып ҡарай Вәлимә.

Быныһы ипкә килерлек түгел. Аптырағас, Кифаяны саҡырҙылар. Уныһы ҡайҙа, тиһегеҙме? Ҡайҙа булһын, ике ирҙең уртаһында, уларҙы ауыҙына ҡаратып, юҡ-бар һөйләп ултыра шунда. Тегеләренең бисәләре килеп сығып, Кифаяны этеп ебәрҙеләр ҙә, ирҙәрен һөйрәкләп алып сығып киттеләр.

Һалҡын һыу менән битен йыуып сыҡҡайны, Вәхит бер аҙ иҫенә килгән һымаҡ булды. Ҡаршыһында ниндәй йәп-йәш ҡыҙ ултыра тиһә, уныһы Вәлимә икән. Ә сәсе боларған, дым иҫерек ҡатын кем тиһә, уныһы – ул кейендереп алып килгән Кифаяһы, имеш. Вәхит бер – Вәлимәгә, бер Кифаяға ҡарай торғас, үҙенең хаталанғанына төшөнгәндәй булды.

Ә Вәлимә элекке иренә һүҙ ҡушыу  түгел, уға боролоп та ҡарамай ултыра. Вәлимә Хәлил менән байтаҡ һөйләшеп ултырҙы, “ҡылын сиртеп” ҡараны. Элегерәк арыу ғына ир һымаҡ ине, ҡайҙалыр инженер булып эшләгән, өйләнеп тә ҡараған, тик рәт сыҡмаған. Был эскелек кемдең генә башына етмәй инде. “Арыу ғына бер ҡатын булһа, йәшәргә булыр ине, хәҙер улар ҙа шашты. Бер эсеп ҡайтһам, ҡыуалар ҙа сығаралар. Бәлки мин бик кәрәк булғанға, эскәнмендер. Һинең һымаҡ аҡыллы, мине аңлаған, әсәйемде хөрмәт иткән ҡатын кәрәк ине”, – тине.

– Бәй, һинең әсәйең дә бармы ни? – тине аптырап Вәлимә.

– Туҡһан йәштә, – тине ир, әллә ҡайғырҙы, әллә ғорурланды. – Мин кемде алып ҡайтһам да, риза буласаҡ. Ә һин ризамы?

Туп-тура һорауҙан Вәлимә баҙап ҡалды. Уйланырға урын бар шул. Бер ҙә ҡәйнә менән йәшәп ҡарағаны булманы. Хәйер, уныһын да күрергә кәрәктер инде. Туҡһан йәш, ти бит әле. Бөгөн – бар, иртәгә – юҡ һымаҡ. Ә оҙағыраҡ йәшәп ҡуйһа? Ҡуй, ҡуй, ас – тамағым, тыныс – ҡолағым. Шулай ҙа, шыпа өҙөргә ярамай.

– 90 йәш, тиһеңме? Ул әсәйеңде нисек ҡарайһың?

– Ә кем ҡарайым, тине? Киреһенсә, ул мине ҡарай.

– Ҡайһылайтып ҡарай?

– Ныҡ ҡарай. Ашау-эсеү, йоҡлау – режим буйынса. Иртәнсәк – 30 минут физзарядка. Шәмбе, йәкшәмбе – иртәнге 6-нан сығып йүгерәбеҙ. Йүгермәй, һуғыш ветеранының ҡатыны, пенсияһы 40–50 мең. Һаман фирҡә ағзаһы.

– Хәле шулай һәйбәтме?

– Һәйбәт кенә булһасы. “Йөҙгә етәм, артабан – ҡарармын”, – ти ҙә ҡуя. Әсәһенә – 108 йәш.

– 108? Йәшме, йылмы?

– Эйе, 108 йәш.

Юҡ, быларға барып эләкһәң, мәңге ҡотола алмаҫһың, ҡол булып йөрөргә тура килер. Шым ғына “тайырға” кәрәк. Вәлимә ванна бүлмәһенә инеп сығырға теләк белдерҙе.

– Хәҙер киләм, – тине ул.

– Аңлашылды, – тип иламһыраны ир. – Тимәк, ҡасаһың.

– Ҡасмайым. Мин мәғлүмәтте эшкәртергә тейеш. Сөнки һинең тәҡдимдәр бик ҡыҙыҡлы. Һәр ирҙең 90 йәшлек әсәһе, 108 йәшлек өләсәһе 50-һе лә тулмаған улын көтөп ултырмай. Ә етди ҡараһаҡ, һин бик бәхетле икәнһең. Ә мин һинең яҡындарың менән танышыу хаҡында хыяллана ла башланым. Бик шәп ғаилә барлыҡҡа килер ине. Әйткәндәй, элекке ҡатындарың әсәйеңде һәм өләсәйеңде күтәрә алмай ҡасманымы?

– Ышанаһыңмы, Вәлимә, өйҙәге ҡәйнә менән өләсәй һәм уларға тәғәйенләнгән килен мөнәсәбәттәре өс сериялы лотерея һымаҡ. Киленгә генә түгел, теге икәүгә лә тура килергә кәрәк. Ә ундай мөмкинлек юҡ, тип әйтерлек.

– Шулай уҡ өмөтһөҙмө?

– Эйе. Әсәйемә оҡшаһа, өләсәйем яратмай, өләсәйем ҡабул итһә, әсәйемдең сәстәре үрә тора. Ә үҙҙәре мине яңғыҙ ҡартаяһың, тип ҡайғыра.

Ә был башта Вәхит менән Кифая, бер-береһенә әле яҡынайып, икенсе ҡарағанда турһайышып, мөнәсәбәттәренә етди һынау үткәрәләр.

– Әйҙә, ҡайтайыҡ, – ти Кифая. – Хәҙер һуң бит инде.

– Такси саҡырт, – ти Вәхите. – Күрмәйһеңме ни, мин – иҫерек. Был килеш рулгә ултыраһым юҡ!

– Машинала килгәс, ниңә эстең һуң? – ти Кифая. – Төн уртаһында ниндәй полиция булһын? Шым ғына ҡайтып етербеҙ әле.

Вәхит тә хәйләкәр, ҡарай, уйлай, сағыштыра. Ҡара, был – йылан бисә, күрәләтә, иҫерек ирҙе рулгә ултыртырға итә. Юҡ, Вәлимә улай итмәҫ ине. Ярамай, машинаңды ҡалдырып ҡайт, “гаишник”тар тотор, “права”ңды алыр, тип сәсрәп торор ине.

– Такси саҡырт! – тип һаман ныҡыша Вәхит.

– Төнгө икелә һиңә таксиҙы әҙерләп ҡуйғандар, – тип үҙенекен һөйләй Кифая. – Таксилыҡ аҡсаң бармы һуң?

Вәхит асыуынан хатта айнығандай булды. Үәт, йылан! Бөгөн күпме аҡсаны “һауҙы”, баштан-аяҡ кейендертте, ә хәҙер такси өсөн һатыулашып тора. Вәлимә аҡыллы булған икән! Күпме ҡунаҡлаштылар, ваҡланмаҫ, һәр ваҡыт аҡсаһы бар. Өндәшмәй генә сығара ла бирә. Улай тиһәң, Кифаяһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, өйөндәге йыһаз-гәлсәр – осона сығырлыҡ түгел. Шулай шул, байыған һайын, кеше ҡатылана бара. Вәхит, аҡрынлап, үҙенең хатаһына төшөндө, Кифаяға ентекләп ҡарай башланы. Теге Ҡафтау егеттәре лә шикләндергәйне, тағы шулар менән түшәк бүлешергә генә ҡалғайны.

Мазһар ҙа эргәләренә, аптыранып, килеп етте:

– Ошонда ғына ҡунығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, – ти.

Аңлашыла инде, һеҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте, тип ымлауы.

– Рәхмәт, Мазһар дуҫ, беҙ ҡайтабыҙ, – тине Вәхит. – Әйҙә, кейен.

Ир шул ыңғай таксиға шылтырата башланы. Кеҫәһен ҡапшағайны, таксилыҡ ҡына аҡсаһы бар икән. Төшһәләр, Вәлимә менән Хәлил торалар. Улар ҙа, такси көтәбеҙ, тиҙәр. Биш минут та үтмәне, таксиҙары килеп, ҡайтып та киттеләр.

– Бынау ҡатын, исеме нисек әле, Вәлимә шикелле, әллә һинең танышмы? – тине Кифая ҡаты ғына итеп.

– Әллә, ошонда осрашҡаныбыҙ бар.

– Ай-һай, бик йәш күренә, бынау ир менән ошонда ғына танышты шикелле, – тип ныҡышты һаман ҡатын. – Бармағыңды күрһәтһәң, ҡулыңды өҙөп ҡабыр. Танышып та өлгөрмәне, эләктереп, алып та китте. Ниндәйерәк ҡатын ул?

– Мин уны ҡайҙан беләйем?

– Һуң, ошонда осрашҡаныбыҙ бар, тинең түгелме һуң?

– Булғандыр.

– Телефоны һиндә бармы?

Вәхит ике ут уртаһында ҡалды. Юҡ, тип әйтһә, телефонын ҡарауы ихтимал, әгәр бар, тиһә, яңы һорауҙар яңғыраясаҡ.

– Белмәйем, ҡарарға кәрәк, – тине ир.

Кифаяның шикләнеүе ысынбарлыҡҡа әүерелде. Вәхит уны белә һәм әйтергә ҡурҡа. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, ирҙе уйланырға мәжбүр итте.

– Нимә борғоланаһың? Һин хәҙер уның спортсмен, каратист икәнлеген дә белмәйем, тип әйтергә итәһеңме?

Вәхит әлегә телһеҙ ҡалды. Сөнки тағы ла етди һорауға шикләнерлек яуап бирһә, уға ҡала буйлап, сумаҙанын һәм тоғон һөйрәп, баш терәр урын эҙләү ҡурҡынысы янай ине.

 ***

Ләкин артабанғы ваҡиғалар Вәхит уйлағандан да ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Такси менән ҡайтып төшөүҙәренә, Кифаяның подъезы алдында ир менән ҡатынды 5–6 йыуан-йыуан, ҡара мыйыҡлы, ҡыҙыу ҡанлы ир заты көтөп тора ине.

– Бер нәмә лә өндәшмә, эргәләренән шым ғына үтеп китәбеҙ, – тип бышылданы Кифая Вәхиткә. – Быларҙың һине эҙләп килеүҙәре ихтимал.

– Нисек мине? – тип аптыраны Вәхит, хатта бер аҙ туҡталаһы итте. – Мин улар менән таныш түгел.

– Сеү! Юғиһә, бөтә эште уяһың! – тине ҡатын. – Кемгә килһә лә, һиңә барыбер түгелме ни?

– Ана улар! Фаяһы ла бында! –тине ҡыҙыу ҡанлы ирҙәрҙең маңлайына лейкопластырь йәбештерелгәне.

– Тотоғоҙ!

Кифая менән Вәхит тын алырға ла өлгөрмәне, уларҙы бөгәрләп эләктереп алдылар ҙа, ҡатындың фатирына керҙеләр.

– Ошо ир туҡманымы һеҙҙе? – тине тегеләрҙең иң йыуаны, Вәхиткә күрһәтеп.

– Оҡшаған да һымаҡ, – тине маңлайына лейкопластырь йәбештергәне.

Вәхит ҡалтыранып, бер мәрхәмәт тә көтмәй, тегеләргә ҡараны. Былар туҡмаһа, аяп тормаясаҡ. Тик беләһе ине, нимә өсөн туҡмарға йыйыналар икән?

– Юҡ, – тине ҡулын бәйләгән йыуан бер ир. – Ул ҡатын каратист ине.

– Һин нәмә, беҙҙе ҡатын-ҡыҙ туҡманы, тип әйтергә итәһеңме? – тине Йыуан. – Был мәсхәрә менән артабан нисек йәшәргә итәһең? Был хаҡта ҡатының ишетеп ҡалһа нимә уйлар?

Теге икәү ҡыҙарынды һәм баштарын түбән эйҙе.

– Йә, ханым, әйтегеҙ, беҙҙең егеттәрҙе һеҙ туҡманығыҙмы, әллә һеҙҙең әхирәтегеҙ инеме?

– Бе-бе-белмәйем, – тине Кифая. – Ул ҡатын, шәүлә һымаҡ, ҡайҙандыр килеп сыҡты ла, был икәүегеҙҙе, күҙ асып-йомғансы, һуҙып һалды ла, юҡ булды ла ҡуйҙы.

– Мәсхәрә! Мин үҙем ул ҡатынды күреп, ғәфү үтенгем һәм рәхмәт әйткем килә. Ә хәҙер таралығыҙ! Һәм бындай ваҡ-төйәк менән минең ваҡытымды алмағыҙ!

Тап ошо минуттарҙа Вәлимә менән Хәлил, таксиҙан төшөп, фатирға инеп баралар ине. Бер төрлө булып алған Хәлил, ишекте асыу менән:

– Әсәй, өләсәй, беҙ ҡайттыҡ! – тип ҡысҡырып өндәште.

Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, иң тәүҙә электр коляскаһына ултырып, ап-аҡ сәсле бер ҡарсыҡ һәм уның артынан, шат йылмайып, ҡыҙы күренде. Вәлимәне күреү менән, ҡарсыҡтарҙың йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде.

– Һаумы, ҡыҙым, – тине арбалағы ҡарсыҡ.

– Рәхим ит, төклө аяғың менән! – тине икенсеһе. – Хәлил, һин беҙҙе уның менән таныштыраһыңдыр ул?

– Әлбиттә, әсәй. Исеме – Вәлимә, беҙ уның менән күптән таныш.

– Күптән таныш, әлбиттә, яҡшы! Мәҫәлән, нисә йыл була? – тине ҡарсыҡтарҙың йәшерәге.

– Ун йылдан артыҡ! – тине Хәлил, күҙен дә йоммай. – Ваҡыт-ваҡыт осрашҡылап, мөнәсәбәттәрҙе яңыртып торҙоҡ.

– О, ниндәй хис-тойғоло! – тип аһылданы ҡарсыҡтарҙың йәшерәге. – Беҙ йәш саҡта ошондай романдарҙы ярата торғайныҡ. Әсәй, Виләне хәтерләйһеңме? Мәктәптә уҡығанда минең бейәләйҙәремде алып торҙо ла, кире ҡайтарманы. Шул Виләнең егетенә оҡшаған түгелме һуң?

– Ҡуй, шул Виләңде хәтергә төшөрмә. Баланың яратып ҡына кейгән бейәләйҙәрен, күҙ менән ҡаш араһында, юҡ итте лә ҡуйҙы. Осраһа, әйт, берәй урында яталыр әле.

– Әйтермен, әсәй. Әйҙәгеҙ, сәйгә ултырайыҡ, – тине ҡыҙы. – Һеҙҙе көтөп, күҙебеҙ тондо.

Залдағы боронғо йоморо өҫтәл өҫтөндә төрлө вазаларҙа – алма-виноград, икенсеһендә – печенье, ҡалас. Хәлил Вәлимә менән ҡарсыҡтарҙы, бер үҙҙәрен ҡалдырып, ҡул йыуырға сыҡҡан арала, ҡунаҡҡа һорауҙар яуа ла башланы:

– Һеҙ бигерәк йәш күренәһегеҙ, – тине Хәлилдең әсәһе. – Бер-берегеҙҙе иш күрерһегеҙме икән һуң?

– Юҡты һөйләмә, – тине уның әсәһе. – Күрмәйһеңме ни, улар бер-береһе өсөн генә яратылған. Исемең нисек булды әле?

– Вәлимә.

– Ҡара әле, исем лә, үҙе һымаҡ, матур бит әле! – тине өләсәй. – Ә һине бында нимә көткәнен беләһеңме?

Моңһоу ғына ултырған Вәлимә нимә тип әйтһен инде. Нимә көткәне былай ҙа күренеп тора. Нисек тә түҙермен, мин һеҙгә хеҙмәт итергә әҙер. Берҙән-бер улығыҙҙы һәм ейәнегеҙҙе һеҙҙән дә кәм ҡарамам, тип әйтһенме?

– Мин һеҙҙе беләм, һеҙҙең хаҡта ишеткәнем бар, һеҙҙең менән танышыу хаҡында ғүмер буйы хыялландым, – тип әйтеп һалды Вәлимә. – Һеҙҙе үҙ әсәйем һымаҡ итеп күрермен. Көн һайын тәмлекәстәр бешереп ашатырмын.

Шул ваҡыт, ҡулдарын һөртөп, Хәлил килеп инде.

– Әсәй, өләсәй, һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреп, шуға төшөндөм: һеҙ Вәлимәне ҡабул итергә әҙер.

– Әлбиттә, – тине әсәһе. – Хәҙер барыһы ла һинең үҙеңдән тора. Тик минең бер һорауым бар бит әле.

– Ниндәй һорау тағы? – Хәлилдең йөҙө боҙолдо. – Һин Вәлимәне тағы физзарядка менән шөғөлләнергә мәжбүр итергә уйламайһыңдыр ул?

– Борсолмағыҙ, – тине Вәлимә. – Мин былай ҙа спорт менән әүҙем шөғөлләнәм. Каратэ, самбо, дзюдо буйынса спорт разрядтарым бар.

– Бәй, белмәй инем. Һин бит торғаны бер тән һаҡсыһы икәнһең, йәнем, – тип ҡыуанды Хәлил. – Тик ҡайһы ваҡыт эсеп ҡайтһам, миңә каратэ алымдары күрһәтеп йонсотмаҫһыңмы икән?

– Ҡарарбыҙ, – тине Вәлимә, күҙҙәрен ситкә алып. – Хәйер, уныһы тик үҙеңдән тора. Мин эсмәйем, эскән ирҙәрҙе бик яратмайым.

– Уныһы, әлбиттә, яҡшы, – тине һуҙып ҡына Хәлилдең әсәһе, – тик тәрбиәләр булһаң, кеше араһында өндәшмә лә, һуҡма ла, шым ғына үткәреп ебәр. Ә өйгә ҡайтҡас, үҙең ҡарарһың, бәлки кәрәк тә булыр.

– Бына һиңә – өс тәрбиәсе, – тип көйәҙләнде Хәлил. – Ғүмер буйы мине шулай тәрбиәләрһегеҙме икән?

Уйынлы-ысынлы һөйләшеү барышында сәй эстеләр, никах хаҡында ла килештеләр, кешене күп саҡырмаҫҡа булдылар.

Туй, әгәр уны туй тип атап булһа, уңайлы, матур кафеларҙың береһендә үтте. Вәлимә менән Хәлил барлыҡ таныштарын да саҡырырға тырышты. Ҡала ҙур, ә аралашҡан кешеләре бигерәк аҙ икән. Вәлимә һуңғы арала Кифая менән яҡынайып китте, уныһы иһә, тарыма, тарыһаң, арыма, тигән һымаҡ, Вәлимәнең иң яҡын әхирәттәренең береһенә әйләнде лә ҡуйҙы. Әгәр туйҙа Кифая эргәһендә етемһерәп кенә ултырған Вәхитте күрһәгеҙ, ғәжәпләнмәгеҙ. Ул бында осраҡлы ғына килеп эләкте, тип әйтерлек.

Вәхит Вәлимә менән алыҫтан ғына, күңелһеҙ генә итеп иҫәнләште. Һуң, иҫәнләшмәй, Кифая – Вәлимә түгел, уның менән йәшәү бәхет түгел икән. Әмәлгә ҡалғандай, Кифая каратэ түңәрәгенә яҙылып алған. “Һиңә ышаныс юҡ, – тигән ул Вәхиткә. – Ташларһың да ҡасырһың, ә миңә үҙемде ҡарарға кәрәк”.

Ентекләберәк ҡараһағыҙ, Вәхиттең уң күҙендә саҡ ҡына күк күрерһегеҙ. Ул, әлбиттә, бер һүҙ ҙә өндәшмәҫ, ә бына Кифая һөйләр: ни өсөн һуңлап ҡайтҡанын һәм киләсәктә лә һуңлаһа, нимә буласағын.

Бер ай ҙа үтмәгән, Вәхит шаҡтай “йоҡарған”, элекке мин дә мин, мин – донъяның кендеге! –тип йөрөгән Вәхит түгел инде. Мазһарға һөйләнгән шикелле, нимә тигән: “Ҡайҙалыр емеш-еләк магазины тота, иртәнгә – еләк менән черешня, кискә – кишер менән кәбеҫтә. Ярай, төшкө ашҡа ашханала бутҡалыҡ йөҙ тәңкә бирә”. Хатта бер тапҡыр Кифаяға, минең тоғом менән сумаҙаным ҡайҙа ул, тип өндәшкәнме, тегеһе ҡыҙып киткән дә, тоғо менән сумаҙанын түгел, күрмәгәнен күрһәткән дә ҡуйған.

Ә Вәхит бирешмәй. Емеш-еләк диетаһына ултырыуым үҙемдең файҙаға булды, еңеләйеп ҡалдым, тип маҡтанған, тик кейемдәрем бушаны, тип зарланған.

Ана, Вәлимә менән Хәлил икеһен дә тағы ҡунаҡҡа саҡырғандар, тиме? Ниндәй ҡунаҡ ул әйләнгән һайын? Тегеләрҙең бәпес туйы икән! Кемдәрҙең, тисе, Хәлил менән Вәлимәнеке инде! Ул ҡунаҡтар йыйылған, теге ҡарсыҡтар ҡыуаныша! Вәлимәне өрмәгән ергә ултыртмайҙар икән! Хәлиле эсеүен ташлаған, ти! Кифая шунда, Вәхитен ҡосаҡлап, йыр йырлаған. Шул йыр инде, һеҙ белгән:

“Һин матур, һин сибәр,

Ниңә һине күрмәйҙәр?

Ниңә һине зоопаркка

Маймыл итеп ҡуймайҙар?..”

Халыҡ тәгәрәшеп көлгән, кәнишне.

Икенсе көнөнә Вәхите сығып ҡасырға ла самалаған, тиҙәрме? Тик, баяғы, ҙур сумаҙаны менән тоғон таба алмаған. Кифая ла хәйләкәр бит, йәшереп ҡуйған. Ә тегеһе, ысынлап та, матурланып киткән, ти. Кемдер, матурланмаған – ябыҡҡан, ти. Элекке, сикәләре һелкенеп, күҙҙәре янып торған Вәхит түгел инде! Урынына ултырған, шымған.

– Ниңә минең сумаҙаным менән тоҡто йәшереп ҡуйҙың? – тип һөйләнгән дә ул...

– Сумаҙаныңды күрмәнем, тоғоңдо белмәйем, – тип әйткән дә, тегеһе секцияға киткән.

Вәлимә үҙенең секцияларын уға ҡалдырған, ти.

Шулай, тормош дауам итә. Берәүҙе лә өгөтләп тә, өйрәтеп тә булмай, һәр кем үҙе теләгәнсә эшләй. Бәй, шулай эшләргә күптән ваҡыт бит инде.

https://henek.info/articles/s-sm-r-r/2022-03-29/r-lif-kiny-baev-in-matur-in-sib-r-ni-ine-k-rm-y-r-hik-y-2748429 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: