Яйыҡ
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2023, 14:30

Йыр

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы — Ата-олатайҙарҙың да төйәге. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған Шунда ята батырҙар һөйәге...

Йыр
Йыр

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы — Ата-олатайҙарҙың да төйәге. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған Шунда ята батырҙар һөйәге...

- Браво!!!...
Ҡул сабыу тауыштары...
- ...Бер заман аңыма килеп, уянып китһәм, палатала әллә күпме халыҡ йыйылған: больнойҙар ҙа, врачтар ҙа, кисәнге әзмәүерҙәй санитарҙар ҙа аптырашып торалар. Бер мәрйә : "Браво!!!..." -тип ҡул саба...
Әһә! Аңлашылды... йырлаған тимәк.
Йәш сағында Силәбелә паркта "Смуглянканы" йырлағанда шулай "Браво!!!..."- тип алҡышлағайнылар. Унда ла осраҡлы ғына сығыш яһағайны, әҙерәк төшөрөп алғайны ауылдаш егеттәр менән...
- Всё! По палатам! Что за представление устроили тут опять!- тип дежур медсестра тәртип урынлаштыра.
Иҙән йыуыусы апай ғына эшен дауам итеп, танауын мырш-мырш тартып:
- Эййй...энекәш! Илаттың, бит...
Әле сит ерҙә шулайтып башҡортаса йырлауың...
Беләктәре, арҡаһы, ҡулбашы һыҙлағаны кисәгегеме, әллә элгәрерәкке көндәрҙәгеме хәлдәрҙе яйлап иҫенә төшөрттө.
...Колхозда уборканан һуң, как положено, комбойнерҙарҙы ҙурлап һыйланылар...
Районда иген һуғыу буйынса беренселекте алһа ла, элгәре йылғы хәл ҡабатланды- өсөнсө урынға төшөрҙөләр. Партком председателе: "Аңла инде, Фәрүәз ҡустым, мине лә! Партийный түгелһең, бит! Үҙең йә ыҡҡа килмәйһең!.."- тип таҫма телләнде, минең йоҙроҡто тәтегәйне шул! Яуабын да белә Фәрүәздең: "Һинең ишеләр менән бер партияла миңә не попути! ...Ғирфаныч!.."
Тьфү! Ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәй бит әле, исмаһам, ҡарт төлкө!
Күңеле болғанып, уҡшыта башланы, ҡулдар бәйле...
Башын артҡа ташлап тәҙрәгә ҡараны: беренсе ҡар бөртөктәре... Вәт әй! Айҙың нисәһе... Ҡайындарҙа һары япраҡтар әҙ-мәҙ ҡалған әле...
Айҙан ашып китте шай эскеһе...иртәгә туҡтайым, менә туҡтайым, тей торғас.
Был Силәбегә нисек килеп сыҡты әле...
Ағаһы ҡаланан ҡайтҡайны ...тағы өҫтәлде... Хатынының: "Белагорячкаһы" сыға бит! Кеше танымаҫлыҡ хәлгә етте, янында ҡуныуы ҡурҡыныс балалар менән!"- тип ағаһына ярһып һөйләгәнен иҫләгән һымаҡ...
Йыйыштырыусы апай:
- Профессор Башкатов та ишеткән йырыңды... "Башҡорттар күпләп эскегә бирелгәнме, әллә?" - тип һорай...Минең дә Башкортостандан икәнемде белә, мин ней... ирем эсеп үлде, тип һөйләп ташлағайным шул, асылып китеп.
Икенсе көн йыйыштырыусы апайҙың йөҙө борсолоулы тойолдо:
- Эээ...ней..., энекәш, профессор, нишләптер ҡыҙыҡһына бит... йырҙары ней тураһында, тей...- ҡулындағы дәфтәр менән ҡәләмде тумбочкага һалып.
- Уралды ғына йырҙаманыммы ней?
- Ике суткы концерт тыңланыҡ бит...
Фәрүәздең йөҙө боҙолоп, башын тотоп урынынан тороп ултырыуына, апай үҙенсә тынысландырған булды:
- Эйййй, энекәш, бальнисы шундай бит, көн дә, көн дә ней генә күрһәтмәйҙәр билягорящька менән килгәндәр...
Хаяһыҙ ҡысҡырып, боларып уяналар...тәүбә! ... Ә һин тик йырланың, радиолағы настояшный әртистәр ише йырланың! Профессор: "Теймәгеҙ!"- тине. Үҙең ней, абзыйың килтереп урынлаштырып киткәс, ишекте ҡайырып ташлап, дүрт санитар егетте уңды- һулды осора һуҡтың! Иииһ-һии - иииих- хии-хиии-ахх- хааа - ахх- ха-хаааа!!!- тип апайҙың күҙ йәштәре сыҡҡансы көлөүенә аҡылға бер төрлөрәк был, моғайын, тип уфтанып ҡуйҙы Фәрүәз ағай.
- Энекәш, мине: "Башы киткән бының,"- тип уйлайыңдыр әле, а-һа-һа- а-һа-һа! Иииһ-һии- их-хии...
Индийыский киналағы һымаҡ булды бит! Эй шәп эләкте анау Генкаға - тәкмәсләп, коридорҙан линолеумдан шыуып барып, өҫтәл аҫтына кереп кипсәлде, а-һа-һа-а-һа-һа... башҡаларын да һуҙып һалдың! Уңай булды, тим, Генакаға, әтеү ҡулы бигерәк йүгерек - ҡаршылашмағандарҙы ла бәргесләп алырға ҡулы ҡысып тора! Шунан ней... подмогага охран егеттәр йүгереп килеп, уңайын килтереп, укол ҡаҙай һалып, биләп һалып ҡуйҙылар үҙеңде!.. - тип рәхәтләнеп көлдө апай,- әҙерәк дөмбәҫләп тә алдылар... иначе никак буйныйҙар менән...
Фәрүәз ағай башын тотоп ҡыҙарынып ултырыуына иҫе лә китмәй, йыйыштырыусы апай һүҙен дауам итте:
- Миңә ней, уҡыу һәпмәне, заманында... белемем, шул дүрт класс, русса хаталы- ботолы сыймаҡалаһам, оят булыр, энекәш. Грамотный икәнең күренеп тора...бер ике һүҙ яҙ инде...
- Тағы Йәнбикәне йырла... Иҙелде лә, Етегән шишмәне лә... Ләйлә Сахипьжяновна түгелеп иланы...Татариянан ул врач...- тип апай йәшелле - күкле тауышы менән йырлап ташланы:
...Идел бит ул, тирән бит ул,
Тирән бит ул, киң бит ул.
Караңгы төн, болытлы көн —
Без аерылган көн бит ул...
- Көйөм булмаһа ла, моңом бар бит, ҡустым! Эййй... рәхәтләнеп йырлаһы килә...
Башы былай ҙа эшләмәй, бынауы апай йөрөй етмәһә...э-э-иих..! Оят...
Самый малдар юғала торған ваҡыт, бәрәңге башлағайнылар, шай. Зөлфиәһе ҙурайып килә, нисәнсегә барҙы әле быйыл? Ҡатынының да һүҙе хаҡ: "Ҡыҙыҡайҙарға оятсылыҡ килтереп һалбырап йөрөйһөң!" "Запойга" кителә шул яҙын посевтан, көҙөн уборканан һуң...
... Фәрүәз ағай хатынына больницалағы мажараларын һөйләүен дауам итте:
- Ыръян ағайым килеп инде, тип торам башта: "Тьфү, мин әйтәм, әллә тағы белагорящкамы..." Ыръян ағайҙарҙың нәҫелдере шундай бит: бәһлеүән гәүҙәлеләр, ҡараштары, ҙур тура танауы- һуйған да ҡаплаған! Вәт әй!
- Профессор Башкатов!- тип ҡул биреп тереп күрешә, уңайһыҙ... - Не буду спрашивать, как дошли до этого... Ответы в основном одинаковые... Семьями спиваются...
- Нет! - мин әйтәм, - жена совсем не пьет!..
- Ну, считайте - Вам повезло!..
Ныҡ ҡыҙыҡһынды башҡорт тарихы менән... һиҙеп торам үҙенең сығышына ҡарата ла ниндәйҙер һорауы бар...
... Асылып китмәне, шулай ҙа тел төбөн аңланым, шай... Мин һөйләгәндәрҙе ихлас тыңланы...
Үҙе лә йәшерәк сағында саҡ эскегә бирелеп китмәгән...
Әҙәм балаларының организымы төрлөсә, тей, кемдәр стакандап эсһә лә иҫереп аңын юймай, кемдер ике рюмканан иҫерә...- тей. Себер халыҡтары тураһында статьяларым бар, тей ине...
Башҡорттарҙың килеп сығышы тураһында особо ҡыҙыҡһынғанын һиҙемләнеп, ихтилалдарҙан һуң, етәкселәрҙең балаларын, ҡатындарын тыуған ерҙәренән алыҫ ерҙәргә дворяндарға таратып биргәндәр...тип һөйләнем... Тик, оҡшатманы, шикелле, минең шулай бирелеп китеп һөйләүемде...күңеле төштө...башҡа улайтып әңгәмә ҡороп ултырманы... ваҡыты ла булмағандыр, бәлки...
Шулай ҙа һиҙемләүем, дөрөҫ булғандыр, тип уйлайым, йыйыштырыусы апай ҙа бит:
- Ленинградтың Ленинградынан күсенеп килгән хатыны менән, бындағы тәбиғәт оҡшай, тей бит, Силәбенән алыҫыраҡ дача һалдыра үҙенә...машиналы кешеләргә ней, бер ней түгел инде 50-60 саҡрым...- тип һөйләргә әүәҫ йыйыштырыусы апай хәбәрен теҙҙе лә теҙҙе.
Больнистан сыҡҡанда, профессор Башкатов Мәскәүгә командировкаға киткәйне.
Ләйлә Сахипьжяновна выписканы әҙерләгәндә:
- Окшатты бит сине профессор, импортный препараттар сиңә назначить итеп дауаланык, смотри , кабат эсчәң...үзең бләсең... Сине Батыр типме, Батыршин, типме шаярта ине, буғай...
- Батырша, тигәндәр...
- Эчкән кеше батыр инде... Бына хәзер ниндәй сөйкөмлө, чибәр татар егетенә ошап торасың!
- Башҡорт мин ...
- Беләм, якын итеп әйтеүем. Жылаттың бит, Иделне жырлап, Казанның Казанында шундый исполнениеныны ишеткәнем булмады...
Фәрүәз ағай үҙен тыйыпмы, әллә дауаланыуҙың йоғонтоһонанмы, эскегә бирелмәне, әммә ләкин бер ыңғайы йырламаҫ булды... Күңеле килгәнендә генә мастерскойында бирелеп эшләгәнендә һыҙғырып ҡына көй көйләр ине:
...Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ,
Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу.
Көмөш hыуҙар аға, ҡоштар hайрай,
Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк яманhыу...

Асия Зәкирйәнова

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: